Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эҙәрмән” ниндәй эҙемтә бирер?
“Эҙәрмән” ниндәй эҙемтә бирер?
БЮТ телеканалынан “Эҙәрмән” тап­шырыуының һәр сығарылышын иғ­тибар менән ҡарап барам. Булат Кә­римов, Башҡортостаныбыҙҙың мөғжизәле, гүзәл урындарын йөрөп сығып, кешеләр менән осрашып, әңгәмәләшеп, бик матур сюжеттар әҙерләй. Аҙна һайын, тыуған еребеҙҙең тағы ниндәй күркәм мөйөшө менән танышырмын икән был юлы тип, көтөп ала инем был тапшырыуҙарҙы.


“Эҙәрмән” ниндәй эҙемтә бирер?Һуңғы ваҡытта күңелемде бөтөнләй икенсе, борсо­лоу­лы уйҙар биләп алды. Ата-бабабыҙ “Тоҡто төбөнән тотоп һел­кетмә” тигән фәһемле мәҡәл әйтеп ҡал­дырған. Һәр миҙалдың да ике яғы бар. Шул тиклем кәрәкме икән ни Башҡорт­останыбыҙҙың иң күркәм, аҫыл ерҙәрен бөтөн ғәмәлгә асып һалып, күрһәтеп ултырыу? Тоҡтоң төбөнән тотоп һелкетеү генә түгел, тиҫкәреһен әйләндереп ҡағыу бит был. Иҫ киткес сихри, гүзәл тәбиғәте менән әллә күпме халыҡты үҙенә ым­һындырып торған Башҡортостан – беҙҙең тыуған йортобоҙ. Әҙәм балаһы өйөнөң ишеген бөтә кеше кереп йөрөһөн тип асып ҡуймай ҙа баһа. Һәр нәмәлә сама кәрәктер ул. Үҙебеҙ хужа була белмәһәк, аҡса, мул табыш артынан ҡыуған сит әҙәмдәр бындай матур ерҙәрҙе хәҙер ҡармап алыр. “Башһыҙ өйҙә эт хужа бу­лыр”, тип бик тапҡыр әйткән бо­ронғолар.
Йылдың һәр миҙгеленең иҫ киткес гү­зәллегенә, урман шаулауына, йылға-шиш­мәләребеҙҙең йырлап аҡҡа­нына, үлән-сәскә үҫкәнгә, бал ҡорттарының бе­зел­дәп осҡанына, ҡоштар һайрағанға, балыҡ ҡарпығанға ла ҡыуанып йәшәгән беҙҙең ата-бабабыҙ. Улар ма­турлыҡты күрә, баһалай белгән, күҙ ҡараһындай һаҡлай алған, тәбиғәт ҡанундары менән килешеп йәшәгән. Ваҡыты етмәйенсә, һунар итмәгәндәр, бесән сапма­ғандар. Шуға ла тыуған еребеҙҙең байлығын, беҙгә мираҫ итеп, ошо көндәргәсә килтереп еткергәндәр.
Бала саҡта бер йәш егет оҫҡондоң күп булып үҫкән ерен сит кешегә күрһәткән өсөн, “Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман, ти, ул кеше, аҙаҡ үҙенең Ҡырым сиреүендәй таныштары менән шул урынға килеп, яман ҡыланһа, үҙегеҙгә, балаларығыҙға ни ҡалыр һуң?” тип ололарҙың ныҡ ҡына асыуланғанын хәтерләйем. Тағы ла ата­йым­дың борон ҡайҙалыр тоҙ сыҡҡан урын булыуы, уны бер генә ҡарттың белеүе, башҡаларҙың белергә тейеш булмауы, әлеге мәғлүмәтте быуындан быуынға бер генә кеше аша әйтеп ҡал­дырыуҙары тураһында һөйләгәне иҫтә ҡалған.
Мин икенсе класты тамамлаған йылда, әсәйем менән йәйәүләп, Мәҡсүткә өлә­сәйемдең хәлен белергә киттек. Шүлгәнгә барып еткәс, иптәшкә Зөлфә өләсәй Хә­ли­уллинаны ла эйәртеп алдыҡ. Юлда­шыбыҙ Шүлгән мәмерйәһенә ҡағылышлы легендалар, риүәйәттәр, ер-һыу атамалары тураһында бик күп һөйләне. Юл эсендә ятҡан ташты, төрлө сыбыҡ-са­быҡты күрһә, ситкә ташланы, миңә лә ырғытырға ҡушты. Шишмәләрҙең юлын быуып ятҡан ағастарҙы, һыйыр тиҙәк­тәрен ҡырға шылдырып:
– Ағын һыуҙың юлын быуып ята бит, таҙартырға кәрәк, сауап булыр, – тине. Мәҡсүткә барып еткәнсе, был өлә­сәйемдән онотолмаҫлыҡ әллә күпме тормош һабағы алдым. Йәне ожмахта булһын инде уның.
Тәбиғәттә бер нәмә лә бушҡа барлыҡҡа килмәгән, Хоҙай Тәғәлә һәр ҡайһыһына тәғәйенләнешен билдә­ләгән. Мәмерйәләр ҙә бит борон иң ҡатмарлы замандарҙа ата-бабабыҙҙың йәшәү урыны булған. Ир-ат, ҡаты яу ваҡыттарында ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно шунда алып килеп, үлемдән ҡурсып ҡалған. Мәмерйәләр – изге урындар, әүлиәләребеҙ унда хәлүәт ҡылған. “Ҡөрьән”дә “Мәмерйә” (“Кәһәф”) тигән сүрә лә бар.
Яҙ көнө Нөгөштән гөрһөлдәп боҙҙар аҡтарылып китә башлау менән, олоһо ла, кесеһе лә, бөтә эшен ташлап, Аратауға йүгерер ине. Йәш егеттәр – тауҙың иң бейек, суҡайып торған ерендә, ололар һөҙәгерәк урында боҙ киткәнен күҙәтә. Ҙур-ҙур, ҡалын-ҡалын киҫәктәрҙең этешеп-төртөшөп, бер-береһенең өҫтөнә менеп, гөрһөлдәгән тауыштар сығарып ағып китеүен күҙәтеү әйтеп аңлатып бөтмәҫлек бер матур күренеш ине. Ул күңелдәргә нур өҫтәп, яҡты, матур тойғолар уятты. Бөтә кеше шат. Тау буйында тиҙ генә уйын ойоштороп ебәрәләр, йыр, таҡмаҡ, бейеү башлана. Һуғыштан һуң да халҡыбыҙҙың тормошо еңелдән булманы бит – йәшел үләнгә аяҡ баҫтыҡ, йылғалар боҙҙан әрселде, балыҡ тотоп ашарбыҙ тип ҡыуанғандарҙыр.
Хәҙер иртә яҙҙан йылғаларыбыҙ буйлап туристар ағыла башлай. Ярар, йөрөһөндәр, күрһендәр ҙә, ти, бер ниндәй ҙә күңел тарлығым юҡ, ләкин үҙҙәренән һуң ни хәтлем бысраҡ ҡалдыра бит улар! Нөгөш буйында, Күсенгән тигән ерҙә, сабынлығыбыҙ бар. Иң матур сағыбыҙға, бала саҡ хәтирәләренә бәйле был ер. Бәләкәй генә көйө шул ерҙәрҙә ҡулы­быҙға салғы, һәнәк тотоп бесән эшләнек. Ниндәй генә хаслыҡтар ҡылмай ошо ерҙә “турист” тигән тәрбиәһеҙ әҙәмдәр. Ялан буйлап өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдыралар, хатта ҡатындары ҡулланылған бысраҡ әйберҙәрен дә һелтәп китергә тартынмай. Йөрәк әрней, уларҙың был ҡыланышын бите­беҙгә услап бысраҡ һипкән һымаҡ ҡабул итәм. Ту­ғандарым йыл һайын илай-илай сабынлыҡты был әшәке әйберҙәрҙән таҙартып алырға мәжбүр була. Улар туҡтап ял иткән урынға “Турис­ты – вы убийцы природы” тип яҙып ҡуйғы килә. Тыуған яғыма ҡайтып барғанда, ағастарым менән һөйләшеп, урмандарыма ҡарап бер хозурланып алайым әле, тип эскәрәк үтеп инһәң, нәжескә буялмайынса сыҡмайың.
Педучилищены тамамлағас, атайым­дың тыуған ауылы Үрге Нөгөштә (Ямаш­та) хеҙмәт юлымды башланым. Тран­спорт булмағанлыҡтан, гел йәйәү йөрөлә торғайны. Нөгөш буйынан китеп барам, һыу өҫтө кинәт ҡап-ҡараңғы булып китте. Был ниндәй мөғжизә тип абайлабыраҡ ҡараһам, ни күрәм: көтөүе менән балыҡ йөҙөп китеп бара. Ана шулай күп була торғайны элек балыҡ Нөгөш йылғаһында. Апаруҡ йыл үткәс, тәүге эшләп киткән ауылымды барып күреп киләйем әле тип, Ямашҡа юлландым. Ҡайтып килгәндә, Ҡалыу аҫтында туристарҙың ау менән балыҡ тотҡанын күреп, ныҡ асыу­ландым. Улар миңә, мыҫҡыл итеп, көлөп кенә ҡуйҙы. Хәҙер Нөгөштә элекке кеүек балыҡ мул түгел.
Халҡыбыҙҙың тормошон, йәшәйешен урманһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. “Урманда үҫкән аслыҡ күрмәҫ” тигән мәҡәлде өләсәйем йыш ҡына ҡабатлар ҙа олатайымдың ағаһы менән булған фажиғәле хәлде иҫкә алыр ине.
Аслыҡ йылдарында Ғәбдин олата­йым­дың Әхмәҙи исемле ағаһы ни сәбәп­тәндер Кәшәленән Кинйәбай тигән ауылға күскән булған. Үлер алдынан Әхмәҙи олатай:
– Кәшәлелә туҡлыҡ ине бит, урмандарында әтлек, һарына, балтырған күкрәп үҫте. Шул тиклем байлыҡты ташлап, ниңә генә был ялан яғына күстем икән, үҙ төйәгемдә йәшәһәм, аслыҡтан үлмәҫ инем, – тип тыуған ерен ҡалдырып киткәнгә әсенеп илаған.
Һуңғы ваҡытта урмандарыбыҙҙы ғү­мер буйы төйәк иткән ҡырағай бал ҡорттары ла, солоҡ ҡарағайҙарын ташлап, билдәһеҙ яҡҡа осоп китә башланы. Ул ғына ла түгел, кешеләрҙең өй ал­дындағы баҡсаларынан да бал ҡорттары күпләп-күпләп ситкә олаҡты.
– Ғүмерем буйы өйрәндем бал ҡорт­тарын, әммә өйрәнеп бөтә алманым: бәләкәй генә булһалар ҙа, бик серле, аҡыллы йән эйәләре бит улар, – тип әйтә торғайны атайым. Шулайҙыр шул. Бал ҡорттарының нилектән ояһын ташлап билдәһеҙ яҡҡа осоп киткәнен бер кем дә аңлата алмай.
“Ҡөрьән”дә – “Бал ҡорто” (“Нәхел”) сүрә­һе бар. Ундағы аяттарҙан күре­неүенсә, Хоҙай Тәғәлә был бөжәктәрҙе кешегә хеҙмәт итергә ебәргән түгелме? Ә кешеләр яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирәме һуң? Юҡ, ул үҙе ултырған ботаҡҡа балта саба. Байлыҡ, “оҙон” аҡса артынан ҡыуып, урмандарыбыҙ киҫелә, тәбиғәтебеҙ бысрана. Турист булып йылғаларыбыҙҙа йөҙгән, урмандары­быҙ­ҙы ҡыҙырған кешеләрҙең дә күбеһе яҡшы уйлы түгелдер. Һәйбәт булһалар, өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдырмаҫтар ине. Беҙ һиҙмәһәк тә, бәләкәй генә бал ҡорттары тоялыр ошо етешһеҙлектәрҙе, шуға ла урмандарыбыҙҙы ташлап китеү яғын ҡарайҙыр.
Былтыр республикабыҙҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителгәйне, быйыл – Мәҙәниәт йылы. Кешенең күңелен тәрбиәләү – Рухиәт – йылы ла иғлан ителһен ине берәй заман. Юғиһә хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә иң беренсе планда БДИ тора, тәрбиә – икенсе урында ғына. Йырлап, бейеп кенә, концерт, спектаклдәр ҡарап ҡына кешелә мәҙәнилек тәрбиәләп булмай. Иң беренсе нәүбәттә ҡылған ҡылыҡтарын баһалай, үҙенән-үҙе ояла белергә тейеш һәр кем. Әгәр әҙәм балаһының күңел күҙе юҡ икән, әллә ниндәй йылдар иғлан ителһә лә, фәтүә булмаҫ. Тыуған ереңде, телеңде, халҡыңды яратыу, милли йолаларҙы хөрмәт итеү, тәбиғәтеңде һаҡлау, байлығын әләф-тәләф итмәү, үҙ илеңдә үҙең хужа булып йәшәү – был сифаттар ҙа мәҙәнилектең нигеҙе ул. Эске тойғоһо матур, иманлы кешеләр бер ваҡытта ла тыуған еребеҙгә, тәбиғәте­беҙгә ҡаршы хаслыҡ эшләмәҫ, шул ваҡытта ғына Башҡортостаныбыҙ матур көйө һаҡланыр, туризм сәскә атыр.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Кунсылыу
    Кунсылыу от 18.07.2014, 10:54
    Бик ваҡытлы мәҡәлә! Күңелемдә йөрөгәнде әйтте лә бирҙе Шәүрә апай.Ниңә беҙҙең халыҡ шардыуанға әйләнде лә ҡуйҙы ул? Сабып йөрөп изге урындарға тиклем ерҙәрҙе сүплеккә әйләндерә.Ә бит ваҡытында ундай ерҙәргә халыҡ үҙе лә бит бисмиллаһын әйтеп, рөхсәт һорап, билдәле бер мәлдә генә аяҡ баҫҡан.Һәм һәр кеме лә түгел! Ниңә һәр үткенсегә эсен-тышын әйләндереп, бөтә нәмәне тапандыға әйләндерәбеҙ ул? Уткенсенең төрлөһе бар: эт әрһеҙе күптән инде урындағы халыҡты ҡуян итеп, төлкө булып түргә менгән.Ваҡыты менән шундай ҡурҡыныс булып китә.Донъялар боларып, бер-бер хәлгә тарыһаҡ, бер яртыға илеңде-халҡыңды башы-тояғы менән һатырлыҡтар быуа быуырлыҡ булып бара.Һәр нәмәлә алтын урталыҡ була.Милли парк һымаҡ булырға тейеш республика: заповедная зона һәм халыҡ инергә рөхсәт биләмә.Тик уныһы ла контролдә. план менән булырға тейеш ..






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 23

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 18

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 17

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 23

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 26

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 41

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 25

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 30