Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайҙар!
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайҙар!
Малсылыҡты үҫтереү буйынса ҡабул ителгән «500 һөтсөлөк фермаһы» республика маҡсатлы программаһына ярашлы, районда ғына түгел, Башҡортостанда беренселәрҙән булып дүрт хужалыҡҡа – «Урожай» ширҡәте, «Маяҡ» кооперативы, «Илеш МТС»-ы, «Ағиҙел» йәмғиәттәренә – 145 миллион һум субсидия бүленде.

2013 йылда ошо программаға ярашлы, Куйбышев, М. Гәрәев исемендәге ху­жалыҡтарға, «Мир» кооперативы, «Үҙәк МТС», «Илеш-Агро» йәмғиәттәренә лә 137,2 миллион һум бирелде. Быйыл «Урал», «Сөн», «Илеш», «XXII партсъезд» хужа­лыҡ­тары был эште дауам итә. Әлеге ваҡытта программа нигеҙендә 10 хужалыҡта ремонт эше бара, киләсәккә лә ниәттәре ҙур. Шулай уҡ район хакимиәте лә ситтә тороп ҡалмай, уларҙың мөһим эшен тағы ла киңәйтеү өсөн һәр береһенә 250 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтте.
Үрге Сереккүл ауылында урынлашҡан Куйбышев исемендәге кооперативтың һөтсөлөк фермаһына инәбеҙ. Уның юлына ла, ихатаһына ла асфальт түшәлгән. Ферма янында урынлашҡан сенаж һәм силос соҡоронда ҡышлыҡ мал аҙығы әҙерләп ҡуйылған. Һауын ваҡыты еткәс, аппараттар эшкә ҡушыла. Аҙбарҙы таҙар­тырға кәрәкһә, транспортер төймәһенә баҫаһың. Мал утлығында аҙыҡ бөтә тип хафаланаһы юҡ, трактор уны бер нисә минутта таратып сыға. Һөт махсус бүлмәгә торба буйлап аға. Фермала профилакторий, ашхана, кейем алмаштырыу һәм ял итеү бүлмәһе бар.
— Бында 450 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән бина, быҙаулатыу һәм быҙау торлағына капиталь ремонт үткәрелде. Шулай уҡ сенаж, силос соҡоро төҙөлдө. Быйыл Түбән Сереккүл фермаһы ла программала ҡатнашып, әлеге көндә ремонт-монтаж эштәрен алып бара. Айырым торған ике бинаны һауын залы то­таш­тырған. Малдарҙың йәйләү осоро уңышлы бара. Барлығы 1800 баш мал көтөлә. Уларҙы һигеҙ һауынсы-оператор хеҙмәт­ләндерә. Тәүлегенә 9 тонна һөт етеш­терелә. Августа тоҡомсолоҡ хужалығы статусын аласаҡбыҙ, уның өсөн субсидия биреләсәк, — ти йәш етәксе Вадим Авзалов.
Әйткәндәй, былтыр «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһендә «500 һөтсөлөк ферма­һы» программаһына индерелгән Үрге Се­реккүл фермаһы хеҙмәтенә Президент Рөстәм Хәмитов ыңғай баһа бирҙе.
Илеш районы Хөкүмәт тарафынан би­релгән мөмкинлекте ҡулдан ысҡын­дыр­маҫҡа тырыша. Яҡшы фермаларҙа тейешле продукция етештерергә була. Бының ике яҡлап та файҙаһы ҙур: берҙән, аҙыҡ-түлек етештереү артасаҡ, икенсе яҡтан, крәҫтиән ҙурыраҡ хужалыҡта эшләргә өйрәнә.
Малсылыҡ тармағын техник яҡтан тәь­мин итеүҙең әһәмиәте ҙур. Колхоз эше һиҙе­лерлек еңеләйә. Малсы һәм һа­уын­сылар хәҙер теҙҙән батҡаҡ кисеп йөрөмәй, өйөнә арып-талсығып ҡайтып йығылмай. Шулай булғас, үҙ хужалығында ла эшләргә көсө, ваҡыты ҡаласаҡ...




Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә