Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ мәнфәғәтендә
Федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле “Башҡортостан Республикаһында фәнни һәм фәнни-техник эшмәкәрлек тураһында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индерелде.
Атап әйткәндә, был үҙгәрештәр Законды ғилми дәрәжәләр, ғилми исемдәр тураһындағы документтарҙы раҫлауға ҡағылған яңы статья менән тулыландырыуҙы күҙ уңында тота. Статьяға ярашлы, Башҡортостандағы дәүләт власы органдары ғилми дәрәжәләр һәм ғилми исемдәр тураһындағы документтарҙы раҫлау йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған вәкәләттәрҙе бюджет ассигнованиелары иҫәбенә тормошҡа ашыра.

***
“Башҡортостан Республикаһының Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Законындағы яңылыҡтар республикалағы юғары күҙәтеү органы булараҡ Конституция судын ойоштороуҙың һәм уның эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен артабан камиллаштырыу зарурлығына, шулай уҡ 2014 йылдың 4 мартындағы 57-се Закон менән Конституцияға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле. Хоҡуҡи документ Конституция суды рәйесе вазифаһын биләүсенең йәшенә ҡағылышлы норма менән тулыландырыла.

***
“Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 82-се Закон уның положениеларын 284-се Федераль закон менән яраштырыу маҡсатында эшләнгән. Үҙгәрештәр муниципаль берәмек башлығын отставкаға ебәреү нигеҙҙәре исемлеген киңәйтеү күҙаллана. Норматив акт менән урындағы үҙидара органдарының һәм уларҙың вазифалы кешеләренең эшмәкәрлегенә контроллек итеү йәһәтенән 32-се статьяға етди үҙгәрештәр индерелә. Шулай уҡ планға ярашлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр ойоштороу тәртибе, контроль һәм күҙәтеү органдарының мәрәжәғәттәренә яуап биреү срогы билдәләнә.

***
“Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыуҙы, уларҙан файҙаланыуҙы тәьмин итеү хаҡында”ғы республика Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 84-се Законды ҡабул итеү ошондай уҡ Федераль закондағы яңылыҡтарға бәйле. Хоҡуҡ акты ошондай мәғлүмәтте Интернет селтәрендә асыҡтан-асыҡ урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота, шулай уҡ дәүләт мәғлүмәт системаһының рәсми сайтында сағылдырылған дәүләт органын кадрҙар менән тәьмин итеү хаҡындағы белдереүҙәр исемлегенә аныҡлыҡ индерә, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу тураһындағы мәғлүмәттәр составын асыҡлай.

***
“Урындағы үҙидара депутаты, һайлап ҡуйылған орган ағзаһы, һайлап ҡуйылған вазифалы кеше вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу гарантиялары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы республика Законында урындағы үҙидара депутаты, һайлап ҡуйылған орган ағзаһы, һайлап ҡуйылған вазифалы кеше яҙма рәүештә, депутат һорауы йәки шәхси ҡабул итеү тәртибендә мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы ойошмалар төшөнсәһе асыҡлана.

***
“Халыҡты һәм территорияларҙы тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 14-се статьяһына индерелгән үҙгәреш ошо өлкәләге федераль закондарҙағы граждандар оборонаһына, хәүефле етештереү объекттарын файҙаланған ойошмаларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеүгә әҙерләүгә бәйле яңылыҡтар менән яраштырыуға йүнәлтелә.

***
“Башҡортостан Республикаһында капитал һалыу рәүешендә тормошҡа ашырылған инновациялы эшмәкәрлек тураһында”ғы республика Законының 9-сы статьяһына индерелгән үҙгәреш капитал һалыу рәүешендәге инвестиция эшмәкәрлеген көйләү алымдарына асыҡлыҡ индерә.

***
“Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһын­да”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 20-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон төбәк йәки муниципаль-ара әһәмиәттәге түләүле автомобиль юлдарын йәиһә уның түләүле участкаһын файҙаланыу мәсьәләләрен көйләгән 20-се статьяны федераль ҡануниәт менән яраштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә