Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һуғыш балалары” иғтибарға һыуһаған
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында атайһыҙ ҡалған (яртыһы әсә наҙынан мәхрүм) ҡыҙ һәм малайҙарҙы балалар йорттары үҙ ҡосағына алды.
Беҙ, ағалы-ҡустылы дүрт туған, атайыбыҙ Мирсаяф Мөхәмәтғәле улы Юлбарисов һуғышта һәләк булғандан һуң ошо туйындырыусы, кейендереүсе йортта тәрбиәләндек. Хөкүмәтебеҙгә атайҙарса хәстәрлеге өсөн бик рәхмәтлебеҙ, илдең бына тигән абруйлы юғары уҡыу йорттарында бушлай белем алдыҡ. Икебеҙ М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын, өсөнсөбөҙ — Өфө геология-разведкалау техникумын һәм Өфө дәүләт нефть техник университетын, дүртенсебеҙ Өфө автомобиль-юл техникумын уңышлы тамамланы. Барыбыҙ ҙа социаль яҡтан тулыһынса яҡландыҡ тип әйтә алам. Ил Конституцияһында нығытылған хеҙмәткә, лайыҡлы эш хаҡына, бушлай медицина хеҙмәтләндереүенә, торлаҡҡа хоҡуҡтарыбыҙҙан файҙаландыҡ. “Һәр кемдән — һәләтенсә, һәр кемгә — хеҙмәтенә ҡарап” тигән социализм ҡанунына ярашлы йәшәнек, эшләнек, донъя көттөк. Һәр беребеҙ ғаиләләрендә икешәр бала тәрбиәләп үҫтерҙе, икешәр ейән-ейәнсәребеҙ бар.
Ил ҡеүәтен арттырыуға ниндәй лайыҡлы өлөш индерҙегеҙ, тип һораусыларға ҡыҫҡа ғына яуап бирәм. Хеҙмәт биографияларынан бер нисә генә юл килтереү ҙә атай-әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәүебеҙ хаҡында һөйләйҙер тип ышанам: “Башгипроводхоз” институты директоры; комплекслы геофизика партияһы начальнигы; Башҡортостан Геология дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Ангола халыҡ республикаһы нефть министрлығының баш инженеры, фән докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, СССР-ҙың уйлап табыусыһы; Өфө автотранспорт предприятиеһының баш механигы — дәүләттең оло хәстәрлеге һәм үҙебеҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһендә бына шундай юғары дәрәжәләргә ирештек.
Класташтарымдың ҡайһыһын ғына телгә алһам да, Ватанға сикһеҙ бирелгәнлек, илһөйәрлек, фиҙакәрлек менән хеҙмәт итеүҙәрен билдәләр инем. Араларында донъяға ике фән докторы үҫтереп биргән әсә лә, бына тигән архитектор, Өфөләге Конгресс-холл бинаһы авторы, заманса ҡарашлы шәхес тәрбиәләгән ғаилә пары ла, БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын намыҫ менән башҡарыусы ла, баш инженер ҙа, конструктор бюроһы начальнигы ла, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ уҡытыусы һәм тәрбиәселәр ҙә бар.
Ваҡыт аяуһыҙ. Көс-ҡеүәтле, дәртле йәшлек йылдары алыҫта ҡалды. Барыбыҙ ҙа хаҡлы ялдабыҙ. Үҙебеҙҙең ҡиммәтле ғүмеребеҙ өсөн мәңге бурыслы булған илебеҙ ҙә күптән юҡ. Үкенескә ҡаршы, бала сағы дәһшәтле һуғыш һәм илде тергеҙеү йылдарына тура килгән кешеләр өсөн ифрат ауыр дәүер башланды. Геронтологтар раҫлауынса, тап ошо хәл иткес йылдарҙа иҫ киткес талантлы шәхестәр донъяға килгән. Ауыр тормош һәм юғары талаптар шарттарында шәхес булып үҫешкән, ғәҙеллек, намыҫ, фиҙакәрлек төшөнсәләрен саф килеш һаҡлай, ҡәҙерләй белгән быуынға хәҙерге ысынбарлыҡты таныу ҡыйын. Үҙҙәрен йәлләмәй, бөтә көсөн, сәләмәтлеген Ватанды һаҡлауға, тормошто яйға һалыуға биргән өлкәндәр илдәге бөгөнгө үҙгәрештәрҙе тыныс күңел менән ҡабул итә алмай. Ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек тойғолары, күңел төшөнкөлөгө ғүмер буйы йөрәк аша үткәрелгән стрестар тәьҫирен тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтә. Шул сәбәпле инфаркт, гипертония, шәкәр диабеты, иммун системаһының ҡаҡшауы һәм башҡа бик күп сир өлкәндәрҙе ваҡытынан алда яҡты донъянан алып китә. Бындай оло фажиғәне беҙ ҙә кисерҙек: иң оло ағайыбыҙ алтмыш йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. “Башгипроводхоз” институты директоры вазифаһына үрләтелгәнсе, ул Магаданда ең һыҙғанып хеҙмәт итте, Чукоткала, Себерҙә, Яҡут-Сахала төрлө ҙур объекттар һәм трассаларҙың геологик нигеҙҙәрен эшләүҙә ҡатнашты, БАМ, КамАЗ, ВАЗ, Автонормаль, НефАЗ һәм Туймазы, Салауат ҡалаларындағы заводтар, Республика йорто, С. Юлаев һәйкәле төҙөлөштәре эсендә ҡайнап йәшәне.
Көнкүреш тауарҙарына, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ осоронда бөтә һуғыш ветерандарының да тиерлек балалары, ейәндәре льготаларҙан файҙаланды, әммә атайҙары яу яланында ятып ҡалған етемдәргә Хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ярҙам булманы.
Архангел районының Муллаҡай мәктәбе директоры, партия район комитеты бюроһы ағзаһы булараҡ, атайыбыҙға бронь бирелһә лә, ул үҙе теләп фронтҡа ашҡынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү яҙын уға күрергә яҙманы.
Намыҫлы хеҙмәттең беҙҙә шул тиклем осһоҙ баһаланыуына шаҡ ҡатырлыҡ. 1999 йылдың 12 февралендә миңә, фән докторы, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, “КогалымНИПИнефть” институты бүлексәһе начальнигы һәм бөтә ғүмерен Ватан ҡеүәтен, иҡтисадын арттырыуға биргән кешегә, 642 һум 84 тин күләмендә пенсия тәғәйенләнеләр. Хеҙмәт кешеһен кәмһетеү, түбәнһетеү, мыҫҡыл итеү түгелме ни был? Бына бер нисә йыл илдә пенсия реформаһы бара, әммә ябай хеҙмәт кешеһе көткән шатлыҡлы, өмөтлө һөҙөмтә һаман да юҡ.
“Һуғыш балалары” хәҙер инде балалыҡ осорон күптән кисереп, аҡыл һәм тәжрибә туплаған, етмеш өҫтөндәге ил ағалары дәрәжәһендә. Шулай ҙа уларҙың яҙмышына битараф булмағандарҙың власть даирәләрендә лә күренә башлауы һөйөндөрә. “Башҡортостан” гәзитенең 2011 йылдың 11 ноябре һанында Булат Аҡмановтың мәҡәләһендәге дәғүәләр ваҡытлы һәм урынлы тип иҫәпләйем. Автор “һуғыш балалары”на ҡарата ғәҙеллек урынлаштырылырға тейеш, “улар дәүләт тарафынан тәғәйенләнгән льготаларҙан файҙаланырға хаҡлы” тип иҫәпләй. Яңыраҡ Ульяновск өлкәһе губернаторының 1932 йылдың 1 ғинуарынан 1945 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа тыуған өлкәндәргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы законға ҡул ҡуйғанын да ишеттек. Ошо категорияға ҡараған граждандар йыл һайын сираттан тыш, бушлай һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында диспансер тикшеренеүе үтә аласаҡ, социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренә һәм интернаттарға ҡабул итеүҙә өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.
Минеңсә, беҙҙең гүзәл һәм көслө республикабыҙҙа ла “һуғыш балалары”на ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү, социаль ярҙамды арттырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Һүҙ ҙә юҡ, өлкәндәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу буйынса беҙҙә мөһим башланғыстар етерлек. “Һуғыш балалары”ның яҙмышын бөтә йөрәктән кисереп, ихлас күңелдән ярҙам итеү теләгенә беҙҙең республика етәкселеге лә битараф ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.
Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә