Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәхестәребеҙҙе күтәрәйек
Рәсәй иҡтисадын, мәғарифын күтәреүгә биниһая өлөш индергән Исмәғил Тасимов күләгәлә ҡала килә. Уға баш ҡалала һәйкәл ҡуйылһа, музей асылһа, халҡыбыҙҙың бәҫе бермә-бер күтәрелер ине. Хатта Тасимов исемендәге премия фонды ойошторолһа, студенттарға, йәш ғалимдарға, иҡтисадҡа тос өлөш индергән эшҡыуарҙарға ҙур дәртләндереү сараһы булыр, тим. Уның тыуған еренә, ауылына турист һуҡмағы һалыу ҙа ҡамасауламаҫ. Минеңсә, Миңлеәхмәт Моталовтың да исемен мәңгеләштереү зарур.

Тағы бер мәсьәлә. Ырымбур өлкәһенең Иҫке Ҡуян ауылында, йәғни арҙаҡлы шәхесебеҙ Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ауылында мәктәп ябыласаҡ, тигән хәбәр ер-һыуы, халҡы өсөн битараф булмаған һәр кемде борсоуға һалғандыр. Эйе, бөгөн — мәктәп ябылһа, иртәгә ауыл бөтәсәк.
Табыш алыуға бәйле бер-ике генә миҫал килтерәм. Перуға барған сәйәхәтселәргә тауҙың ышыҡ ерен төйәк иткән кондор ҡошоноң тик иртәнге сәғәт 4-5 араһында ғына ояһынан осоп сығып тамаҡланыуы, ә тәүлектең башҡа ваҡытында ҡояш нурынан ҡасып, ояһында үткәреүен һөйләйҙәр һәм таң һарыһында шул ҡошто күрһәтергә алып баралар. Бөркөт ғаиләһенә ҡараған был ҡыйғыр ҡошто яҡындан түгел, бер километр тирәһе йыраҡлыҡтан ғына күҙәтәһең. Шул сихри мәл өсөн һәр турист 10 евро (яҡынса 460 һум тирәһе) аҡса түләй.
Италияның баш ҡалаһы Римдың уртаһында бик матур Треви фонтаны бар. Һыуға көмөш аҡса ырғытһаң, шунда тағы килеү мөмкинлеге тыуа тигән йолаға таянып, сәйәхәтселәр, теләк теләп, иңбашы аша һыуға аҡса ташлай. Ошо ысул менән Тревиҙа йыл буйына йыйылған аҡса яҡынса 900 мең евро (яҡынса 42 миллион һум) тәшкил итеп, ҡала ҡаҙнаһына күсерелә.
Әүәлерәк Истанбулда һыуға ҡытлыҡ була ҡалһа тип, бер бинаның таш баҙына һыу тултырып ҡуйғандар. Төркиәгә килгән туристарҙы шуны күрһәтергә алып баралар. Хаҡы – 10 доллар (350 һум).
Бына бит нисек аҡса һуға йүнсел әҙәмдәр! Ә Мөхәмәтша Буранғолов, Исмәғил Тасимов, Миңлеәхмәт Моталовтың ил алдында күрһәткән хеҙмәтен күләгәлә боҫоп ятҡан ҡошто, һыулы баҙҙы, йәиһә фонтан урғылыуын күҙәтеү менән сағыштырып булмай ҙа баһа!? Фәһем алыр тарихыбыҙ,үрнәк булыр шәхестәребеҙ, бай рухи мираҫыбыҙ онотолмаһын ине.


Автор: Рәмилә ВАХИТОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә