Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Араларҙың алыҫлығын кем яҡынайта?
Һәр ерҙә лә ихлас, күңелсәк, мөләйем, ауылдаштарына изгелек кенә теләүселәр була. Беҙҙә лә шундай кеше бар, ул – туғаным Гөлнур Хәзиева.

Яҡыным Әнүәр ҡартатай менән Миңлегөл инәйҙең тәүге балалары булып донъяға килгән. Бик тырыш, асыҡ күңелле булып буй еткерә ул. 1982 йылда Ишембай ҡалаһының 2-се мәктәп-интернатын тамамлағас, икмәк бешереүсе булып хеҙмәт юлын башлай. Ә 1985 йылдан – почтальон.
Дүрт йыл буйы Салауат районының Күҫәләр ауылы халҡын рухи аҙыҡ, мәғлүмәт сығанағы һаналған баҫмалар менән таныштыра. Артабан, йәғни 1992 йылда уны Мәхмүт ауылына күсерәләр. Был яҡ халҡы Гөлнур апайҙы һаман да маҡтап, һағынып телгә ала. 2006 йылдан Арҡауыл ауылы халҡына гәзит-журнал, хат-хәбәр ташый. Гөлнур Хәзиева почта хеҙмәтенең нескәлектәренә төшөнөп, матбуғатҡа яҙылыу планын да һәр саҡ арттырып үтәй. Уның тураһында ауылдаштары исеменән Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәрова бына нимә ти:
– Гөлнур Әнүәр ҡыҙын мин һәр ҡатын-ҡыҙға өлгө итеп ҡуйыр инем. Ул бик иғтибарлы, сабыр холоҡло, итәғәтле, эшенең бөтә нескәлектәрен белә. Беҙ, оло йәштәге кешеләр, уға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Уның өсөн генә ун биш дана баҫмаға яҙылдым.
– Гөлнур – хеҙмәтенә тоғро, талапсан хеҙмәткәр, ярҙамсыл ҡатын. Ҡояшлы, йәмле көндәрҙең тиҙерәк етеүен көткән кеүек, уны һәр саҡ шатланып ҡаршы алабыҙ. Гәзиттәребеҙҙе өйөбөҙгә индерә, ут, газ счетчиктарын ҡарап, хаҡын иҫәпләп сығарып, хатта түләп, квитанцияһын килтерә, ауыл яңылыҡтарын һөйләп сыға, кәңәштәрен бирә. Беҙ почтальоныбыҙҙан уңдыҡ, гәзит-журнал һәр өйгә ваҡытында килә, – тип тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәүзиә апай Әбүбәкерова ла уның хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте.
Ысынлап та, Гөлнур апайға ҡарата әйтелгән матур һүҙҙәрҙе күп тапҡыр ишетергә тура килде.
Гөлнур Әнүәр ҡыҙы үҙенең вазифаһын еренә еткереп башҡара. Ул “Почта хеҙмәте ветераны” билдәһе, Федераль почта элемтәһенең һәм уның филиалы Башҡортостан идаралығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Гөлнур апай – өс ул әсәһе лә. Һәр береһен белемле итеп оло тормош юлына сығарған. Бөгөн бер ейән һәм ике ейәнсәрен һөйөп туя алмай. Эштән арып ҡайттым тип тормай, әсәһе Миңлегөл инәйҙе лә ҡарарға өлгөрә.




Автор: Лилиә Иҙрисова. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә