Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туристың хәтер янсығына
Бәләкәй “императорҙар”

Ҡытай халҡының күпселеге ҡыҫынҡылыҡта көн күрә. Шуға ярашлы, йәшәү стиле лә бик үҙенсәлекле. Ғаилә ағзалары бер-береһенең шәхси мәсьәләләре, эше, дуҫ-ише тураһында һөйләшмәй ҙә, ҡыҙыҡ­һын­май ҙа, нисек тә ара һаҡларға, алыҫла­шырға тырыша. Бер йортта йәшәп тә, ағаһы ҡустыһының ҡайҙа эшләүен, буш ваҡытты ҡайҙа, нисек үткәреүен бел­мәүе ихтимал. Хеҙмәттәштәре, таныштары менән кафела туҡланырға яраталар, ғөмүмән, ғүмерҙәренең күп өлөшө йорттан ситтә үтә.
Ғаиләләге тәртип тә, мөнәсәбәт тә беҙҙең эраға тиклем VI быуатта йәшәгән ҡытай философы Конфуций ғилеменә нигеҙләнгән. Уға ярашлы, илдә консерватизм һәм тыңлаусанлыҡ хөкөм һөрә, был хәл түбәнге ҡатламдың юғары ҡатламға буйһоноуында ла яҡшы сағыла.
Ҡыҙҙарҙы һанлап бармайҙар, уларҙы “тишек дөгө тоғо” менән сағыштырып, кәмһетергә тырышалар. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың тиң хоҡуҡлығы идеяһы көсәйә бара. Ҡытай балалары бәләкәй саҡтан уҡ тыңлаусан булыуы менән хайран ҡалдыра. Ниндәй илдә өс йәшлек баланың уҡы­тыусыны ҙур иғтибар, диҡҡәт менән тыңлап ултыр­ғанын күргәнегеҙ бар? Баштарын да борғоламайҙар, үҙ-ара һөйләшмәйҙәр, ҡамасауламайҙар. Хеҙмәт һөйөүсәнлектәренә һушың китер. Өйгә эштең күләме ифрат ҙур, башҡа илдә был хәлде “баланы ирек­һеҙләү, хоҡуҡтарын ҡыҫыу” тип баһаларҙар ине. Ҡытайҙар балаларын һөйөп, иркәләп үҫтерә, сөнки күп ғаиләләрҙә ул бер бөртөк кенә. Европанан килгән бәләкәй ҡунаҡтарға иғтибар ифрат ҙур, хатта улар урамда туҡтап тороп, зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө сабыйҙарға һоҡланыуын, яратыуын белдереп, баштарынан һыйпай, бергәләп фотоға төшөргә тырыша.

Ерҙә шыуышҡаны ла,
һауала осҡаны ла — һурпаға


Ҡытайҙы шартлы рәүештә ике өлөшкә бүлергә мөмкин. Төньяҡта йәшәүселәр бойҙай үҫтерә, ҡамыр аштарына әүәҫ. Шуға күрә улар физик яҡтан ныҡ һәм оҙонораҡ буйлы. Көньяҡ кешеләре дөгө ашауҙы хуп күрә, ғәҙәттә, ҡаҡса һәм бәләкәй кәүҙәлеләр. Ғөмүмән, ҡытайҙар ерҙә йөрөгән, һыуҙа йөҙгән һәм һауала осҡан һәр нәмәне (самолеттарҙан башҡа) ашарға һис тартынмай.
Ашау мәлендә кикереү, төкөрөнөү ҙә улар өсөн насар ғәҙәт һаналмай. Ҡасан да булһа, мөғжизәләр иленә сәйәхәт ҡылырға тура килһә, уларҙың ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнмәй юлға сыҡмағыҙ.
Бында аяҡ кейеме табанын күрһәтеү мәсхәрә итеүҙе аңлата. Аяҡты аяҡҡа һалып ултырырға ярамай. Ҡытайҙар өсөн ер, иҙән — иң бысраҡ урын. Ашаған ваҡытта ла улар аш-һыу ҡалдыҡтарын иҙәнгә бәреп ултырыуҙан тартынмай.
Яратҡан ризыҡтары — сусҡа ите. Йылан, бесәй, эт, маймыл һәм башҡа йәнлек аштары бик ҡиммәт тора, күп осраҡта уларҙы туристар өсөн әҙерләйҙәр. Тәмле аштан күңелегеҙ булһа, бармаҡ менән өҫтәлде туҡылдатығыҙ — был һеҙҙең рәхмәтегеҙҙе белдерер. Ҡәнәғәтлегегеҙҙе күрһәткегеҙ килһә, тәрилкә төбөндә аш ҡалдырығыҙ.


Сәйер ғәҙәттәр

Аҡса, ҡағыҙ, визитка һәм документтарҙы мотлаҡ ике ҡуллап алырға һәм бирергә кәрәк. Ғәҙәтегеҙ буйынса нимәнелер бер ҡул менән һонаһығыҙ икән, быны итәғәтһеҙлек, тупаҫлыҡ тип ҡабул итәсәктәр.
Ҡытай дуҫығыҙға сәғәт бүләк итә күрмәгеҙ — үлем хаҡында иҫкәртеүгә бәрәбәр был. Ир-атҡа баш кейеме бүләк итмәйҙәр. Әгәр ҙә һеҙгә бүләк бирһәләр, шунда уҡ асып ҡарамағыҙ — һеҙҙе ҡомһоҙлоҡта ғәйеп итеүҙәре бар. Үҙ-ара ҡысҡырып һөйләшеүҙәрен иғтибарға алмаҫҡа тырышығыҙ. Һорау менән мө­рә­жәғәт иткәндә, ҡатҡан йөҙ менән, ләм-мим һүҙ сы­ғармауҙарына ла ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, сы­ғыр­ҙан-сыҡмағыҙ.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә