Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заманса ғаилә мөнәсәбәттәре
Ир-ҡатын, бала-саға һәм яҡын туғандарҙан торған төркөмдө ғаилә тип таный инек. “Ғаилә дәүләт тарафынан яҡлана, никах ҡатын менән ирҙең ирекле ризалығына нигеҙләнә, ир менән ҡатын ғаилә мөнәсәбәттәрендә тулыһынса тиң хоҡуҡлы” тигән фекерҙә йәшәнек. Ғаиләнең йәмғиәт менән бергә үҫешеүен, үҙгәреүен дә беләбеҙ. Әммә әлеге осорҙағы үҙгәрештәр саманан сыҡты, минеңсә.


Бөгөн “ғаилә” атамаһына бик күп мә­ғәнә өҫтәлде: тулы, тулы булмаған, килешеп йәшәүсе (контракт), граждандар никахы буйынса бергә тороусы ваҡыт­лы­са көн иткән, икенсе-өсөнсө тапҡыр ҡоролған... Ҡолаҡҡа ятмаған атамалары хаҡында әйтеп тә тормайым. Асыл­да өр-яңы ғаилә мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде.
Революцияға тиклем ғаиләгә, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән атай-әсәй, олатай-өләсәй, балалар, ейән-ейәнсәрҙә­рҙән тыш, ҡайнаға-ҡәйнеш, ҡә­йен­би­кә-ҡәйенһеңле индерелһә, артабан улар туғандар рәтенә күсерелә. 1917 йылғы ваҡиғаларға тиклем халыҡ иҫәбен алғанда тыуымға сағыштырма тикшереү алып барылмай.
Граждандар һуғышы, эмиграция 10 миллионға ­яҡын ғаиләне юҡ итә. Һәр бишенсе ғаилә тигән һүҙ был. Урамға сығарып ташланған йөҙ меңләп етем менән гармониялы ғаилә төҙөргә йыйына яңы йәмғиәт.
Дингә ҡаршы көрәш тә ғаилә башына ҡаты түмәр булып төшә. Мосолман­дар­ҙың әхлаҡ нормалары, традициялары боҙола башлай, енси мөнәсә­бәт­тәр бәй­һеҙләнә. Никахҡа инмәй ҡоролған ғаилә­ләрҙең йәмәғәтселек һәм дәүләт ал­­дын­да абруйы төшә. Тар ҡарашлы, үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртыусы елбәҙәк­тәр никахһыҙ йәшәүҙе мещан әхлағынан ары­ныу, ирекле фекер йөрө­төү менән аңлата. Юридик яҡтан хоҡуҡ­һыҙ ғаилә балалары законһыҙ тыу­ған­дар иҫәбенә индерелә. Эшсе ҡулдар етешмәү арҡаһында, ҡатын-ҡыҙҙы ирҙәр менән бер рәттән ауыр эшкә ебәреү ҙә ғәҙәти хәл була. Аҫыл зат вәкилдәре станок артына баҫа, ер ҡаҙа, арба менән күмер ташый һ.б.
Революцияға тиклем ҡатын үҙ ғаилә­һе өсөн генә эшләй, сараһыҙҙан яллан­ғандар һирәк була. Батша һәм пат­­ри­архаль ғаилә иҙеүе­нән ҡотолған, тиң хоҡуҡты, иректе тойған ҡатын-ҡыҙ, көнө-төнө эшләүгә күсеп, әкренләп ғаиләнән ситләшә. Ауылдарҙа ғына йә­шәү шарттары һәм ҡатын-ҡыҙға мөнә­сәбәт үҙгәр­мәй һаҡлана. Кулак­лыҡта ғәйеп­ләнгән тотош ғаилә ағзалары Себергә оҙатыла. Тәү тапҡыр яңы власть ғаиләне рәсми таный, әммә уны яҡламай. Йәмғиәт нигеҙе тотош тарҡала: ирен – бер, ҡа­тынын – икенсе лагерға, бала-саға­һын төрлө балалар йортона оҙатҡан фажиғә­ле хәлдәр булып тора. “Бала атай өсөн яуаплы түгел”, тигән булһа­лар ҙа, асылда ул атаһы, олатаһы, яҡындары, тотош социаль һәм милли сығышы өсөн яуап бирә. Бындай ҡайғы-хәсрәт кисергән ғаиләләр беҙҙең арала йәшәне. Уға һәр кем үҙ ауылында йә районында миҫал таба ала.
Ошондай ҡатмарлы заманда ла күпселек кеше тәбиғәтенә ярашлы үҙ ояһын ҡорорға, нәҫелен дауам итергә тырышты. “Ирек” тәмен татыған ҡатын-ҡыҙҙың күп бала табыуҙан ситләшеүенә лә шаһит булдыҡ. Беҙҙең әсәйҙәр итәк тулы бала үҫтерһә, апай-еңгәләр биш­тән арттырманы, һеңлекәштәр икешәр бала тәрбиәләй. Социология фәне үҫеш­мәгәнлектән, был мәсьәлә тик­шерел­мәй килде. 1936 йылда, ҡа­тын­дарҙы өс айға иркенән мәхрүм итеү менән ҡурҡытып, аборт яһауҙы тыйыу һөҙөмтәһендә күп кенә аҫыл зат вәкилдәре, йәшерен бала төшөртөүгә барып, мәрхүм булды, һаулығын юғалт­ты. Законһыҙ тыуған балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡ­лығына атаһының исеме урыны­на һыҙыҡ ҡына ҡуйыла. Ошо тамға бала­ның киләсәген ал­дан уҡ билдә­ләй.
Ирекһеҙҙән илдә аборт яһау яңынан рөх­­сәт ителә. Ста­тистиканан күрене­үенсә, шу­ның һөҙөмтәһендә 1956 йылдан алып бөгөнгәсә 100 миллиондан ашыу кешене юғалт­ҡанбыҙ.
Ғаилә хәле көрсөккә килеп терәлә: уҙған быуаттың илленсе йылдары башында ҡалаларҙа ун никахтың береһе тарҡал­һа, ­был нисбәт егерме йылдан һуң — 5:1, тағы егерме йыл үткәс, 1:1 тәшкил итә. Ә балалар һаны кәмегәндән-кәмей.
Тыуыу кенәгәһендәге “атай” урынын­дағы һыҙыҡты алып ташлап, яңғыҙ әсә­ләргә пособие түләп, дәүләт “урам мөхәб­бә­те”н, “еңел никах”ты хупламай, әлбиттә. Әммә бер ҡайҙан да ярҙам алмаған ғаиләләрҙә ошо изге сара ҡәнәғәтһеҙлек, асыу тыуҙыра. Тулы ғаилә балаларын үҙаллы үҫтерергә, тәрбиә­ләргә һәләтле тип иҫәпләнә. Баҡ­тиһәң, статистиканан күренеүенсә, атаһы ла, әсәһе лә эшләгән ғаилә, нигеҙҙә, ике баланы ғына матди яҡтан тәьмин итә ала. Тулы ғаилә үҙенең бер кемгә лә кәрәкмә­гәнлеген, яҡланмаған­лығын тоя. “Һинең балаң үҙеңдән башҡа кемгә кәрәк инде!” — тигән ҡараш нығына.
Хәҙер никахһыҙ тыуған балаларға ҡараш үҙгәрҙе, элеккесә ҡыйырһы­тыу­сылар юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, закон тарафынан балаға “никахһыҙ тыуған” тигән тамға һуғылмаһа ла, тормошта, әҙәбиәт­тә ул йыш ҡулланыла әле. Туғандар араһында ла тыумаларға ҡараш һалҡы­ныраҡ. Никах рәсми рәүештә теркәлмә­гәнлектән, күпселек осраҡта бала атаһынан матди ярҙам талап итә алмай. Атай кеше сабыйҙы үҙенеке итеп танымаһа, закондың да йоғонто яһауы икеле.
Ҡайһы бер ҡатындар үҙ теләге менән законлы никахҡа инмәй. Бындай осраҡ­тар күп. Улар, ирҙәрҙең эсеүенән, кеше елкәһендә көн итеүенән ҡурҡып, үҙе өсөн генә бала таба. Ҡыҙҙары­быҙҙың күпләп сит илгә ынтылыуының да нигеҙендә ир-аттың ялҡаулығы, бошмаҫлығы ята.
Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында никахты законлы теркәү өсөн ғариза биргәндән һуң бер ай көтөргә тигән ҡағиҙә булдырылды. Әммә был закон да ыңғай һөҙөмтә бирмәне, никах­һыҙ енси мөнәсәбәткә ингән йәштәр ғаилә ҡороу урынына етемдәр һанын ғына арттырҙы.
Бөгөн атай-әсәйҙән торған ябай ғаилә модала, сөнки йән аҫрау теләге боғаҙҙан ала, башҡа сәбәптәре лә етерлек: йәштәр үҙаллы йәшәргә теләй, ҡарттар ҙа балаларынан айырым көн итеүҙә хуп күрә.

Миңниса БАҺУМАНОВА,
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһы ағзаһы.

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә