Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек
Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн республикала Украинаны мәжбүри ҡалдырған 2542 кеше иѕәпләнә, уларҙың 326-һы – балалар.

Аня әбекәйҙе

рәнйетмәйек

Баш ҡаланың Пушкин урамындағы 63-сө йорттоң адрес белешмәһе лә, бинала Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы урынлашыуы тураһындағы алтаҡта ла юҡ. Әммә кәрәк кеше был йортто әллә ҡайҙан таный – унан көноҙоно кеше өҙөлмәй. Идаралыҡ­ты беҙ ҙә тиҙ таптыҡ. Һикәлтәлә илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән әбей баѕып тора ине. «Аня инәйегеҙ булам», – тип таныштырҙы ул үҙе менән.
Уның Башҡортостан еренә ҡайһы яҡтарҙан килеүен һорап та өлгөрмәнек.
Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек– Украинананмын. Башҡортостанға ки­леп төпләнеүемә байтаҡ булды инде. Тәү­ге сыуалыштар башланыу менән, улым саҡыртып алғайны. Ул Өфө ра­йонының Жилин ауылында йәшәй, – тип теҙеп алып китте яңы танышыбыҙ. – Килеүен-килдем дә ул, тик мин бында улымдан башҡа берәүгә лә кәрәкмәй булып сыҡтым. Бына нисә ай инде документтар артынан йөрөйөм. Ҡағыҙҙар тәртиптә бул­мағас, пенсиямды ла ала алмайым, дарыуҙарға ла, медицина хеҙмәтләндереүенә лә ташламалар юҡ.
Анна Васильевна Шитра – хеҙмәт ветераны, II группа инвалиды. Күренеп тора, инәйгә документтар артынан йөрөү түгел, баѕып тороуы ла ауыр.
– Ҡайҙа барып бәрелергә? Башым ҡатҡан. Ете ай инде пенсиямды ала алмай йонсойом. Украинаға шылтыратып һораһаҡ, ебәрҙек, банктан барып алығыҙ, ти­ҙәр. Ә беҙҙәге банктарҙың филиалдары бында юҡ. Әле элгәрге көндө БЛИЗКО тигән банкты (Украина банкы. – Ред.) эҙләп ҡарағайным да, бында ул ҡайҙан булһын инде. Ҡартайған көнөмдә йәшәр ерһеҙ ҡалырмын тип һис уйламағайным. Ярай әле улым янымда. Ул йыуатҡан була ла ул, тик йөрәк ишетәме һуң уны?
Әбекәйҙе тыңлаған һайын күңел һыҡрап ҡуя. Ә бит, уйлап ҡараһаң, закон алдында тыуып үѕкән ерҙәрен мәжбүри ҡал­дырғандар ни, төрлө төбәктәрҙән эш эҙләп килгән мигранттар ни – барыһы ла тиң. Тик тәүге осраҡта ҡануниәттең ҡырыѕлығы кеше яҙмыштары менән баһалана. Йәшерен-батырыны юҡ: нисә кеше – шунса фекер. Берәүҙәр, ҡасаҡтарҙың хәленә инеп, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙамлашырға тырышһа, икен­се­ләр күршеләрҙе артыҡ күрә. Бәлки, был осраҡта үҙеңде ошо ҡасаҡтар урынына ҡуйып ҡарау урынлылыр. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тигән боронғолар. Ауырлыҡтарға ҡаршы бергәләп көрәшкәндә генә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәге, Аня әбекәйҙеке кеүек, именлеккә, тыныс, бәхетле тормошҡа талпынһын ғына.

Сит ерҙә
солтан булғансы...

Александр менән танышыуыбыҙға ла әлеге лә баяғы Украина сыуалыштары сәбәпсе булды. Саша ата-әсәһе, олатай-өләсәйе, бер туған ҡустыһы һәм һеңлеһе менән Николаевка ҡалаһынан (Украинаның Донецк өлкәһе) килгән. Бына бер ай инде ишле ғаилә баш ҡалабыҙ янында урынлашҡан «Сәләмәтлек шишмәһе» про­филакторийында йәшәй. Ошонда уҡ эш урыны ла табылған. Саша менән һеңлеһе Ангелина профилакторийҙың ашханаһында – официант, әсәләре йы­йыш­ты­рыусы булып эшләй.
– Тәүҙәрәк документтар артынан күп йүгерергә тура килде. Ярай әле ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында хәлебеҙ­гә инеп, мәсьәләне тиҙләтеүгә бу­лыш­лыҡ иттеләр. Ошонда уҡ һәр ғаилә ағзаһына 5-әр мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам да алдыҡ. Әле лә тирә-йүндәгеләрҙең ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Профилакторийҙа көнөнә өс тапҡыр бушлай аша­та­лар, айырым бүлмә бирҙеләр.
– Ләкин быларҙың береһе лә тыуған яҡ йылыһын алыштыра алмайҙыр...
– Уныһы шулай. Һағындыра. Туғандар, дуѕтар иѕтән сыҡмай. Ләкин унда ҡайтыу­ҙың мәғәнәһе бармы икән? Беҙ ил сиген үтер алдынан ҡалабыҙҙы бомбаға тоттолар. Ҡот осҡос ут эсенән иѕән сығыуы­быҙға әле булһа ышанмайбыҙ. Күңел тыуған яҡтарға тартылһа ла, тыныс ерҙә йәшәү мең артыҡ, – ти Саша һағышлы йөҙ менән.
Бүлмәләге ауыр тынлыҡҡа биш йәшлек Михаил ғына йәм өѕтәй төѕлө. Балалығы менән ололарҙың ҡайғы-хәс­рәте­нән, тормош ығы-зығыһынан алыѕ ул.
– Ошо сабыйҙарым өсөн йөрәгем һыҙлай. Ҡыҙым быйыл XI класҡа бара. Даими йәшәү урыны булмағас, ниндәй мәктәптә уҡырын да хәл итмәгәнбеҙ, – тип һүҙгә ҡушыла Сашаның әсәһе Татья­на Михайловна. – Атай-әсәйем – пенсионерҙар. Улар ҙа аҡсаһын юллап ала алмай йонсой. Заявка биргәйнек тә, банк даими йәшәү урынын күрһәтеүҙе һорағас, тағы аптырашта ҡалдыҡ. Ҡыѕҡаһы, торлаҡ мәсьәләһен хәл итмәй тороп, нимәлер планлаштырыуы ауыр. Ҡайһы берҙә үҙемде упҡын ситендә тороп ҡалғандай хис итәм. Ярай әле эше, ваҡытлыса булһа ла йәшәү урыны килеп сыҡты. Әммә ғүмер буйы кеше тупһаһында йәшәп булмай ҙа инде.
Әйткәндәй, Риценко ғаиләһенең тап Башҡортостанға килеп төпләнеүе юҡҡа түгел. Сашаның өләсәһе – Нурия Ғафур ҡыҙы – тыумышы менән Балтас районынан, ҡасандыр Украина тарафтарына уҡырға сығып киткән дә, шунда кейәүгә сыҡҡан, ғаилә ҡорған. Тик кем уйлаған йылдар үтеү менән Нурия ханым тыуған яҡтарына ҡасаҡ булып ҡайтып төшөр тип... Әле Нурия Ғафур ҡыҙы гражданлыҡ хоҡуғын тергеҙеү мәшәҡәттәре менән йөрөй. Тормош иптәше Михаил Григорьевич та документтарын рәсмиләштерә алһа, башҡаса Башҡортостандан ситкә китергә иѕәптәре юҡ.

Ҡыҙымды алып сыға алманым...

Луганск ҡалаһынан килгән Владимирҙы ла «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийында тап иттек.
– Ғәфү итегеҙ, интервью бирергә бер ҙә генә кәйефем юҡ. Йоҡламағаныма тәүлектән ашты. Өфөгә поезд менән килдек. Бында туғандарыбыҙ йәшәй. Ил сиген танк эсендә ултырып, пуля ямғыры аѕтында үтергә тура килде... Ҡатыным һәм кинйә ҡыҙым янымда. Оло ҡыҙыбыҙҙы алып сыға алманыҡ. Тороп ҡалды!.. – тип өҙгөләнде ул.
Ир күҙ йәштәрен йәшермәне. Берсә телефонына йәбеште, берсә блокнотынан нимәлер эҙләне. Ә үҙе бер туҡтауһыҙ: «Ҡыҙым. Ҡыҙым тороп ҡалды. Алып сыға алманым...» – тип ҡабатланы.
Аня әбей, Саша, Нурия ханым, Владимир... Мәғәнәһеҙ һуғыш тағы күпме кеше яҙмыштарын һынар? Тыуған яҡтарҙан, туғандарҙан айырылырға мәжбүр иткән һуғыш. Әҙәм балаһы өсөн ошонан да ауырыраҡ һынау бармы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21