Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәйшә инәй байрамды ҡайҙа ҡаршылар?
Ғәйшә инәй байрамды  ҡайҙа ҡаршылар? Арабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары көндән-көн кәмей бара, ә иҫәндәренә һаман да иғтибар һәм ихтирам етешмәй. Шулай булмаһа, тиҙҙән һикһән һигеҙ йәшен билдәләйәсәк Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйшә Хәйбуллина алыҫ туғанында көн күрер инеме?!

Ветеранға тейешле торлаҡ сертификатын юллаусы ла, уңайлы фатирға лайыҡлы булыуы хаҡында әйтеүсе лә табылмаған. Инәй ошоғаса бер үҙе йәшәгән һәм ҡасандыр торлаҡҡа, бәлки, мохтаж да булмағандыр. Әммә йылдар үҙенекен ала, ҡасандыр “ҡорос ат”тарҙы йүгәнләгән ун биш йәшлек ҡыҙыҡайға бөгөн еңелдән түгел. Һаулығы йылдан-йыл ҡаҡшай, ҡартлыҡ үҙен һиҙҙерә. Әгәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тейешле торлаҡ сертификаты уға ла бирелеп, бар уңайлыҡтары булған фатирҙа көн итергә яҙһа, Ғәйшә Бирғәли ҡыҙының күңеле күтәрелеп, йәшәргә көсө артыр ине. Инәйебеҙҙең ҡартлыҡҡа бирешергә иҫәбе юҡ әле.
Ҡәһәрле һуғыш башланғанда Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында йәшәүсе Ғәйшә Хәйбуллинаға ни бары ун биш йәш була. Был ваҡытта ул тракторсылар курсын тамамлап, үҙе йәшәгән Ворошилов исе­мендәге колхозға эшкә тәғәйенләнә. Барлыҡ хыял­дар­ҙың бер көн эсендә селпәрәмә килеүен ҡыҙ абайламай ҙа ҡала. Һуғыш кешеләр яҙмышына мәңге уңалмаҫ яралар һала, уларҙы яҡындарынан, сәләмәт­легенән, бәхетенән мәхрүм итә. Армия, фронт хаҡын­дағы хәстәрлектәр, нисек тә тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтыу теләге башҡалар менән бергә ошо тал сыбығындай ғына ҡыҙҙың да иңенә төшә. Ҡышҡы сатлама һыуыҡмы, яҙғы бысраҡмы, тәбиғәттең көйһөҙләнеүеме — бер нигә ҡарамай, быуындары ла ҡатмаған үҫмерҙәр ”ҡорос ат”тарын баҫыуға алып сыға. Көс-хәл менән трактор моторҙарын то­ҡандырған, талсыҡҡан аслы-туҡлы ҡыҙҙар Еңеүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн тырыша. Күҙ йәштәренә ман­сылған игендең һәр бөртөгөн фронтҡа оҙата улар. Ғәйшә үҙе кеүек үҫмер ҡыҙҙар Нәҡиә Байбулова, Сәғирә Фәтҡуллина, Фәтхиә Еникеевалар менән һабан һөрә, иген ура.
Һуғыш тамамланғас та, Ғәйшә Бирғәли ҡыҙы тракторын ташламай: игенсе хеҙмәтенең бөтөн ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татый, емереклектәрҙе төҙәтеү, илде күтәреү өсөн бар тырышлығын һала. Алдынғы трак­торсының ҡулында һәр саҡ хеҙмәт байрағы елберләй, йылдан-йыл һөҙөмтәләр яҡшыра, исеме Почет таҡта­һынан төшмәй. Үҙе әйтмешләй, “баҫыуҙан ҡайтып инмәнем, хатта шәхси тормошомдо ҡорорға ла ваҡыт булманы”.
Уңған ҡатындың тырыш хеҙмәте ғәҙел баһалана: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарман хеҙмәте өсөн бирелгән, Еңеү хөрмәтенә сығарылған иҫтәлекле миҙалдар бөгөн күкрәген биҙәй. Заманында ул бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Шулай ҙа иң оло бүләк — кешеләрҙең ихтирамы.
Шуныһы үкенесле: күпме ауырлыҡты үҙ иңендә күтәргән, батыр йөрәкле, егәрле тракторсының бөгөн йәшәр урыны ла, торор йорто ла юҡ. Ярай әле, алыҫ туғаны уны үҙ тәрбиәһенә алған. Хәйер, Йәнифә һәм Рәхмәтулла Мусиндар үҙҙәре лә оло йәштә, уларға инәйҙе ҡарашырға балалары ярҙам итә. Улдары Рәсүл яңыраҡ Ғәйшә Хәйбуллинаны күҙенә операция яһатыу өсөн Өфөгә алып барған, ҡыҙҙары Рәзилә әле инәйгә төрлө медицина анализдары тапшыртырға ярҙам итә.
Ә ветерандың хәтере шәп, зиһене теүәл, һаулығына ла зарланмай, гәзитте хатта күҙлекһеҙ уҡый. Йорто булһа, бер үҙе лә гөрләтеп донъя көтөрлөк. Тик бер генә хыялы бар: Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын бөтә уңайлыҡтары булған үҙ йортоңда ҡаршылау. Ғәйшә инәй быға, әлбиттә, лайыҡ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә