Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Алға”ла алдынғылар көс һынашты
“Алға”ла алдынғылар көс һынашты
Саҡмағош районының “Алға” ауыл хужалығы кооперативы базаһында һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының ХХII республика конкурсы булды.


Республика ауыл ху­жалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, ярыш­та ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, уның тиккә генә тап ошо хужалыҡта үткәрелмәүен билдә­лә­не.
– Саҡмағош һәр йә­һәт­тән респуб­лика­ның баш­ҡа төбәктәренә өлгө булып тора. Ра­йондың төҙөклөгө, йорттарҙың күркәмлеге бында эшһөйәр халыҡ йәшәүе хаҡында һөйләй. Малсылыҡ тармағы, һөт һауыу буйынса ла уларға тиңләшеүсе юҡ. Бындай уңышҡа район халҡы нисек өлгәшә һуң? Улар малдарҙың тоҡомон үрсетеүгә, кадрҙар тәрбиәләүгә етди иғтибар бүлә, — тине ул.
Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ауыл хужалығын нығытыу хаҡында һүҙ алып бара. Был аңлашыла ла: әүәл-әүәлдән малсылыҡ илдең таянысы булған, именлеген тәьмин иткән. Ҡуралар тулы һәүкәшкәйҙәр мөңрәп торһа, ауыл да йәшәр, халыҡ та эшле булыр. Тап ошо йәһәттән малдарҙы яһалма ҡасырыу, тоҡомсолоҡ — мөһим йүнәлештең береһе.
Бөгөн республикала ауыл хужалығы предприятиеларының 74, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының — 18, шәхси хужалыҡтарҙың 15 проценты малдарҙы яһалма ҡасырыу ысулын әүҙем ҡуллана. Киләсәктә был һандарҙы арттырыу бурысы ҡуйыла.
Конкурста 54 райондан 64 кеше ҡат­нашты. Улар дүрт этапта — теоретик белем, лабораторияла эшләү, һыйырҙы яһалма ҡасырыуға әҙерләү һәм ошо эште атҡарыу буйынса көс һынашты.
Ярыш сәмле барҙы.
– Хәҙер һыйырҙың быуаҙмы, тү­гелме икәнлеген билдәлә. — Судья Бөрйәндән килгән Данил Ейәнбаевҡа шундай бурыс ҡуйҙы.
Егет йәш күренә. Уның яуабын ҡы­ҙыҡһынып көтәм. Әйтә алырмы?
– Быуаҙ түгел. — Данил ышаныслы яуап­ланы.
– Дөрөҫ! — Судьяның йөҙөндә ҡәнә­ғәтлек билдәләре күренде.
Дәүләкәндән Зилә Килдеғолова беренсе йыл ғына эшләй икән. Әлегә юғары белеме лә, тәжрибәһе лә юҡ. Ярыш ярыш инде: уның нимәнелер белеп етмәүе асыҡланды.
— Ярай, кәйефеңде төшөрмә, тәжрибә яйлап килә, теләк кенә кәрәк, — тип дәрт­ләндерҙеләр ҡыҙҙы.
Балтастан килгән Илгиз Хажиәхмәтов һәр һорауға сатнатып яуап биреүе менән һоҡландырҙы. Судья Радик Абдрахмановтан:
– Яһалма ҡасырыуҙың өҫтөнлөгө ни­мәлә? — тип төпсөнә.
– Бөгөн тоҡомло мал үрсетеү өсөн бик ҡулайлы алым ул. Хәҙер үгеҙҙәр ҡыйбат тора. Икенсенән, күп хужалыҡтарҙа, ауылдарҙа улар юҡ. Ә орлоҡтар, тоҡомона ҡарап, 70 һумдан 200 һумға ҡәҙәр тора, малдарҙың ҡыҫыр ҡалыуы кәмей. Ә инде бары быҙаулы һыйыр ғына һөт биргәнен оноторға ярамай.
...Бына конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итер мәл етте. Көйөргәҙе районының “Ис­кра” ауыл хужалығы кооперативынан Гөл­сәсәк Дүшмөхәмәтова, иң күп балл йыйып, республика чемпионы булып танылды. Икенсе урынды былтырғы чемпион (Саҡмағош, “Алға”) Вәзих Фәтихов яулаһа, өсөнсө приз Шишмә районынан Маргарита Долинаға бирелде.
Шәхси хужалыҡтарҙа яһалма ҡасырыу менән шөғөлләнеүселәр араһында Рауил Бәҙретдинов (Шаран) — беренсе, Нәфис Сафиуллин (Краснокама) — икенсе, Динә Юнысова (Благовар) өсөнсө урынды яуланы.
Республикабыҙҙың төрлө тарафынан йыйылған ауыл эшсәндәре өсөн был сара үҙенә күрә һабантуй байрамын хәтерләтте. Конкурс талаптарын үтәгәндәр башҡа ярыштарҙа ла сәмләнеп көс һынашты. Берәүҙәр үҙҙәрен шахматта күрһәтте, икенселәр шашка уйынын хуп күрҙе. Ҡул көрәше лә йәнле барҙы. Араларында гер күтәреүгә лә маһирҙар етерлек икән. Район таланттары бүләк иткән моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр байрам кәйефе өҫтәне.





Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Саҡмағош районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә