Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман һынауҙары уға сүп кенә
1941 йылдың ҡояшлы июнь айы. Бер төркөм йәш үҫмер, Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлап, Күгәрсен районындағы ауылдарына йүгерә-атлай ашығып ҡайтып килә. Улар — Юлдыбай ауылынан Абдулла Ниғмәтуллин, Әхмәт Хәбибназаров, Миңзаһир Мырҙабаев, Закир Ҡыпсаҡбаев, Ыуары (Богдакин) ауылынан Мөхәмәҙей Зәйетов, Мөхтәр менән Зәки Ишморатовтар, Һатлыҡтан Хәйепҡолой менән Шәрифйән Һөйөндөковтар, Төпсәндән Искәнйәр Айытҡолов, Халиҡ Фәсхетдинов, Мораҙымдан Зәбих Хоҙайғолов, Ҡотлоғәлләм Ҡотлогилдин. Араларында йәшкә иң бәләкәйе, теремек, уҡыуҙы гел “бишле”гә генә тамамлаған ҡара бөҙрә сәсле берҙән-бер ҡыҙ — Юлдыбайҙан Бәзиха Ниғмәтуллина. Бөтәһенең дә күңеле көр, шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан, сөнки улар — дипломлы уҡытыусылар, тағы ике айҙан — 1 сентябрь, мәктәптә балаларҙы уҡырға, яҙырға, белем донъяһын үҙләштерергә өйрәтә башлаясаҡтар...


Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында уҡытыусыларға ҙур ҡытлыҡ бигерәк тә башҡорт ауылдарында. Быны аңлап, Башҡор­т­остан Хөкүмәте ҡарары менән 1936 йылда Ырымбурҙың Каруанһарайындағы педтехникум Темәскә — элекке Бәләкәй Башҡортостан авто­но­мияһының баш ҡалаһына күсерелә. Элек хөкүмәт урынлашҡан был бина бөгөн дә матур килеш һаҡлана. Ишек алдында шау сәскәгә күмелеп башҡорт халҡының мәшһүр улы Әхмәтзәки Вә­ли­ди бюсы тора. Училище меңәрләгән белемле кадр сығара, уларҙың күптәре һуңынан арҙаҡлы шәхес булып китә. Миҫал өсөн 23 йыл Баш­ҡортостан Хөкүмәтенең Министрҙар Советы Рәйесе булып эшләгән Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровты әйтеү ҙә етә. Бәзиха уның менән бер партала ултырып уҡый. Зекериә ағай Күгәрсен районына килгәндә ике тапҡыр Юлдыбайға Бәзиханы күрер­гә бара. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында һалынған емерек ағас мәктәпте күреп, хайран ҡала ла яңы бина төҙөү тураһында фарман бирә. Ниһайәт, 1977 йылда кирбестән яңы урта мәктәп сафҡа инә.
...Баймаҡ, Йылайыр ауылдары, тауҙар — йәм­ғе­һе 140 саҡрым ер артта ҡалды. 23 июндә, тыуған ауылдарына етергә 10 саҡрым ер ҡалғас, ҡаршы­ларына Бикбулатта уҡытып йөрөгән Төхфәт ағай Ишматов осрап: “Эй, балалар! Шатланышып, уҡыуҙы тамамлап ҡайтып киләһегеҙ. Минең хәбәрем һеҙҙе шомландырырын беләм. Мораҡтан военкоматтан ҡайтып киләм. Германия беҙгә һуғыш башлаған. Иртәгә фронтҡа китергә повестка бирҙеләр”, — ти. Барыһының да күңеле төшөнкөлөккә бирелә.
Был саҡта улар алдағы тормоштарында ниндәй генә ҡаршылыҡтар, михнәттәр аша үтәсәген белмәй ине әле. Бер аҙҙан егеттәрҙең барыһы ла бер-бер артлы һуғышҡа саҡырылды. Уларҙан Абдулла, Әхмәт, Закир, Зәки, Зәбих, Халиҡ, Ҡотлоғәлләм генә ауыр яралар алып әйләнеп ҡайтты һәм оҙаҡ йәшәй алмай мәрхүм булды. Әле Ҡотлоғәлләм генә ил ағаһы булып ауылында йәшәп ята. Ҡалғандары тыуған ерҙәрен ҡайтып күрә алмай, батырҙарса алышып, яу яландарында ятып ҡала. Юлда шомло хәбәр етке­реүсе уҡытыусы Төхфәт ағай ҙа хәбәрһеҙ юғала.
Бәзиха 1924 йылдың 2 июнендә урта хәлле ишле ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы Әхмәҙуллаға – 20, әсәһе, Ураҡай ауылы ҡыҙы Байрамбикәгә 18 генә йәш. Бер ихатала өс йорт, ҡуралар, келәт, аласыҡ. Мал-тыуарҙары ишле: 30-лап йылҡы малы, 20 һыйыр, 100-ҙән артыҡ һарыҡ-кәзә. Беренсе донъя, Граждандар һуғышынан ҡайтҡан Сәғиҙулла, Ғәлиулла ағайҙары ғаиләләре менән, зәғиф Мәстүрә, донъялары көл-күмер булып янып, ете балаһы һәм ире 1921 йылғы аслыҡта Нуҡай ауылында үлеп бөткәс, кире ҡайтҡан Бибисара апайҙары, әсәләре Рәхилә күмәкләп бергә донъя көтә. Аталары Хәйрулла ауырып йәшләй донъя ҡуйған була.
Ғәлиулла һуғыштан алда ауылдашы Мөхәмәт­ғәйез менән бер йыл Ырымбурҙа “Хөсәиниә” мәҙрәсәһендә уҡып өлгөрә. Шуға ла ҡустыһы Әхмәҙулланы уҡыу-яҙыуға иртә өйрәтә һәм мәсет эргәһендәге уҡыу бинаһында ла уҡыта, белемле итә. Ошо уҡыу йортон һалдырған һәм унда яҡын ауылдарҙан балаларҙы йыйып уҡытҡан, белемле, үҙ халҡы өсөн янып йәшәгән кеше Мөхә­мәтғариф Сунарчин (Һунарчин) хәҙрәт була. Уны 1937 йылғы репрессияла атып үлтерәләр.
Совет власы ныҡлап еңгәс, тирә-яҡ ун ауыл өсөн Юлдыбайҙа ауыл Советы башҡарма комитеты төҙөлә. Ғәлиулла менән Мөхәмәтғәйез 1924 йылда мәсет янындағы әлеге бинала башланғыс мәктәп аса һәм ауылда иң тәүге уҡытыусылар булып китә. Бәзиха 1931 йылда ошо мәктәпкә уҡырға бара.
Илдә ҡыҙыу рәүештә коллективлаштырыу башлана. Тәүҙә теләк буйынса колхозға берләшергә тиһәләр ҙә, тиҙҙән көсләп, ҡурҡытыу юлы менән халыҡты инергә мәжбүр итәләр. Әхмәҙулланың ағалары был ваҡытта айырым донъя көтә, ә мал-тыуарҙың күпселеге — әсәһе менән уның ҡара­ма­ғында. Ил буйынса кулактарҙы бөтөрөү башлана. Бәзиха апайҙың иҫенә төшһә, әле лә үкһеп илап ала. Район үҙәге Мораҡтан килеп, “бер көндән һеҙҙе бөтә ғаиләгеҙ менән Себергә оҙатабыҙ, атығыҙҙы егеп, юлда көн күрерлек кәрәк-яраҡ, һауыт-һаба, аҙыҡ тейәп әҙерләнеп тороғоҙ”, тип әйтәләр. Был хәлде ишетеп, Ғәлиулланың дуҫы, күрше Ново-Хвалынск ауылында йәшәгән большевик, ҡыҙыл партизан, ауыл Советы активисы Федор Шлендин һәм уның иптәштәре, килгән комиссия вәкилдәренә уларҙың кулак түгеллегенә ныҡлы дәлилдәр килтереп, бәләнән ҡотҡарып ҡала. Иртәгәһенә үк үҙҙәренә бер ат, ике һыйыр, 20-ләп һарыҡ-кәзә ҡалдырып, ҡалған малдарын, бер өй һәм келәттәрен һүтеп, колхозға бирәләр. Ҡарағастан һалынған мөһабәт келәт әлеге көндә лә Ново-Хвалынск ауылында әллә ҡайҙан күренеп ултыра.
Бәзиха ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, өс йыл Темәстә уҡығас, 1941 йылдың 1 сен­тя­брен­дә күрше Һатлыҡ ауылында эш башлай. Барлыҡ халыҡ “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!” девизы аҫтында йәшәй һәм эшләй. Атаһын, ауыл Советы рәйесе булғанға күрә, башта бронь буйынса ҡалдырып торалар. Ниһайәт, 1943 йылдың февраль айында ул үҙе теләп фронтҡа китә һәм Курск дуғаһына эләгә. Ҡатыны Байрам­бикә 36 ғына йәшендә алты бала менән тороп ҡала. Бәзихаға — 18, Зарифаға – 15, Нәзирәгә — 10, Рауилға – 7, Тәлғәткә – 3 йәш, сәңгелдәктә ятҡан Рәфҡәткә өс ай ғына. Ошоно иҫәпкә алып, Бәзи­ханы үҙ ауылы мәктәбенә эшкә ҡайтаралар. Ул – әсәһенең, бөтә туғандарының ныҡлы терәге, ышанысы. Ауыр һуғыш йылдарында ла Совет хөкү­мәте уҡытыусылар тураһында даими хәстәрлек күргән. Уҡытыусыға айына 10 килограмм, һәр бәлиғ булмаған туғандарына 2-шәр кило он, бер еҫле һабын, өс литр кәрәсин, өс бәйләм шырпы, ярты литр араҡы, ике айға ярты кило шәкәр бирелә. Был хәҙерге кимәл менән сағыштырғанда бик аҙ кеүек, ләкин ул йылдар өсөн мул ризыҡ булған.
1943 йылдың 5 июлендә Курск, Орел ҡалалары эргәһендә аяуһыҙ алыштар башлана. Ошо ҡот осҡос ҡанлы бәрелештә Әхмәҙулла 38 йәшендә генә Курск өлкәһендәге Мало-Архангельск районының Тросна ауылы янында һәләк була, туғандар ҡәберлегендә ерләнә.
Байрамбикә ғаиләһендә иң ауыр осор башлана. Балаларын астан үлтермәҫ өсөн ул ниндәй генә эшкә тотонмай. Ҡыш ҡарауылда, яҙ һыйыр егеп, һабан менән ер һөрә, апрель-май айҙарында Оло Эйектә ҡарағай бүрә­нәләрен ағыҙыуҙа эшләй. Эшселәрҙе ашаталар, өҫтәүенә көн һайын бер буханка арыш икмәге, бер пачка маргарин, ярты кило тоҙланған балыҡ бирәләр.
Сәсеү еткәс, ололар менән бер рәттән Бәзиха тиңдәштәре Түләкбаева Фәтхиә, Миңнебаева Бүләкбикә, Ҡунысбаева Мәрхәбә, Мырҙабаева Маһира, Хамалетдинова Шәмсиямалдар менән 15 саҡрым алыҫлыҡтағы Мораҡ иген ҡабул итеү пунктынан орлоҡ ташый.
Уҡытыусы агитатор ғына түгел, ә халыҡтан заем­ға яҙылыуҙы, һалым йыйыу эштәрен ат­ҡа­рыр­ға ла бурыслы. Ире һуғышта үлгәс, ҡыҙы уҡытыусы булғас, Байрамбикәгә һалым һалын­май, әммә башҡаларҙан бик күпкә артыҡ заемға яҙылыуҙы мәжбүр итәләр. Ҡаршы торорға берәүҙең дә хаҡы юҡ, һуғыш осоро закондары һис шикһеҙ үтәлергә тейеш. Һәр йорттан 50 кг ит, 350 литр һөт йәки 8 кило иретелгән һары май, 150 йомортҡа, һәр һарыҡтан ярты кило йөн, мәжбүри һалым түләтелә. Түләмәһә, һыйырын йә быҙауын тартып алалар. Бына ниндәй михнәт сиккән ауыл кешеһе.
Һуғыш барыуына дүрт йыл булып килә. Бәзиха 1945 йылдың 9 майында ауыл Советында дежур итә. Бер ваҡыт өҙөп-өҙөп телефон шылтырай, һәм Мораҡтан телефонист ҡыҙ шатлыҡлы тауыш менән фашистик Германияны еңеү тураһындағы хәбәрҙе яҙҙыра. Бәзиха шат­лы­ғына түҙә алмай, телефон янына Зарифа һеңле­һен ултыртып, ошо хәбәрҙе сәсеүҙә эшләгәндәргә еткерә, шунан мәктәпкә, фермалар­ға, тимерлеккә йүгерә. “Ул саҡтағы халыҡтың нисек шатланыуы, илауы, ҡосаҡлашып ҡотлашыуҙары әле лә күҙ алдымда, — тип хәтерләй ул. — Ауылыбыҙҙан 85 кеше һуғышҡа алынып, 54-е яу ҡыр­ҙарында ятып ҡалды. Бер аҙҙан иҫән ҡалғандары ҡайта башланы”.
Бына бөгөн Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуҙы ашҡынып көтәбеҙ, әҙерләнәбеҙ. Ә ауылда бер генә һуғыш ветераны ла ҡалманы. Шуны уйлаһаң да, күңелдәр тулып, йөрәктәребеҙ һулҡылдап илай.
Бәзиха апай – хөрмәтле мөғәллимә булыу менән бер рәттән, 11 балаға ғүмер бүләк иткән һөйкөмлө әсә лә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғал­тыу­ҙарһыҙ ҙа булмай шул. Муса, Роза балалары бә­лә­кәй саҡтарында ауырып мәрхүм булды. Иң оло улдары Вәхит — Үзбәкстанда, Салауат маҡтаулы сантехник булды, әле ялда. Кәрим ике вуз тамамлап, Салауат педколледжында уҡытты, Сәлим — врач, Ғәлим — профессор, Өфө сәнғәт учи­лищеһында уҡытты, Зифа Себерҙә төҙөлөштә эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүртеһе лә был донъянан иртә китеп барҙы. Ислам – Салауатта төҙөлөш инженеры, Зөлфирә – юғары белемле уҡытыусы, ауылда әсәһе янында ире менән донъя көтә, Гөлфирә — Мәләүездә ашығыс ярҙам фельдшеры, Әлфирә – Стәрлетамаҡта юғары белемле логопед. Бөгөн апайыбыҙҙың 20 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре бар. Күптәре юғары, урта уҡыу йорттарын тамамлап, төрлө тарафтарҙа хеҙмәт итә.
Бынан 34 йыл элек һуғышта алған яралары ире Әҙелмырҙаны ла теге донъяға алып китте. Шунан бирле хозур тәбиғәтле тыуған ауылын, үҙ көстәре менән төҙөгән йортон ташлап китә алмай ул. Балалары үҙҙәре менән алып китһәләр ҙә, түҙмәйенсә, кире ҡайтыу яғын ҡарай. Ҡыҙы Зөл­фирә күрше йортта ғына йәшәй, әйләнгән һайын әсәһе янында. Көн дә эргәһенә аш-һыу әҙер­лә­шергә, һөйләшеп ултырырға ике туған һеңлеләре Сәғүрә, Сабира, Сәмәрә, күрше-күләндәре килеп тора.
Ауылдың хөрмәтле ветераны, ағинәйе 90 йәшкә аяҡ баҫҡанда ла көр күңелле, нурлы йөҙлө, ихтирамлы. Алла бирһә, 100 йәшеңде лә шаулатып-гөрләтеп үткәрергә насип итһен, оло йөрәкле Бәзиха әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, апайыбыҙ!

Рәфҡәт НИҒМӘТУЛЛИН,
запастағы капитан, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре,
мәғариф отличнигы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 167

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 516

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 256

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 056

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 737

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 402

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 720

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 980

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 472

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 545

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 376

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 551