Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңған кешеләр донъяны йәмләй
Уңған кешеләр донъяны йәмләй
Ауылдар бөтә, юҡҡа сыға, тарала, тибеҙ. Ә бына Илеш районында һис улай түгел. Йәштәр тыуған төйәгендә ҡала, яңы урамдар ҡалҡа. Хәҙер ауылда ла ҡалалағы һымаҡ уңайлы шарттарҙа йәшәргә мөмкин. Хужалыҡтар хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй.
Миҫал итеп Иҫке Күктау ауылын килтерер инем. Бындағы халыҡтың тырышлығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ауыл төҙөк, йорттары күркәм. Күптән түгел генә дөйөм тырышлыҡ менән мәсет ҡалҡып сыҡты. Ауылдың район үҙәгенән йыраҡ урынлашмауы ла бик уңайлы. 442 йортта бөтәһе 780 кеше йәшәй.


Игеҙәктәр ут кеүектәр

Камил менән Шамил Бәҙерт­диновтар тәүҙә 86-сы һөнәр­селек лицейын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан игеҙәктәр Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетында белем алалар. Студент йылдарында егеттәр мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡат­на­ша, икеһе лә дзюдо, самбо буйынса еңеүселәр була. Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, туған хужалыҡтарында – «Урожай» ширҡәтендә – эш башлай игеҙәктәр. Береһе – инженер, икенсеһе агроном булып. Эш өсөн еңел автомобиль дә биреп ҡуялар.
Бында йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы йәш белгестәргә ҡанат ҡуя, иртәгәһе көнгә ышаныс уята.
Бөгөн үҙ йортоңдо төҙөү – күптәрҙең хыялы. Күптән түгел ауылда яңы биҫтә барлыҡҡа килгән. Унда Рида менән Камил Бә­ҙерт­диновтар иң беренселәрҙән булып өй туйлаған. Бәхетле ғаиләлә Камила исемле ҡыҙ үҫеп килә.
Уңған кешеләр донъяны йәмләй– Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға, хужалыҡ рәйесе Айҙар Мөхәрләмовҡа рәхмәт инде. Йәштәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар, – ти Камил менән Шамил Бәҙертдиновтар.
Иҫке Күктауҙа бындай күркәм, эшһөйәр ғаиләләр күп. Ауыл шундай кешеләр менән матур ҙа инде.

Хужалыҡта
эштәр гөрләй

Бөгөн «Урожай» ширҡәте – район­дың агросәнәғәт комплексы лидеры булып танылған ойошмаларҙың береһе. Башҡорт­остандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Айҙар Мөхәрләмов етәкселек иткән коллектив игенселек, малсылыҡ тармағын үҫтереү, уларҙан юғары продукция алыу буйынса бүтәндәргә өлгө булып тора.
Предприятие ҡеүәтле техника паркына эйә. Ҡорамалдарҙың төҙөклөгө, яңылары һатып алыныуы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарыу мөмкин­леген бирә. Һәр йыл һайын 25 — 30 миллион һумлыҡ техникаға эйә булалар. Был, бер яҡтан, һөйөн­дөрһә, икен­сенән, эшсе ҡулына ихтыяжды кә­метә.
Яҙғы сәсеүҙә айырыуса Илдар Закиров, Денис Фазлыев, Инсаф Исламов, Эдуард Ким, Фәнил Ғәлиев, Ай­рат Хөснөтдинов, Рәшит Мөниров, Денис Ташбулатов ҙур тырышлыҡ күрһәткән. Малсылыҡта Рәмил Фазылов, Зөһрә Бәҙертдинова, Илвир Нурғәлиев иң уңғандарҙан һанала. Һауынсыларҙан Венария Умракова, Юлиә Илекәева, Флүзә Шәмсиәх­мәтова, Анфиса Рамазанова, Марина Фәттәхова, Резеда Нур­­ғә­­ли­е­ва­л­ар башҡаларға өлгө булып тора.
Әйткәндәй, хужалыҡта мал һанын арттырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Һөт етештереү күләме буйынса ла районда «Урожай»ға етеүсе юҡ.
Хужалыҡ төбәктә тәүгеләрҙән булып «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыу хоҡуғын алған. Был иһә коллективҡа яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Иң мөһиме – малсылыҡты юғарыраҡ кимәлгә күтәреү өсөн шарттар буласаҡ.
Хужалыҡта эштәр гөрләп тора. Әле ашлыҡ киптергес, һыйырҙар өсөн йәйге лагерь, күршеләге Ибраһим ауылында быҙауҙар өсөн ферма төҙөлә.

Яҙмышыбыҙ –
ышаныслы ҡулдарҙа


Уңыш сере – етәксенән, тигәндәй, хужа­лыҡ рәйесе Айҙар Мөхәрләмов заман менән бергә атлай. Айҙар Йыһанша улы ошонда тыуып үҫкән. Колхозда комбайнсы, шофер булып эш башлай. Тырыш, булдыҡлы егетте бер аҙҙан машина-трактор оҫтаха­наһы мөдире итеп ҡуялар. Ситтән тороп аграр университеттың агрономия бүлеген тамамлағас, 2001 йылда ауылдаштары уны колхоз рәйесе итеп һайлай.
Шул ваҡыттан бирле Айҙар Йы­һанша улы ауыл хужалығын үҫте­реүҙең һәр яңы программаһын, алдынғы тәжрибәһен өйрәнә, кәрәк икән, ҡайҙалыр барып, күреп ҡайта, үҙе лә белгәнен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша. Шуға ла ул етәкләгән коллектив районда ауыл хужалығы тармағының йөҙө булып тора.

Элена ҒИЛМУЛЛИНА,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.


Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә