Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабира Иҙиәтуллина: “Ижадым менән һөйөндөрөргә теләйем”
Сабира Иҙиәтуллина: “Ижадым менән һөйөндөрөргә теләйем”Арабыҙҙа шундай кешеләр осрай, улар үҙҙәренең һәләте һәм башҡарыу оҫталығы менән күңелдәребеҙҙе нурландыра, йәнебеҙгә рухи аҙыҡ өҫтәй. Октябрьский ҡалаһында йәшәгән күп яҡлы талант эйәһе, һәүәҫкәр композитор Сабира Иҙиәтуллина — ана шундай заттарҙың береһе. Ә бит сәнғәт донъяһында ижади бейеклектәргә күтәрелеү бер кемгә лә, бигерәк тә үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнгән кешеләргә еңел бирелмәй. Илһам шишмәләре урғылып аҡһын өсөн үҙеңдә көс һәм дарман да таба белергә кәрәк. Бәхеткә күрә, тәбиғәт бындай сифаттарҙы беҙҙең геройыбыҙҙан бер ҙә йәлләмәгән.
...Белорет районының Мулдаҡай ауылында ул иманлы Ғариповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килгән. Төрлө музыка ҡоралында уйнарға яратҡан ата-әсәһенә, өлкән туғандарына эйәреп, һөйкөмлө ҡыҙ дүрт-биш йәшенән үк йыр-моңға тартыла. Тәүҙә гармунда уйнарға өйрәнә. Урта кластарҙа уҡығанда Сабира оҫта баянсы булып китә, мәктәптә һәм ауыл клубында үткәрелгән кисәләрҙең күркенә әүерелә.
— Әсәйем ҡумыҙҙа матур уйнай торғайны, — тип хәтирәләр дәфтәрен аҡтара ул. — Бәлки, етемлектә үҫкәнгәлер, уның күңеле һағышлы моңға тулы булғандыр. Ике йәшлек сағында әсәһе үлеп ҡала. Бер нисә йылдан атаһы гүр эйәһе була. Етем ҡыҙ Шәмсиямал Харисова Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Арыҫлан Мөбәрәков менән бергә уйнап үҫәләр. Буласаҡ халыҡ артисы уны “апайым” тип йөрөтә.
Аҙаҡ сәнғәт донъяһында танылған кешегә әйләнгәс тә актер Мулдаҡай яҡтарына юлды онотманы. Беҙҙең өйҙә ул һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ булды, атайым уны бал менән һыйлай торғайны. Уларҙың осрашыуҙарынан, ихлас һөйләшеп ултырыуҙарынан минең күңелдә яҡты хәтирәләр һаҡланып ҡалған.
Ҡыҙ баланы етемдәр йортонда йөрөтөргә ярамай тип, туғандары уны 13 йәшендә кейәүгә биреп ебәргән. Шулай итеп, ул Мулдаҡайға килен булып төшә. Әсәһе Сабираның оло ағаһы Мөхтәрҙе 20 йәшендә генә тапҡан. Ул әле иҫән-һау. Былтыр уларҙың оло юбилейына арнап “Гәүһәр туй” тигән йыр яҙған Сабира апай. 1949 йылда Арыҫлан Мөбәрәков, вертолетҡа ултырып, уларҙың ауылына килгән. “Шәмсиямал апай, Зөфәр еҙнәй, Мөхтәрҙе бирегеҙ, артислыҡҡа уҡыһын”, — тигән. Тик өлкәндәр ризалашмаған.
“Ғөмүмән, беҙҙең өйҙән йыр-моң өҙөлмәне. Атайым төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға әүәҫ ине, — ти әңгәмәсем. — Ҡурай моңон айырыуса яратты. Заманына күрә алдынғы ҡарашлы кеше ине. Ҡулынан килмәгән бер генә эше лә булмағандыр. Ул тимерсе лә, балта оҫтаһы ла ине. Тирә-йүндә уңған умартасы тигән даны ла таралғайны. Үҙенә бер кинәнес табып, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнде, 15-ләп умартабыҙ бар ине. Атайыма эйәреп мин дә солоҡ ҡарарға йөрөнөм. Уйын ҡоралдарын төҙәтергә лә оҫтарып алғайны ул. Гармунда уйнарға ла мин атайымдан өйрәндем. Аҙаҡ миңә васыятын әйтеп ҡалдырҙы: “Ҡыҙым, был һөнәреңде ташлама, ул һине оло сәнғәт донъяһына алып сығасаҡ”, — тине. VI клаcта уҡығанда Мәсғүт ағайым миңә баян алып бирҙе. Ул Германияла хеҙмәт итте. Үҙе лә шәп гармунсы ине. Ағайымдың ҡәҙерле бүләген мин һуңынан ҡулымдан төшөрмәнем тиерлек. Инде 51 йыл шул баянда уйнайым. Совет Армияһы исемендәге Мәскәү комбинатында сығарылған инструмент ул. Әлбиттә, минең башҡа баяндарым да күп булды. Октябрьскийға күсеп ҡайтҡанда һигеҙ ҙур гармуным бар ине”.
Инйәр урта мәктәбендә уҡып, өлгөргәнлек аттестаты алып сыҡҡандан һуң Сабира Өфөгә юллана. Башта шырпы фабрикаһына, аҙаҡ фанера комбинатына эшкә урынлаша. Тормошо бер аҙ яйға һалынғас, атаһының һүҙҙәрен иҫенә төшөрә. “Ул бит миңә уйнарға ҡушҡайны, гармуныңды ташлама, тигәйне. Ниңә миңә сәнғәт училищеһына һынау тотоп ҡарамаҫҡа?” Ә Шәмсиямал апай оҙатып ҡалғанда ҡыҙына шундай кәңәш биргән: ярҙам кәрәкһә, Арыҫлан ағайыңа бар, уның һүҙе үтәсәк, тигән. Ләкин ғорур тәбиғәтле Сабира был осраҡта әсәһен тыңламай, күрерһегеҙ, училищеға үҙ көсөм менән инәсәкмен, тигән уй менән күңелен йыуата.
— Комиссияла мәрйә ҡатын ултыра ине. Миңә ҡулындағы ҡәләме менән үҙе шаҡыған ритмды һалырға ҡушты, — тип дауам итә һүҙен ул. — Тыңлаған булды ла, һинең бер ниндәй ишетеү һәләтең юҡ, бында йөрөмә, тип ҡыуып сығарҙы. Мин уңышһыҙлыҡҡа юлыҡтым тип артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәнем. Комбинаттың мәҙәниәт йортонда эшләгән баянсылар түңәрәгенә йөрөй башланым. “Ҡайҙа шулай оҫта уйнарға өйрәндең?” — тип етәксебеҙ Юрий Никитин аптыраны. Нота серҙәренә төшөндөргәне, ижадыма илһам биргәне өсөн мин уға бик тә рәхмәтлемен.
Өфөлә йәшәгәндә Сабира Зөфәр ҡыҙы үҙенең буласаҡ тормош иптәшен — Бүздәк районы егете, юғары белемле инженер Фәнил Иҙиәтуллинды осрата. Яҙмыш елдәре йәш ғаиләне башта Чукоткаға, һуңынан Коми яҡтарына алып китә. Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөшөнә путевка алып, Усинск ҡалаһында төпләнәләр. Бер йыл эсендә фатирлы ла булалар. Тормоштарының ҡотон арттырып, бер-бер артлы тигәндәй ҡыҙ һәм улдары тыуа.
Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, хужабикә гармунын ҡулына алырға нисектер форсат тапмай. Өҫтәүенә улар көн күргән төбәктә милли сәнғәткә иғтибар ҙа булмай. Ниһайәт, 90-сы йылдарҙа илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар, демократия тулҡыны рухи тормошҡа ла үтеп инә. Бер ваҡыт Сабира, бәләкәй балаларын эйәртеп, ҡалала ойошторолған һабантуйға бара. Унда Ҡазан артистарын да саҡырғандар икән. Танылған сәхнә оҫталары Зәйнәп Фәрхетдинова менән Зөфәр Билалов тамашасыларға үҙҙәренең йыр-моңон бүләк итә.
“Баянсыларҙың уйнауы күңелемде тулҡынландырҙы, — тип иҫкә ала шул миҙгелде Сабира ханым. — Шунда иҫемә килгәндәй булдым. “Нисек мин уйнауымды ташланым, атайымдың васыятын оноттом? Мин дә бит ошо оҫталар һымаҡ өҙҙөрөп уйнай алам”. Шунда үҙебеҙҙең йырҙар яҙылған ике кассета һатып алдым. Яңынан уйнай башланым, яңы көйҙәрҙе өйрәнер өсөн өйҙә баянымды ике, өс, биш сәғәт буйы һуҙып ултырҙым. Шулай элекке оҫталығымды кире ҡайтарҙым. Ҡалала башҡорт-татар милли үҙәгенең асылыуы тураһында ишетеп ҡалдым. Шундағы ансамблгә мине баянсы итеп алдылар. Аҙаҡ үҙем ошо коллективтың художество етәксеһе булып киттем. Ансамблдең даны таралыу менән төрлө сараларға, гастролдәргә йөрөй башланыҡ. Милли рухлы, сығышы яғынан Өфөнән булған Дамир Арыҫланов беҙҙең концерттарҙы ойоштороуға ҙур тырышлыҡ һалды. Сыктывкарҙа ғына түгел, Ухта, Печора, Воркута яҡтарында ла сығыш яһаныҡ. Мине унда әле лә онотмайҙар, үҙҙәрендәге сәхнәләрҙән гармун моңон яңғыратыуымды көтәләр. Бына февралдә йәшлек эҙҙәрем ҡалған Усинскиға барып ҡайтырға йыйынам. Уларға үҙемдең яңы йырҙарым яҙылған альбомымды бүләк итермен тип торам”.
Ләкин был тормошта бәлә аяҡ аҫтында ғына, тиҙәр. Ҡаты сирҙән ғаилә башлығы ҡапыл үлем түшәгенә йығыла. Йөрәге өҙгөләнгән Сабира Зөфәр ҡыҙы уйға ҡала. Артабан нисек йәшәргә? Әле балаларҙы уҡытаһы, оло тормош юлына баҫтыраһы бар. Тыуған иле Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә ул. Тик үҙебеҙҙең мөхиттә генә ул күңеленә дауа таба аласаҡ.
— Октябрьскийҙа фатирыбыҙ бар ине, балалар менән ҡайтып төштөк, — тип һөйләй ул. — Ҡыҙымды баш ҡалала уҡыттым. Тәүҙә техникумда белем алды, аҙаҡ М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының экология факультетын тамамланы. Улым Рөстәм бында “Пападу” цирк студияһында шөғөлләнде. Артабан да шул юлды һайланы, М. Румянцев исемендәге Мәскәү юғары цирк сәнғәте һәм эстрада училищеһында уҡыны. Икеһе лә илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәй. Лира үҙ тормошон ҡорорға ла өлгөрҙө, әле ике йәшлек ейәнсәрем Милананы тәрбиәләйҙәр. Үҙем бында өс йыл Йәштәр һарайында баянсы булып эшләнем, һуңынан “Тонус” шифаханаһының баш табибы Гөлшат Мырҙанова үҙҙәренә музыка белгесе итеп эшкә саҡырҙы.
Сабира ханым — сәнғәт донъяһында ҡайнап йәшәгән йылдарында бик күп йыр-моң һөйөүселәрҙе ҡанатландырып ебәргән, уларҙы үҫтергән һәм күтәргән кеше. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас уның тағы бер күркәм таланты асыла: үҙе йырҙар ижад итә башлай.
— Күрәһең, моң күңелемдә тулышып йөрөгән,— ти ул. — Беренсе йырымды Маһира Әлимбәкованың “Дуҫтарым” тигән шиғырына яҙғайным. Шунан һуң урындағы күп авторҙарҙың шиғри юлдарына көйҙәр ижад иттем. “Ауылым шишмәләре” тигән йырым миңә ҙур танылыу килтерҙе. Уны сәхнәнән моң алиһәһе Рәүилә Мәсәлимова яңғыратты. Был йыр беҙҙең эстрадала бер хитҡа әйләнде. Ул ижадыма яңы илһам бирҙе. “Ауылым шишмәләре”н бер кем дә Рәүилә һымаҡ башҡара алмаҫ ине. Уға бик тә рәхмәтлемен. Яңыраҡ Айгөл Һағынбаева менән Искәндәр Ғәзизовҡа бер нисә йырымды тәҡдим иттем. Танылған йырсыларҙан тағы Ғәзим Ильясов менән ижади дуҫлыҡ булдырыу тураһында хыялланам. Мәскәүҙә йәшәгән һәләтле йәш башҡарыусы Әлфинә Әхмәтшан минең туғыҙ йырымды үҙенең репертуарына индерҙе. Күптән түгел Финляндия, Швеция һәм Канадала гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты. Ул илдәрҙә лә минең көйҙәрҙе ишеткәндәрҙер, тип уйлайым. Тик үҙебеҙҙең республикала әлегә был йырҙарҙың яңғырағаны юҡ. Башҡорт шағирҙарынан Рәми Ғариповтың ижадын яратам. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырым да бар минең. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең Октябрьский ҡалаһында башҡорт телендә ижад иткән шағирҙарҙың китаптары һатылмай. Танылған һүҙ оҫталарының әҫәрҙәренә юлыҡһам, күңелдә яҡты хистәр уятырлыҡ шиғырҙарға һөйөнөп йырҙар яҙыр инем.
Ҡалала үҙе кеүек моң һөйөүселәр менән Сабира Зөфәр ҡыҙы башҡорт йыр сәнғәтен һәм фольклорын пропагандалауға ла үҙ өлөшөн индерә. Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә ойошторолған “Ынйылар” ансамблендә ҡанатланып ижад итә улар.
— Унда үҙем дә йырлайым, — ти һәүәҫкәр композитор. — Беҙҙең сығыштарҙы тамашасылар яратып ҡабул итә. Күңелдә моң урғылғанда яңы йырҙар ҙа тыуасаҡ. Тағы бер изге ниәтем бар: яңы альбомымды яҙҙырғас, һоҡланғыс тәбиғәтле Белорет яҡтарына, үҙебеҙҙең Мулдаҡай һәм Инйәргә, инәйемдең тыуған ауылы Асыға барып ҡайтырға, ҡәҙерле яҡташтарымды ла ижади уңыштарым менән һөйөндөрөргә теләйем.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Октябрьский ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873