Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү көсө ташламаһын
Тормош байрам түгел шул, ғүмер баҫҡыстарында төрлө һикәлтә-ҡаршылыҡтар осрап ҡына тора. Хоҙай тарафынан бүләк ителгән һанаулы ғына ғүмер йылдарың матур, мәғәнәле, һөйөп-һөйөлөп, ҡәҙер-хөрмәттә генә үтһен ине лә бит. Тик... бөтәһе лә һин теләгәнсә генә булмай икән. Тәҡдиреңә ни яҙылған, шуны күрәһең. Әммә арабыҙҙа төрлө ҡаршылыҡтарҙы сабырлығы, күңел байлығы менән еңгәндәр ҙә бар.
Бер көн шулай апайым менән күрше Зәки олатайҙарға хәлдәрен белергә индек. Фәрзәнә инәй, әүәлгесә, өйҙөң түр башында бәйләм бәйләп ултыра. Уның йөҙөндәге моңһоулыҡ әкрен генә янған май шәм яҡтыһында ла сағылған төҫлө тойолдо. Өйҙә башҡа бер кем дә юҡ. Хәлен белешеп, тәмле итеп сәй эсеп алғас, сабыр йөрәкле әсә беҙгә үҙенең ауыр һәм ҡайғылы яҙмышы тураһында һөйләне.
Фәрзәнә инәй менән Зәки олатай Ибраһим ауылында тыуып үҫә. Йәш саҡтары һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килһә лә, бер-береһен тәү күреүҙән яратҡан йәрҙәр гөрләтеп туй үткәрә. Тормош күрке – балала тигәндәй, йәштәр ишле ғаилә тураһында хыяллана. Ҡыҙҙары Рәйфә донъяға килгәс, донъялары күркәмләнеп, шатлыҡ-ҡыуанысҡа байып киткәндәй тойола. Әммә татыу ғына йәшәп ятҡан ғаиләне ҙур, ауыр һынау көтә: ун ике көн тигәндә, ата-әсәһенең наҙын да тойоп өлгөрмәгән ҡыҙҙары донъя ҡуя... Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша йәштәр. Ҡайғыны эш, донъя мәшәҡәттәре менән баҫалар.
Ғүмер үтә. Ғаиләнең йәме булып тағы ла ике ҡыҙ һәм дүрт малай донъяға килә. Ата-әсәләренең һөйөүенә төрөнөп, балалар береһен береһе ҡыуып буй еткерә.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәрзәнә инәй менән Зәки олатай тағы ла ауыр юғалтыуҙар кисерә. Тормоштоң тәмен саҡ татый башлаған, ҡыҙҙарҙың күҙе төшөп йөрөгән Закирҙары ун алты йәшендә һары ауырыуынан гүр эйәһе була. Ата-әсәһенең ярҙамсыһы, туғандарының терәге булған йәш егетте юғалтыу ауыр һағышҡа батыра. Әммә күҙгә генә ҡарап торған, уларҙың йылы һүҙенә мохтаж биш бала артабан да йәшәргә көс, дәрт бирә.
Зәки олатай ун дүрт йыл колхозда ашнаҡсы булып эшләй, Фәрзәнә инәй фермала быҙау ҡарай, сөгөлдөр баҫыуында ла тир түгә. Хеҙмәттәре Почет грамоталары, төрлө бүләктәр менән баһалана. Ул һәм ҡыҙҙары, ата-әсәһен ҡыуандырып, тырышып уҡый, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә, ҡәҙерле кешеләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Йортта гөрләп туйҙар үтә, береһенән-береһе матур, алсаҡ ейән-ейәнсәрҙәр тыуа. Мирхәйҙәровтарға донъяның ҡото яңынан ҡайтҡан кеүек тойола. Булғанына шөкөр ҡылып, балаларҙың ҡаҙаныштарына һөйөнөп йәшәп ятҡан ваҡытта, яҙмыш тағы ла уларҙы бөгөлөргә мәжбүр итә. Утыҙы ла тулмаған улдары Фәйез, ҡатынын, яҡындарын ҡан илатып, баҡыйлыҡҡа күсә. Һынай, аямайынса һынай яҙмыш уларҙы! Ауыр ҡайғынан айнып та етмәйҙәр, яҙмыш тағы ла өйгә ҡара ҡайғы ебәрә. Кесе улдары Фәйезде ер ҡуйынына һалып ҡайтыуҙарына өс ай ҙа үтмәй, әле иллегә лә кермәгән улдары Зәбир, ҡаты ауырып, яҡты донъя менән хушлаша....
Эй, Хоҙайым! Ни өсөн ҡаты язалар ебәрәһең кешенең кескәй генә йөрәгенә? Бына тигән, тирә-яҡта өлгө булырҙай ғаилә ағзаларына ниндәй генә яман күҙҙәр тейгәндер, Алла ғына белә. Гөлдәй күреп үҫтергән күҙ нурҙарының бер-бер артлы ваҡытһыҙ вафат булыуын бер һүҙ менән генә аңлатып бөтөрөрлөк түгел.
Сикһеҙ хәсрәттәргә тулған тормоштары уларҙы аяҡтан яҙҙыра. Туғандарының, ауылдаштарының йылы һүҙҙәре лә ҡотҡармай, үҙ-үҙҙәренә бикләнеп йәшәй башлайҙар. Зәки олатайҙың һаулығы ҡаҡшай, ҡаты операция үткәрә.
Аллаға шөкөр, яҡын кешеләренә ни тиклем ауыр икәнен күреп, ҡыҙҙары шатлыҡлы яңылыҡтар менән йыуатып, ярҙам итергә тырыша. Ата-әсәһенең йөрәгендәге ҡояш нуры ғүмерлеккә һүрелмәһен өсөн бик күп көс һала улар. Өлкәндәре Рузилә, ире Урал менән Күгәрсен районында гөрләтеп донъя көтә. Береһенән-береһе уңған, алсаҡ өс бала тәрбиәләйҙәр. Алыҫта йәшәһәләр ҙә ата-әсәһенең янына ваҡыттары булған һайын ҡайтып торалар. Кесе ҡыҙҙары Айгөл, күрше Бишауыл-Уңғар ауылына кейәүгә сығып, Әмир менән ике бала үҫтерә. Улдары Фәнзил ата-әсәһенең нигеҙендә төпләнә.
Был өйгә шатлыҡ килә башлаһа, яҙмыш уларға тағы ла һынау ебәрә. Үткән Яңы йыл төнөндә килендәре Әнисә, ҡаты ауырып, сәғәт телдәре ун икене һуҡҡан мәлдә генә яҡты донъя менән хушлаша. Ике баланы етем иткән был ваҡиға тотош ауылды тетрәндерә. Ни эшләйһең инде, тормош булғас, әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә. Тик был ғаилә әсеһен күберәк татый, ахыры.
Бөгөн Мирхәйҙәровтар, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ике ейәнсәрен үҙ ҡанаты аҫтына алып тәрбиәләй. Ауыр булһа ла, тештәрен ҡыҫып, ике ҡошсоҡ ата-әсә наҙын тойоп йәшәһен өсөн барлыҡ көстәрен һалалар. Өлкәне Фәнисә — олатай-өләсәһенең уң ҡулы. Ярҙам итеп, йылы һүҙен йәлләмәй, тырышып эшләп йөрөй. Нәфисә алтынсы класта уҡый, мәктәптең үҙешмәкәр тормошонда әүҙем ҡатнаша.
— Балаларым иҫән-һау йәшәһен. Тормоштары алтын, ғүмерҙәре матур булһын. Үҙ балаларын үҙҙәре тәрбиәләп, бергәләп татыу донъя көтһөндәр. Беҙ күргәнде бүтәндәргә күрергә яҙмаһын! — ти Фәрзәнә инәй.
Эйе, Мирхәйҙәровтарҙың тетрәндергес яҙмышы күңелде телеп үтә. Ҡайғы артынан ҡайғы кисереп тә, тормошто яратҡандары, кешеләргә алсаҡ, асыҡ булғандары өсөн ауылдаштары уларҙы хөрмәт итә. Алла бойорһа, алтын туйҙарын үткәреп, ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырып, иҫән-һау, бәхет-шатлыҡҡа төрөнөп йәшәргә яҙһын уларға!
Ләйсән ХИСАМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә