Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡарылған эштәр бихисап, атҡарылаһы ла етерлек...”
“Башҡарылған эштәр бихисап, атҡарылаһы ла етерлек...”
Ауыл халҡы өсөн яуаплы мәл етте: мал аҙығы әҙерләү, урып йыйыу эштәре, киләһе йыл уңышын хәстәрләү...
Бөгөн Ейәнсура районы эшсәндәре нисек көн итә? Кәйефтәре ҡайһылай ҙа, киләһе көндәргә ышаныс менән бағамы? Ашламаға, яғыулыҡҡа хаҡ артыуы крәҫтиәндең бәкәленә йыш ҡына һуғып тора. Килеп тыуған көрсөктән нисек сығалар? Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы район хакимиәте башлығы Әлфәрис БАЙСУРИНға бирҙек.

— Әлфәрис Сәлихйән улы, бер кемгә лә сер түгел, ауыл хужа­лы­ғында үҙгәрештәр йыш булып тора. Башлыса иҡтисады ошо тармаҡҡа бәйле төбәктәр өсөн ҡыйынға төшә. Етмәһә, һуңғы йылдарҙа тәбиғәт тә көйһөҙләнә. Әйтерһең, крәҫтиәнде тағы бер һынап ҡарай. Бына ошондай шарттарҙа һеҙ “йөк”тө ни­сегерәк тартаһығыҙ? Айырым үҙе­­геҙгә генә хас эш алымы бармы?
— Район иҡтисады туранан-тура ауыл хужалығына бәйле. Дөйөм алғанда, эштәр насар түгел. Әлбиттә, һуңғы дүрт-биш йыл ҡоролоҡ йонсота. Был үҙен күрһәткестәрҙә лә һиҙҙерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ бөтә хужа­лыҡтарҙы ла һаҡлап ҡалдыҡ, береһе лә бөлгөнлөккә төшмәне.
Төрлө йүнәлештәр булдырғанбыҙ. Малсылыҡ тармағын алһаҡ, тәүгеһе — һөт етештереүҙе үҫтереү. Бер нисә йыл элек һөтсөлөк-тауар комплексы төҙөй башлағайныҡ, бөгөн ул уңышлы ғына эшләп килә. Үткән йыл Вологда өлкәһенән йөҙ баш тоҡомло мал ҡайтарҙыҡ. Был эште башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында ла башҡарабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы айҙарҙа ғына ла өс йөҙгә яҡын тоҡомло мал алдыҡ. Яһалма ҡасырыу эшенә етди ҡарау ҙа етеште­реү­сәнлекте арттыра.
Икенсе йүнәлеш — һарыҡсылыҡ. Һәр тармаҡты үҫтереү буйынса айырым программа булдырҙыҡ. Уны тормошҡа ашырыу өсөн барлығы 65 миллион һум ҡаралғайны, әлеге көндә яртыһынан ашыуы тотонолдо. Был күләм тағы ла артыр тип көтәбеҙ, хатта 100 миллион һумға тиклем күтәрелеүе мөмкин. Волгоград өлкәһенән тоҡомло һарыҡтар алып ҡайттыҡ. Хәҙер бәрәсләнеләр ҙә инде. Дөйөм алғанда, 3200 баш иҫәпләнә. Быйыл тағы 600 баш тоҡомло мал алырға йыйынабыҙ. 2019 йылға һарыҡ һанын 20 меңгә тиклем еткерергә тейешбеҙ.
Был хәтлем мал үҙебеҙҙең төп йүнәлеш биреүсе предприятиела — тоҡомсолоҡ үҙәгендә буласаҡ. Элек халыҡтыҡы менән бергә 114 мең баш аҫралған. Бөгөн шәхси хужалыҡтарҙа 40 мең тирә­һе бар. Халыҡ ни ме­нән шөғөлләнә ала, шуны эш­ләргә тейеш. Һарыҡсылыҡ — өйрәнелгән, борондан килгән тармаҡ. Шулай булғас, киләсәктә районда һарыҡ 70-80 мең башҡа етер тибеҙ. Тоҡомло мал үрсетеүгә өҫтөнлөк биреләсәк.
— Беҙҙең халыҡ, малсылыҡтан тыш, ҡортсолоҡ менән дә шөғөл­лән­гән, ул да төп кәсептәренең береһе булған. Был йүнәлеш тә ситтә ҡалмайҙыр?
— Һуңғы өс йыл эсендә генә лә район­да бал ҡорто ғаиләһе һаны өс тап­ҡырға артты. Бөгөн шәхси ху­­­жа­лыҡ­тарҙың 10 процентында ҡортсо­лоҡ менән шөғөлләнәләр. Киләсәктә халыҡты ошо кәсепкә нығыраҡ йәлеп итергә ине. Был эште “Россельхозбанк” аша атҡарып була. Уларҙа тармаҡты кредитлауҙың айырым программаһы бар. Бөгөн 12 проценты шәхси хужалыҡтарҙың банк хеҙ­мәтенән файҙаланды. Был — республикала иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Тимәк, халыҡ үҙенә кәрәген белә башланы, үҙ эшен булдырыу өсөн төрлө юлдар эҙләй.
— Кадрҙар күп нәмәне хәл итә. Уларҙы әҙерләү, тыуған ергә ылыҡтырыу бала саҡтан, мәктәп йылдарынан башлана. Был йәһәттән мәктәптәрҙең хәлен нисек баһалайһығыҙ?
— Моғайын, Ейәнсура — ту­лыһынса типовой мәктәптәре булған берҙән-бер райондыр. Беҙҙә мәктәп төҙөлөшө буйынса етди проблемалар юҡ, икәүһендә генә капиталь йүнәтеү эштәре бара. Ба­рыһы ла Интернетҡа тоташ­тырылған.
Беҙҙең төп бурыс — бар мөмкинлектәрҙе, инфраструктураны тейешенсә файҙаланыу. Бының өсөн учреждениеларҙы ремонтлау йәһәтенән саралар күрелә. Әйтәйек, бюджеттың өлөшөн арттырып үтәү, респуб­ликаның Финанс һәм Мәғариф министрлыҡтары менән эшләү һөҙөмтәһендә 2013 йылда ғына мәғариф өлкәһенә өҫтәмә рәүеш­тә 35 миллион һум йүнәлтә алдыҡ. Ошо аҡса иҫәбенә Байыш, Һаҡмар, Таҙлар, Күгәрсен мәктәптәре ремонтланды. Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбендә инвалид балалар өсөн шарттар тыу­ҙырылды, һигеҙ мәктәптә һәм интернатта йылытыу системаһы ре­монт­ланды.
Иҙелбәк мәктәбен капиталь йүнәтеү йәһәтенән вәғәҙәбеҙҙә торҙоҡ. Байтаҡ эш башҡарылды, һәр береһен һанап сығырлыҡ түгел.
“Балалар баҡсалары —балаларға” проектына ярашлы, Иҫәнғолда һәм Абҙанда ике баҡса төҙөү ҡаралған. Тәүгеһе быйыл файҙаланыуға тап­шырыласаҡ, икенсеһен киләһе йыл тамам­лаясаҡ­быҙ. Шулай итеп, 2015 йылға беҙ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән тулыһынса тәьмин ителәсәкбеҙ.
— Иң ҙур байлыҡ — һаулыҡ. Был йәһәттән урындарҙа ниндәй эштәр башҡарыла?
— Бөгөн дауалау-диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырыу йәһәтенән беҙҙең үҙәк дауахана ҡаланыҡынан ҡалышмай. Һуңғы ике йылда ғына ла 9,7 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән дүрт дана автотранспорт ҡайтарылды.
Фельдшерлыҡ пункттары төҙөү дауам итә. Ибрайҙа ла сафҡа индерһәк, улар менән халыҡты тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ.
“Ауыл табибы” проекты буйынса 12 йәш белгес эшкә урынлаштырылды. Кадрҙар менән тәьмин итеү яҡшырҙы — әлегә ул 89,8 процент тәшкил итә. Был республика күрһәткесенән юғарыраҡ. Халыҡтың теләген иҫәпкә алып, Иҙелбәк дауа­ханаһы ҡарама­ғында ашығыс ярҙам бригадаһы ойошторолдо. Артабан да был эште дауам итәсәкбеҙ.
— Мәҙәниәт йылы айҡанлы республикала бик күп саралар үтә. Был йәһәттән ейән­суралар ҙа ҡалышмайҙыр?
— Беҙҙә мәҙәниәткә, таланттарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл мауыҡтырғыс саралар айырыуса күп. 2013 йылда район мәҙәниәт йорто өсөн костюмдар, С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары һатып алынды, бөтәһе 2,2 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Иҙел­бәк, Сирғол мәҙәниәт йорттарына газ үткәрелде. Буранғол клубы, Бикбау мәҙәниәт йорто төҙөлдө, 439 ижади, 15 халыҡ һәм өлгөлө коллективтар менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең таланттар, халыҡ-ара, төбәк-ара, республика конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашып, еңеү яулап тора.
— Район буйлап үткәндә ауылдарҙың төҙөклөгө һоҡланды­ра. Уларҙы социаль үҫтереү йәһәтенән ниндәй аныҡ саралар ҡулланыла?
— Эште граждандарҙың заказдарынан сығып ойошторабыҙ. Былтыр Башҡорт Үргене, Яңы Павловка, Иҫәнғол ауылдарында һыу үткәреү селтәрҙәрен ремонтлау һәм төҙөү эштәре башҡарылды. Юнайҙа түбән баҫымлы газ үткәр­гес төҙөлдө. Барлыҡ ауылдарҙа ла урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яңыртыу тамамланды тиерлек. 2013 йылда, ауылды социаль үҫтереү федераль программаһына ярашлы, 18,8 миллион һум аҡса бүленде.
Ике коммуналь хужалыҡ техникаһы алынды. Быйыл Һүрәм менән Байыш ауыл биләмәләре ихтыяжы өсөн техника алыу план­лаштырылған.
— Бөгөн эш юҡлыҡҡа һыл­таныусылар ҙа, үҙ шөғөлөн таба алмаусылар ҙа етерлек...
— Алда әйтелгәнсә, малсылыҡты, ҡортсолоҡто үҫтереү күпмелер кимәл­дә мәсьәләне хәл итәсәк. Шулай уҡ үҙ эшен асыусыларға ла ярҙам итәбеҙ. Йәшәү өсөн шарттар булдырып, үҙ көсөңә ышанысты арттырыу ҙа мөһим. Был тәңгәлдә кеше­ләрҙең мәшғүл­ле­ген ойоштороу бик тә кәрәк. Тейешле программалар бында ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бюджеттан 32 бәләкәй эшҡы­уарлыҡ субъектына 5 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелде. Ки­ләсәктә лә был эште дауам итмәк­себеҙ.
Белемле, булдыҡлы кадрҙар ҡайт­һын өсөн барлыҡ шарттарҙы булды­рырға, уларҙы ваҡы­тында күрә бе­лер­гә, йүнәлеш бирергә тейешбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, башҡарылған эштәр бихисап, ат­ҡарылаһы ла етерлек. Район халҡы быны аңлай, шуға яҡын арала байтаҡ мәсьәләнең хәл ителеренә, алға алғандарының үтәлеренә ышанам.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ
әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 32

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 29

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 33

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 42

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 27

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 31