Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Студент булыуы еңелме?
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап эҙләне
Студент тигәндә күңелде ниндәйҙер ҡапма-ҡаршы тойғолар солғап ала. Тәүгеһе күңелле, вайымһыҙ, ниндәйҙер кимәлдә хатта “йүгәнһеҙ” йәшлек йылдары менән үрелһә, икенсеһе — аслы-туҡлы йөрөгән, үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр булған, һәр тин аҡсаһын һанап тотҡан, әммә барыбер ҙә оптимист булып ҡалған йәштәрҙе һынландыра. Студент булыуы еңелме? Бөгөнгө һөйләшеүҙе нәҡ ошо һорауға ҡайтарып ҡалыуыбыҙ юҡҡа түгел. Стипендия түләйбеҙ, торлаҡ бирәбеҙ, ҡайһы берәүҙәр хатта социаль ярҙам да ала, тиер белгестәр, әммә асылда нисек һуң? Студентты, ысынлап та, социаль яҡтан яҡланған тип әйтеп буламы? Һорауҙарға яуапты “түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостан Мәғариф министрлығының юғары белем биреү бүлеге белгесе, эксперт Марат АБДУЛЛИН, Башҡортостан дәүләт аграр университетының тәрбиә эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Альберт ҒИЗЗӘТОВ, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенты Инсаф МОРАТОВ, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты студенты Регина ВӘЛИЕВА, Башҡорт дәүләт университетының география факультеты студенты Ғаяз БИКБУЛАТОВ һәм Башҡорт дәүләт авиация техник университетынан Кемаль САРИКАЯ (Төркиә) менән бергәләп эҙләнек.
— Марат Таһир улы, тәүге һүҙҙе һеҙҙән башлағы килә. Билдәле булыуынса, бөгөн республиканың дәүләт ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттарында — 140 меңдән ашыу, коммерция вуздарында 20 меңгә яҡын студент белем ала. Беҙ әле колледж, техникумдарҙы иҫәпкә алмайбыҙ. Уйлап ҡараһаң, үҙе бер армия. Әммә эш һанда түгел. Йәштәрҙең сифатлы белем алыуына, лайыҡлы шарттарҙа йәшәүенә, ҡыҫҡаһы, үҙе теләгән һөнәрҙе үҙләштереүенә ниндәй программалар булышлыҡ итә? Улар эшләйме?
Марат АБДУЛЛИН:
— Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә. Беҙ уҡыған саҡта, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының ректоры ла, факультеттың деканы ла: “Студент — үҙаллы белем алыусы шәхес”, — ти торғайны. Тимәк, ул I курстан алып ҡулына диплом алғансы, Хөкүмәттән дә, ата-әсәһенән дә ярҙам көтөп ултырырға тейеш түгел, ә үҙ тырышлығы менән тормошҡа дөрөҫ яраҡлашырға һәм сынығырға бурыслы. Ижтимағи ойошмаларҙа ҡайнап йәшәһенме, сәйәси үҙәктәрҙәме, спорт, мәҙәниәт өлкәһендәме — студенттың үҙенең ҡарамағында. Иң мөһиме: ул уҡыу йорто һәм дөйөм ятаҡ стеналары менән генә сикләнеп ҡалмаһын.
Социаль яҡлауға килгәндә иһә был мәсьәлә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың ныҡлы контролендә. Иң һуңғы яңылыҡтарҙың береһе — “Стартҡа хоҡуҡ” проектының башланғыс алыуы. Һөҙөмтә бар. Айырыуса йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу тәжрибәһе төплө өйрәнелә. Әйткәндәй, был йәһәттән Башҡортостан күп төбәктәргә өлгө күрһәтте: республика юғары уҡыу йорттарының байтағында махсус эшҡыуарлыҡ базалары булдырылды. Мәҫәлән, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы эргәһендә пластик тәҙрәләр һәм мебель эшләү цехы бар. Бында 50-нән ашыу студент белем алыу менән бер рәттән, йыл дауамында эшләп тә йөрөй, уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнә. Бынан тыш, йәштәрҙең ҡеүәтле предприятиеларҙа стажировка үтеүен тәьмин итеү, артабан уларҙың ошонда уҡ эшкә урынлашыуына булышлыҡ күрһәтеү ҙә махсус программалар менән нығытылған.
— Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа байтаҡ программалар ҡабул ителде. Кемдер уларҙың һөҙөмтәһен дә тойоп өлгөргәндер. Әммә, беҙгә ҡалһа, студент барыбер ҙә мәғлүмәти яҡтан артта ҡала. Күп яңылыҡтарҙы ул йыш ҡына хатта ишетмәй ҙә. Шуға күрә был осраҡта йәштәрҙең үҙҙәренә лә сосораҡ булыу шарттыр?
Марат АБДУЛЛИН:
— Тулыһынса килешәм. Бөгөн беҙ шул тиклем көслө мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ. Интернет, телевидение, радио, гәзит-журналдар... Ғөмүмән, студенттың үҙенә ҡағылышлы хәбәрҙе таба белеүе һәм уны ваҡытында файҙаланыуы үрҙә телгә алған “сынығыу” алымына матур өлгө, минеңсә.
— Был хаҡта йәштәрҙең үҙҙәренән дә һорап үтәйек әле. Ғаяз, һин әле әйтелгән программалар менән танышһыңмы?
Ғаяз БИКБУЛАТОВ:
— Ишетеп беләм, әлбиттә. Үҙемә ярашлыһына киләсәктә мотлаҡ инәсәкмен. I курс студенты булғанлыҡтан, быға тиклем студент тормошона яраҡлашыу үттем. Әле иһә, тырышып-тырмашып, тәүге сессияны тапшырыу менән мәшғүлмен. “Өслө” эләктереп, стипендияһыҙ ҡалғы килмәй.
— Стипендия тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны белге килә: айына 1300 һум аҡса етәме һуң?
Ғаяз БИКБУЛАТОВ:
— Аҡса күп булған һайын етмәй ул. Уңлы-һуллы һелтәмәйенсә, аҡыл менән сарыф иткәндә, 1300 һум — студент өсөн яҡшы ғына ярҙам. Тырышып уҡыһаң, уны күбәйтергә лә мөмкин. Һәр уҡыу йортоноң исемле стипендиялары бар, Президент ярҙамы ла булдырылған. Ғөмүмән, барыһы ла үҙ тырышлығыңдан тора.
— Ә ятаҡ тормошо һине ҡәнәғәтләндерәме?
Ғаяз БИКБУЛАТОВ:
— БДУ-ның 1-се ятағында йәшәйем. Бүлмә алыуым — үҙе бер тарих. Деканат менән профком араһында күпме йүгергәнмендер... Әлеге лә баяғы, тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы — бүлмәле булдым. Йүгермәгән, йүнен күрмәгәндәр бындай бәхеттән ҡолаҡ ҡаҡты.
Әммә ятаҡ тормошонан бик үк ҡәнәғәт түгелмен. Шарттар юғыраҡ. Беҙҙең факультеттың байтаҡ студенты БДПУ-ның 6-сы ятағында йәшәй. Ике урындағы шарттар араһында айырма ифрат ҙур: беҙҙәге бүлмәләрҙә кәмендә дүрт кеше көн күрә, алтаулап йәшәгәндәр ҙә бар. Йыуыныу һәм аш-һыу бүлмәләренә оҙон сират теҙелә.
— Альберт Яҡуп улы, был йәһәттән Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттарының көнитмешен нисек баһаларһығыҙ? Ғаяз телгә алған етешһеҙлектәр һеҙҙең уҡыу йорто студенттарына ла ҡағыламы?
Альберт ҒИЗЗӘТОВ:
— Баштан уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәк: республикала иң яңы дөйөм ятаҡтар үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән. Юғары уҡыу йорттарында яңынан-яңы факультеттар асылыуын, төрлө йүнәлештәге һөнәрҙәр үҙләштерелеүен, йыл һайын меңәрләгән ҡыҙ һәм егеттең студенттар отрядын тулыландырыуын иҫәпкә алғанда, уйланырға урын бар. Әлбиттә, бөтә бәлә урын етмәүҙә лә түгел. Был мәсьәләне юғары уҡыу йорттары етәкселеге ҡулынан килгәнсә, Ғаяз әйтмешләй, бүлмәләргә биш-алты кешене урынлаштырып булһа ла, хәл итергә тырыша. Башҡаса мөмкин дә түгел. Иң хафаландырғаны — инфраструктураның, газ-электр селтәрҙәренең, һыу үткәргестәрҙең иҫкереүе. Бөгөн беҙгә заман талаптарына, дөрөҫөрәге, студенттың талабына яуап биргән дөйөм ятаҡтар кәрәк.
Аграр университетҡа килгәндә, беҙ бер студентты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Улар төплө белем алһын, спорт менән шөғөлләнһен, буш ваҡытын файҙалы һәм фәһемле үткәрһен өсөн бөтә шарттар булдырылған. Спорт секциялары эшләй, махсус студент отрядтарына йәштәр теләп йөрөй, мәҙәни, фәнни түңәрәктәр байтаҡ.
— Дөйөм ятаҡ мәсьәләһен иҫәпкә алмағанда, барыһы ла яҡшы, тимәк...
Альберт ҒИЗЗӘТОВ:
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсьәлә беҙҙең уҡыу йортон да ситләп үтмәне. Йәшерен-батырыны юҡ — сират ҙур. Ҡайһы саҡта теләк булһа ла, мөмкинлектән сығып эш итергә тура килә шул.
— Марат Таһир улы, бына ошондай осраҡтарҙа студентҡа нимә эшләргә? Дөйөм ятаҡта урын юҡ, фатирға түләп тороу ҡиммәт... Ғөмүмән, үҙ ихтыярынан тыш урамда тороп ҡалған үҫмер ниндәйҙер социаль яҡлауға өмөт итә аламы?
Марат АБДУЛЛИН:
— Был осраҡта мин үҙ ихтыярынан тыш тип әйтмәҫ инем. Дөрөҫөрәге, һүлпәнлеге арҡаһындалыр. Йөрөһәң, йүгерһәң, барыбер берәй йүне килеп сыға ул. Унан бит бөгөн йәштәр үҙҙәре үк дөйөм ятаҡтан баш тарта. Бындағы ҡағиҙәләргә буйһонорға теләмәй, “ирекле” тормошҡа ынтыла, дуҫтары, иптәштәре менән бергәләп фатирҙа йәшәй.
— Регина, ә һин был фекер менән килешәһеңме?
Регина ВӘЛИЕВА:
— Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, минеңсә, тәү сиратта үҙең тәртипле булырға тейешһең. Әҙәпле кеше дөйөм ятаҡта ла, фатирҙа ла бынамын итеп тора ала, әхлаҡһыҙы ҡайҙа ла әхлаҡһыҙ инде. Мин, мәҫәлән, дөйөм ятаҡҡа урынлашыуыма һис үкенмәйем. Бүлмәләш ҡыҙҙарым менән үҙ-ара татыубыҙ. Күп дуҫтар таптым. Шарттарға килгәндә, әлбиттә, өй йылыһы, атай-әсәй хәстәре менән сағыштырып булмай. Шулай ҙа түҙергә була. Әле яңыраҡ ҡына дөйөм ятаҡта тренажер залы астылар, кистәрен ҡыҙҙар менән шунда шөғөлләнәбеҙ. Ғөмүмән, студент саҡ — ул ниндәйҙер кимәлдә һынау осоро. Яңы коллектив, яңы талаптар, яңы маҡсаттар. Тырышырға һәм камиллашырға кәрәк инде.
— “Түңәрәк өҫтәл”де ойошторор алдынан беҙ Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары араһында һорау алыу ойошторҙоҡ. Бөтәһе 100-ҙән ашыу студент яуап ҡайтарҙы. Ә һорау ябай ғына ине: “Һеҙҙе бөгөн ниндәй проблемалар борсой?” Респонденттарҙың 99 проценты стипендияны әҙ түләйҙәр тигән. Етмеш ике студент дөйөм ятаҡта йәшәү шарттары менән риза түгел. Хатта ҡайһы берҙәре сәбәбен тәфсирләп тә киткән. Мәҫәлән, БДУ-ның 1-се ятағында йәшәгәндәр, атап әйткәндә, 4-се ҡаттағылар, бер ваҡытта ла эҫе һыу менән ҡуллана алмай икән. “Эҫе һыу беҙгә килеп етмәй”, — тигән улар. Ошо уҡ дөйөм ятаҡта заманса кер йыуыу машиналары ла бар. Әммә аҡсаң булмаһа, унан да файҙаланырмын тимә. Хаҡы — 80 һум. Студенттар шулай уҡ коррупцияға ла зарлана. Ҡайһы бер уҡытыусылар асыҡтан-асыҡ аҡса һорай, ти улар.
Инсаф, бөгөн һин икенсе юғары белем алаһың. Тәжрибәле студент булараҡ респонденттарҙың яуаптары менән килешәһеңме?
Инсаф МОРАТОВ:
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар бындай осраҡтар. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр һиҙелә. Ни генә тимә, студент булыу — үҙе бер бәхет. Ошо осорҙо лайыҡлы һәм матур үткәреү генә шарт. Ғөмүмән, студент йылдарын мин ниндәйҙер кимәлдә тормош мәктәбе тип баһалар инем. Башҡалар алдында үҙеңде нисек тотаһың, яңы таныштарың араһында үҙ кеше булып китерһеңме, үҙ-үҙеңде күрһәтә алырһыңмы... Тәү ҡарамаҡҡа хатта ябай ғына тойолған аҡса мәсьәләһендә лә үҙаллылыҡ яулауың файҙаға ғына. Был айырыуса егеттәргә ҡағыла. Аҡса бер ваҡытта ла етмәй ул. Әммә уны әйләнгән һайын атай-әсәйҙән дә һорап булмай бит. Һөҙөмтәлә эшләйһең, лайыҡлы стипендия алыр өсөн тырышып уҡыйһың. Әлбиттә, проблемалар ҙа байтаҡ. Әйтәйек, шул уҡ дөйөм ятаҡҡа түләү мәсьәләһен генә алып ҡарайыҡ. “Түңәрәк өҫтәл”гә килер алдынан Интернет селтәре аша илдең, республиканың төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған дуҫтарым менән аралаштым. Баҡтиһәң, Д.И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университетының бюджет бүлегендә уҡыған студенттар дөйөм ятаҡҡа айына 240 һум (бер уҡыу йылына 2400 һум) ғына түләй икән. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә был хаҡ уртаса 420-460 һум тәшкил итә. Яҡынса ике тапҡырға күберәк. Ә Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары хатта 800 һум түләп йәшәй. Мәскәүҙең тағы бер ыңғай миҫалын атап үтке килә — бында ситтән килгән һәр студентҡа дөйөм ятаҡтан мотлаҡ урын бирәләр.
— Нисек уйлайһың, икенсегә белем алыусыға Хөкүмәттән ярҙам булырға тейешме?
Инсаф МОРАТОВ:
— Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр икенсегә студент статусын алғандарға ниндәйҙер кимәлдә ярҙам ҡаралған тип уйлай һәм төптө яңылыша. Хәйер, дәрес ваҡытында шылтыратһалар, шым ғына коридорға сығып һөйләшергә рөхсәт итеүҙәрен иҫәпкә алмағанда, бер ниндәй ҙә яҡлауға дәғүә итмәйбеҙ. Ә ярҙам булырға тейешме тигән һорауға килгәндә, минеңсә, икенсе юғары белем ул бит — ирекле хоҡуҡ. Теләһә — уҡый, теләмәһә — юҡ. Шуға күрә ниндәйҙер ярҙамға өмөтләнеү урынһыҙ был осраҡта.
Марат АБДУЛЛИН:
— Инсафтың әйткәндәренә өҫтәп, уҡыу йорттарына, ятаҡтарға түләү хаҡтарының төрлөлөгө ниҙән ғибәрәтлеген асыҡлап үтмәксемен. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа демографик көрсөк хөкөм һөрә. Йәштәр кәмегәнлектән, уҡыу йорттарында урындар артыу күҙәтелә. Шунлыҡтан белем усаҡтары араһында конкуренция барлыҡҡа килде. Улар, бер-береһенән уҙҙырып, студенттарға яҡшы шарттар булдырырға тырыша. Ятаҡтарҙа йәшәү хаҡын кәметә. Был айырыуса Мәскәүҙәге уҡыу йорттарына хас.
Шулай уҡ инновацион үҫеш өсөн күп белем усаҡтарына миллиардлап аҡса бүленде. Улар шул аҡсанан студенттарға өҫтәп стипендия түләй. Тимәк, белем алыусы йәштәрҙең матди хәле уҡыу йорттарының мөмкинлегенә бәйле.
Беҙҙә иһә өҫтәмә махсус стипендиялар бар.
— Ә сит ил студенттары беҙҙең уҡыу йорттарына ниндәй өҫтөнлөк бирә икән? Кемаль, һин ни өсөн Өфө дәүләт авиация техник университетын һайланың?
Кемаль САРИКАЯ:
— Башҡортостанда белем алыусы бер нисә дуҫымдың бындағы уҡыу сифатының яҡшы, кешеләрҙең бер-береһе менән татыу булыуы, ихласлығы хаҡында һөйләүҙәренән күңелемдә был төбәккә ҡарата йылы хистәр йөрөтә инем. Шуға ла Өфөгә белем алырға ҙур теләк менән килдем. Бер нисә милләттәшем менән тәүҙә ятаҡта йәшәнек. Башҡа бүлмәләрҙәге бүтән халыҡ вәкилдәре менән даими аралашып торғанлыҡтан, урыҫсаға ярайһы уҡ тиҙ өйрәндек. Шулай ҙа, ятаҡтағынан айырмалы, уҡыу йортонда, телде яҡшы белмәүебеҙ сәбәпле, байтаҡ ауырлыҡ кисерергә тура килде. Уҡытыусылар һәр студентты тиң күрә, уларға берҙәй талап ҡуя. Был дөрөҫтөр ҙә — урыҫ телен көнө-төнө тырышып өйрәндек, һөҙөмтәлә уңыш оҙаҡ көттөрмәне, “икенсе сортлы” булып йөрөмәйбеҙ.
Телде һәйбәтләп өйрәнеп алғас, ятаҡтан фатирға күстем. Әммә быны ауырлыҡтарҙан ҡасыу тип ҡабул итмәгеҙ. Күңел бер аҙ ирек, киңлек талап итте. Уҡыуҙан тыш ваҡыттарҙа Өфө буйлап йөрөргә яратам. Уның иҫтәлекле урындары, һәйкәлдәр, парктар бик оҡшай. Салауат Юлаев һәйкәленән Ағиҙелгә ҡарап тороуы ғына ни тора!
Нисек кенә йүгертмәһен, бөркәндермәһен, ҡыш миҙгелен айырыуса яратам. Яңы йыл байрамын башҡалар менән бергә тулҡынланып көтөп алдым.
Бында яңы дуҫтар таптым. Улар араһында үҙем белем алған авиация университетынан ғына түгел, башҡа уҡыу йорттарының студенттары ла бар. Берәүҙән дә ситтән килгәндәргә ҡарата насар һүҙ ишетмәнем — Башҡортостанда, ысынлап та, халыҡ татыу, берҙәм, милләт айырыу тигән төшөнсә юҡ.
— Марат Таһир улы, сит ил студенттарына, үҙебеҙҙекеләргә кеүек, йәшәү һәм уҡыуға түләүҙә ниндәйҙер ташлама ҡаралғанмы?
Марат АБДУЛЛИН:
— Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары белем сифатының яҡшы булыуы менән алдыра. Өфө дәүләт авиация техник һәм нефть техник университеттары иһә донъя кимәлендә юғары рейтингка эйә. Шуға ла беҙгә сит илдәрҙән күпләп килеүҙәре тәбиғи. Улар ятаҡ менән тәьмин ителә. Беҙҙәге белем алыу хаҡының башҡа илдәрҙекенә ҡарағанда күпкә түбән булыуын иҫәпкә алғанда, ниндәйҙер ташламалар яһау урынһыҙ. Уҡыуға, йәшәүгә түләү өсөн сит ил студенттары өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған: уларға үҙ илдәренән процентһыҙ кредит бүленә.
Инсаф МОРАТОВ:
— Был осраҡта барыһын да аҡсаға һуҡтырыу ярамайҙыр. Һәр студент, ҡайҙан ғына килеүенә ҡарамаҫтан, яҡлаулы һәм һаҡлаулы булырға тейеш. Быны үҙ миҫалымда ла беләм. Силәбелә, Ҡазанда белем алған кеше булараҡ, һәр уҡыу йортонда, башҡа ерҙән килгәндәр үҙҙәрен сит-ят тоймаһын өсөн, яҡшы шарттар булдырылырға, төрлө мәҙәни кисәләр, спорт ярыштары ойошторолорға тейеш, тип иҫәпләйем. Бындай саралар берләштерә, дуҫлаштыра. Ә күңеле бөтөн студент тауҙар аҡтарырға ла әҙер ул!
— Ғөмүмән, бөгөн студент булыуы еңелме?
Ғаяз БИКБУЛАТОВ:
— Бик үк еңелдән түгел. Тынғыһыҙ студент тормошон һайлағанһың икән, һәр ергә өлгөрөргә, тырышырға тейешһең. Мин, мәҫәлән, уҡыуҙан тыш, ҡурай һәм милли көрәш түңәрәктәренә йөрөйөм. Тик ултырһаң, берәү ҙә һиңә уңышты килтереп тоттормаясаҡ, етәкләп алып йөрөмәйәсәк. Барыһы ла үҙеңдән тора.
Регина ВӘЛИЕВА:
— Мин дә шул фекерҙәмен. Күп уҡырға, дәрестән тыш ваҡыттың да күбеһен китапханала үткәрергә тура килә. Әммә барыһы ла үҙеңдең киләсәгең өсөн икәнен белгәнлектән, тырышаһың. Ваҡытыңды дөрөҫ бүлергә өйрәнһәң, беҙҙә уҡырға ла, ял итергә лә мөмкинлек етерлек.
Кемаль САРИКАЯ:
— Миңә әлегә ауырыраҡ. Аралашыу телен ныҡлап өйрәнеп алһам, еңелләшер, студент тормошоноң барлыҡ матурлығын күрермен, тип уйлайым.
Инсаф МОРАТОВ:
— Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр. Үҫеш кисергән йәш кешенең буш ваҡыты бөтөнләй булмаҫҡа тейеш. Студент йылдары ошоноң менән матур һәм ҡәҙерле. Маҡсаттарың билдәле, аныҡ икән, белем баҫҡыстарын үтеүе бер ҙә ауыр түгел. Ҙур бәхет ул студент булыу!
— Ысынлап та, шулай. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, студент йылдары ғүмерҙең иң күңелле, гүзәл мәле булып иҫтә ҡаласаҡ. Бөгөнгө матур байрамығыҙ — Рәсәй студенттары көнө менән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ, уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ, ҡәҙерле йәштәр! Яулар үрҙәрегеҙгә ҡыйыу атлағыҙ!
Студент булыуы еңелме?Студент булыуы еңелме?Студент булыуы еңелме?Студент булыуы еңелме?Студент булыуы еңелме?Студент булыуы еңелме?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 141

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 488

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 229

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 933

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 699

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 276

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 697

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 457

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 531

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 358

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 538