Өфө юлдарында – көн дә мәхшәр, ығы-зығы. Быға иртә-кис һайын маршрут автобустарында йөрөргә мәжбүр булған ҡала кешеләре шаһит. Берәүҙәр “яу”ҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, ҡайһы саҡта хатта зыян күреүсегә лә әүерелә.
Һуңғы йылдарҙа ниндәй генә автобусҡа ултырһаң да, юл хәрәкәтенең “автоуҙыш”ҡа әйләнгәненә һәм, пассажир булараҡ, теләмәһәң дә, унда ҡатнашырға тейешлегеңә инанаһың. Ни эшләйһең, “маршрутка”ға көн дә тейәлергә тура килә. “Тейәлергә” тим, сөнки юлда саҡта водителгә ҡарата әйтелгән “Ипләберәк йөрөт, утын тейәнеңме ни?” тигән киҫәтеү-һорауҙы йыш ишетәм.
Юлдағы ярыштарҙың, әлбиттә, килем артынан ҡыуыу арҡаһында барлыҡҡа килеүе көн кеүек асыҡ. Барыһына ла нәфсе сәбәпсе: шәберәк йөрөп, автобусҡа күберәк пассажирҙы тыңҡыслаһаң, аҡса күберәк булыр, тип уйлайҙар, ахырыһы.
Бер заман, көн кискә ауышҡан мәлдә, 255-се маршрутта күп һөйләргә яратҡан водитель тура килде. Автобуста өс-дүрт кенә пассажирбыҙ. Водителебеҙ хәмер йотоп алғандай ҙа тойола, бәлки, артыҡ тулҡынланғандыр: биттәре алһыуланып тора. Тәүге туҡталышта халыҡ йыйылғанын көтөп ултырған саҡта, аҡсаһын һанай-һанай, ул үҙенең бөгөн етерлек килем алмағанына беҙ ишетерлек итеп борсола ине. Мин инде, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, уртаса табышы тураһында һораштым.
– Тырышып эшләһәң, көнөнә 5 000 һумдан да артып китә. Бөгөн иһә 2 500 һум тирәһе генә йыйылды. Әллә ниндәй көн булды... Етмәһә, автобусты бер районға барыу өсөн ялларға теләйҙәр... 8 000 һум өсөн йөрөмәҫмен инде.
– Көн һайын эшләйһегеҙме?
– Юҡ, ике көн аша. Ҡәнәғәтмен былай...
Төпсөнөүемә аптыраманы был ағай. Тағы ла тормошондағы төрлө хәлдәрҙе бәйән итә башлағайны, туҡталышыма етеп, төшөп ҡалдым.
“Автобуста ҡыйын, бәрелеп-һуғылып йөрөйбөҙ” тигән тәнҡит буш урында барлыҡҡа килмәй. Мәҫәлән, сит ил маркалы маршрут автобусы салонындағы “Ултыра торған урындар —16, ә баҫып барыусылар һаны — 0” тигән яҙма ни өсөн ысынбарлыҡта тормошҡа ашырылмай, ҡағиҙә һаҡланмай? Йә, ярай, беҙҙә баҫып бармайынса ла булмай, ти... Ләкин аяғөҫтө торғандар тиҫтәнән ашып китһә, тығыҙлыҡта барыуы ифрат ауыр бит. Ә водитель, баҫып торорлоҡ әмәл ҡалмаһа ла, һәр туҡталышта кеше йыя, эшкә тиҙерәк барып етергә теләгәндәр тығылыуын дауам итә. Һауа етмәй, халыҡ асыулана, тормозға баҫылған һайын бер-береһенең өҫтөнә ауалар. Етмәһә, сит ил транспорттарының күбеһендә баҫып барыусылар өсөн бер ниндәй уңайлыҡ юҡ. Һауаға тотонорға тейешһеңме икән ни?.. Тын етмәүҙән кешеләр һушын юғалтып ҡолаған осраҡтар ҙа йышайып китте.
Көн дә автобусҡа ултырырға тура килһә лә, водителдәрҙең ҡылығына ныҡлап иғтибар иткән дә юҡ... Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, “Сипайлово” туҡталышына килдем. Күпме машина бында! “ПАЗ”, “ГАЗель”, “Ford Transit”, “Peugeot Boxer”... Миңә юлға сығырға әҙерләнгән 6-сы маршрут автобусы ишеген асып тора. Ултырҙым, тик һаман ҡуҙғалмайбыҙ, кеше йыябыҙ. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, сиратыбыҙ еткәнен көтәбеҙ: был маршрут автобустары 12 минут һайын йөрөргә тейеш. Водителдең янында бөтә нәмәне күҙәтеп бармаҡсы булып, алға күсеп ултырҙым. Ҡайышты эләктерәм тиһәм, урыны юҡ, әллә боҙолған, шуға күрә бер яҡ ситен һул ҡулым менән тотоп ултырырға мәжбүр булдым. Ҡуҙғалдыҡ. Юрамал күҙәтеп, тирә-яғыңды байҡап барһаң, бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ һымаҡ. Водителдең иғтибарын туҡтауһыҙ шылтыраған телефон кәметә төшә. Бер маршрутта йөрөгәндәр үҙ-ара бәйләнеш тота, уларҙың һөйләшеүе үҙенә күрә отчет кеүек һүҙ теҙмәһенә ҡайтып ҡала:
– “Трикотажка”ламын, теге “етенсе”не светофорҙа уҙҙым. Минең арттан килгән Саняға шылтырат, алда – “тығын”, яйыраҡ килһен...
Ошондай һөйләшеүҙәрҙең пассажирҙарҙың күбеһен сығырынан-сығарғанына шаһит булғаным бар.
Ҡайһы бер водителдәрҙең туҡталыштарҙың исемен, уның ҡайҙа урынлашҡанын белмәүе аптырата. Автобусҡа ултырыр алдынан “Мин фәлән ергә барып етә аламмы?” тип һораусылар күп осраҡта унан түгел, ә пассажирҙарҙан дөрөҫ яуап ала. Белгәндәр табылмаһа инде, әлеге кешегә икенсе транспортты көтөргә тура килә. Был хәл айырыуса “ПАЗ”дарҙа йыш осрай, сөнки сит илдән эшкә килгәндәрҙең байтағы шул “маршрутка”ларҙы йөрөтә.
Бер көндө автобусҡа инһәм, көньяҡ музыкаһы яңғырап тора. Салондағы биш кеше, аптырашып, йыр тыңларға мәжбүрбеҙ. Бер туҡталышта ҡыҙы менән ингән мәрйә апай: “Нимә был? Әллә дискотека барамы?” — тип музыка тауышын кәметеүҙе һораны. Тағы бер аҙ барғас, был водитель тәмәкеһен төтәтеп ебәрҙе, салонға уҡшытҡыс еҫ таралды. Баяғы апай: “Тәмәке тартмағыҙ, балалар бар бит!” — тип шунда уҡ тауыш күтәрҙе. Водителдәр халыҡ менән эшләгәнен онотмаһын ине лә бит!..
Ә бер мәл Октябрь проспекты буйлап елдерә инек. Салонда кеше аҙ, шуға күрә водитель һораған туҡталышта ғына тормозға баҫа. Икенсе рәттән ҙур тиҙлектә килеп, беренсегә күсергә булғайны, урам араһынан бер автомобиль, төп юлға сығырға ниәт итеп, алдыбыҙға килеп туҡтаны. Ҡуҙғала алмай тик ултыра. Автобусыбыҙ, ҡапыл һулға сайҡалып, йәнә беренсе рәткә күсте. Бындай һелкенеүгә әҙер булмағас, саҡ тотоноп өлгөрҙөк. Ә бер урта йәштәрҙәге ҡатын “лап” итеп иҙәнгә ултыра төштө. Кейеме бысранып, ауыртынып, автобустан төшөп китте. Дәғүә белдереп ҡарағайны ла, килеп сыҡманы: юл хаҡы йыйып ултырған ханым, бер ни өндәшмәгән водителде яҡлашып, уға ҡаты ғына һүҙҙәрен “бәрҙе”.
Халыҡ шәп йөрөүгә өйрәнеп тә бөткәндер инде: шоферға яйлыҡ өсөн дә һүҙ тейә. Мәҫәлән, бер иртәлә, бөтә кеше эшкә ҡабаланғанда, автобусыбыҙ, шик тыуҙырып, ныҡ яй барҙы. Асыуы йөҙөнә сыҡҡан бер апай түҙмәйенсә:
– Беҙ китеп барабыҙмы, әллә шыуышабыҙмы? — тип ҡысҡырҙы.
– Ошо тиҙлектән арттырырға ярамай, — водитель ҡырыҫ ҡына яуапланы.
Бына һиңә мә! Апай, ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә, ҙур-ҙур сумкаларын йыйып алды ла:
—Былайтып барғансы, шәберәк йөрөгән автобусҡа ултырам! — тип төшөп ҡалды.
“Әҙәм балаһына ай ҙа, ҡояш та ярамай” тигән әйтем юҡтан бар булмағандыр инде...
Әле мин ултырып барған 6-сы маршрут автобусының водителе, телефондан һөйләшкеләп алһа ла, ҡәнәғәтһеҙлек белдерерлек бер ни ҙә эшләмәне кеүек. Киреһенсә, салондан сыҡҡан һәр кемгә:
— Зинһар, алығыҙ, һеҙҙең сдача, — тип аҡса тоттора. Кешеләр ихтирамлы водителгә рәхмәт әйтеп төшөп ҡала.
Хәйер, был ағайҙың Менделеев урамы буйлап урман араһынан үткәндә берәй хилафлығын аңғарырмын, тип уйлайым: был юлда сәғәтенә 110 – 120 саҡрым тиҙлек менән елдергәндәр ҙә бар. Ә беҙ “80” менән тыныс ҡына барҙыҡ. Бәлки, әле ваҡыты шулайҙыр: баҫып барыусылар юҡ. Ә бит ошо Менделеев урамының икенсе осонда машина күбәйеп, үтеп китеү ауырлашҡас, салон пассажирҙар менән тулы булыуға ҡарамаҫтан, водителдәр трамвай юлына төшөп алып, даңғыр-доңғор елдереү яғын ҡарай. Юлдарҙың соҡор-саҡырлы, тар булыуы, йәйәүлеләрҙең дә, водителдәрҙең дә юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға юлыҡтыра. Был хаҡта көн дә тиерлек ишетеп, уҡып торабыҙ.
Һуңғы туҡталышҡа етеп киләбеҙ. Ғәжәп, был водитель автобусты тәртипле генә йөрөттө, әллә минең үҙе тураһында яҙырға йыйынғанымды һиҙенде инде…
“Телеүҙәк” туҡталышында автобустарҙан оҙон сират теҙелгән. Алдараҡ торған 255-се “маршрутка”ға инеп ултырҙым. Бындай “ПАЗик”тарҙа, урын күберәк, һауа иркенерәк булһа ла, тауыш көслө. Был водитель, баяғынан айырмалы, киҫкен хәрәкәттәр менән автобусты “уйнаҡлатып” алып бара. “Үҙәк баҙар” туҡталышында пассажирҙарҙы юлдың икенсе рәтендә төшөрҙө лә ишек асыҡ көйө урынынан ҡуҙғалды. Тап шул мәлдә инергә ынтылған бер әбей саҡ йығылманы. Салондағы өлкән йәштәге апайҙар: “Туҡта, туҡта! Ҡайҙа ҡарайһың? Әбейҙәргә һан юҡмы ни?” – тип шаулашып алды. Бындай осраҡтар йыш була: автобусҡа инеүең менән водитель газға баҫа — йә тотоноп өлгөрәһең, йә башҡаларҙың өҫтөнә ауаһың. Бер заман шулай бер апайҙың йәш ирҙең алдына килеп ултырыуы көлкө кеүек тойолғайны. Киреһенсә килеп сыҡһа, ҡатынға, бәлки, травмпунктҡа ла барырға тура килер ине…
Маршруткалар араһындағы иң ҡыҙыу ярыш Октябрь проспектында баралыр, моғайын: юл киң, автобус та, туҡталышта кеше лә күп. Йәмәғәт транспорты беренсе рәттән йөрөргә тейеш булһа ла, водителдәр икенсегә, хатта өсөнсөгә сығып елдереүсән. “Час пик” ваҡытында бында ҡолаҡ тона, йөрәк дөпөлдәп тибә, баш ауырта башлай.
Сипайлово урамынан түбәнгә ҡарай төшөп барабыҙ. Мин был ерҙе электән “осош һыҙаты” тип йөрөтәм. Аҫҡа ҙур тиҙлектә елдергәндә, ысынлап та, бына-бына осоп китербеҙ һымаҡ. Етмәһә, юл соҡор-саҡырлы: салонда иң артта ултырырға тура килһә, эсәктәрең ҡойолоп төшөр төҫлө…
Сәйәхәтемдең аҙағына еткәс, иркен тын алып, автобустан төштөм. Туҡталышта шығырым тулы халыҡ үҙ “маршрутка”һын көтә. Ошондай ҙур ышаныс белдерелгән водителдәр юлда тәртипкә ынтылһын, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһен ине лә бит. Үҙенең генә түгел, ә күпме кешенең ғүмере өсөн яуаплы бит улар.
Шуға иғтибар иткәнем бар: ҡайһы бер водителдәр яғыулыҡты экономиялау маҡсатында түбәнгә ҡарай, тиҙлек алмаштырыу ҡумтаһына ял биреп, “нейтралка”ла барыуҙы хуп күрә. Әлбиттә, былай йөрөү-йөрөмәү һәр кемдең үҙ теләгенән торалыр, ләкин пассажирҙар менән тулы автобуста хәүефһеҙлекте тәьмин итеү иң мөһим талап булырға тейеш түгелме ни?
Әгәр водитель юл ҡағиҙәһен боҙһа, бының өсөн уға ҡануниәткә ярашлы яза бирелә: йә танытмаһын күпмелер ваҡытҡа тартып алалар, йә штраф түләтәләр. Минеңсә, бынан фәтүә бар, шулай ҙа ҡағиҙәләргә ихтирамлы ҡараш, юлда бер-береңә итәғәтле мөнәсәбәт иң элек мәҙәнилектән, әҙәплелектән киләлер.
Юлдағы тәртипһеҙлек мәсьәләләре Хөкүмәттә лә, баш ҡала хакимиәтендә лә йыш ҡарала, «маршрутка»лар йөрөшө тейешле органдар тарафынан күҙәтелә лә һымаҡ, тик үҙгәрештәр әллә ни тойолмай. Ниңә беҙ берәй фажиғә булғанын көтөп торабыҙ ҙа, шунан һуң ғына ашығып-ашҡынып, быға ҡағылышлы бар нәмәнең аҫтын-өҫкә килтерәбеҙ? Машина йөрөтөүселәрҙе туҡтауһыҙ иҫкәртеп, хатта штраф һалып ҡаңғыртҡансы, бәлки, уларҙы маҡтап та алырға кәрәктер? Мәҫәлән, йыл буйына юл ҡағиҙәһен боҙмағандарға бүләккә бер бак бензин биреү йәки түләнмәгән штрафтарын “онотоу” акцияһын ойоштороу файҙа килтермәҫме? Алда нимә булырын белә алмаһаҡ та, юлда йөрөү мәҙәниәте мәсьәләһендә лә, минеңсә, сикләү генә түгел, маҡтау ҙа килешер ине.
Өфө урамдары буйлап БДУ студенты
Динара КӘРИМОВА сәйәхәт итте.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.