Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Талауға ҡоролған тантана
Талауға ҡоролған тантана
– Төҫлө принтер кәрәк!
– Кер йыуа торған машина!
– Класс етәксеһенә нимә алабыҙ?
– Башҡа уҡытыусыларҙы ла оноторға ярамай, уларҙың да күңеле кителмәһен!
– Директор үҙенең бүлмәһенә кресло алырға ҡуша, ти...


Һөйләшеү баҙарҙа баралыр, моғайын, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ шул! Бындай ҡатмарлы һәм сетерекле мәсьәләне сығарылыш класс уҡыусылары нисек йырып сығырға тип баш вата. Ярай, атай-әсәйҙәре ҡырып-һепереп тигәндәй аҡсаларын йыйып бирҙе, хәҙер тейешле бүләкте һайлап алырға ғына кәрәк.
Ғөмүмән, хәҙер мәктәп баҫҡыстары шау байрамдарҙан торған кеүек. Үҙем дә, балаларымды уҡытҡан атай булараҡ, уның нес­кә­леген бик яҡшы беләм. Хатта, ҡыҙым бе­ренсегә уҡырға барғас, бүләк һайлау өлкә­һен­дә сей наҙанлығымды белеп, эй, ғәрлән­дем. Баҡһаң, бүләк алыуға бөтә күңелеңде, оҫталығыңды егергә кәрәк икән. Ул кешегә кәрәкле булырға, шатлыҡ, ҡыуаныс килте­рергә тейеш. Шуға ла нәмә етте шуны бүләк итеү – төптө килешмәгән эш. Бәғзе берәүҙәр, шуның менән фатирым тулған, был юлы икенсерәк әйбер ҡараштырығыҙ, тип алдан иҫкәртеп ҡуя, имеш.
Элек сығарылыш кисәһе берәү генә булһа, хәҙер әллә нисә шул. Дүртенсене тамамлағас та, туғыҙынсы класты бөткәс тә зыҡ ҡубышып байрам итәләр! Бүләк тип мәж киләләр, унан кафе, ресторан... Бындай көндәрҙе күңелдә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә кәрәк бит. Ғәзиз балаң, уларҙың күҙен асҡан уҡытыусылары, йәнә мәктәпкә иҫтәлеккә бүләк өсөн аҡсаңды йәлләп тормайһың. Ана, былтыр һуң! Бер класс етәксеһенә сит илгә путевка ла алып биргәндәр. Уныһын да аңламаҫтар ине, ярай әле меҫкен уҡытыусы йыйылышта, ошо йәшемә етеп диңгеҙ күргәнем юҡ, тип зарланған, ти.
Һәр класта ата-әсәләр комитеты була. Ғәҙәттә, әрһеҙерәк кешеләрҙән һайлап ҡуя­лар уны. Төрлө сараларға йә мәктәп фондына, йә ремонт тип аҡса һурыу – уларҙың төп бурысы. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: төрлө ғаиләлә үҫкән балалар бар. Яңғыҙ тәрбиәләгән әсәләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, үткән йыйылышта класҡа киләһе уҡыу йылына йәнә матур пәрҙәләр, иҙәнгә ламинат түшәргә кәрәк, тип һәр кемдән өсәр мең һум аҡса һоранылар. Арабыҙҙан быға риза булмаған ҡатын:
– Ниндәй бөтмәҫ талау ул? Кластағы 25 баланан шул сама аҡса йыйып, бөтә мәктәптең иҙәнен яңыртырға уйлайһығыҙмы? – тигәйне, ауыҙын шунда уҡ яптылар.
– Был нимә генә! Ана теге мәктәптә фә­ләнсә йыялар, ти. Балағыҙ уҡыған өсөн аҡса йәлләп тораһығыҙмы? Риза түгелһегеҙ икән, улығыҙҙы бүтән мәктәпкә күсерегеҙ. Һеҙҙе мәжбүри тотмайҙар бында!
Күптәр эстән генә риза булмаһа ла, асыҡ­тан-асыҡ ҡаршы әйтергә ҡыйыулығы етмәй. Кемдең балаһын күрәләтә уҡытыусының дошманы иткеһе килһен? Ризалашмай ҡайҙа бараһың! Ә инде закон күҙлегенән ҡарағанда, был – ришүәтселектең сағыу миҫалы. Аҡсаны һуралар, ә шуны раҫлаған бер ниндәй ҙә ҡағыҙ бирмәйҙәр. Тимәк, ата-әсә иҫәбенә мәктәптәр, директорҙар үҙҙәренең шәхси мәнфәғәтен ҡайғырта.
Йәшерен-батырын түгел: һинең уҡытыусылар менән булған мөнәсәбәтең балаңдың билдәһендә сағылыш таба. Теләгән кешене уҡыу алдынғыһы итәләр, теләһәләр, “бишле”лек яуап бирһәң дә, түбән баһалауҙары ихтимал.
Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырып, бер сама еңел һулап ҡалған уҡыусылар, атай-әсәйҙәр сығарылыш кисәһе тип йәнә саба башланы. Нимә кәрәк, нимә кәрәкмәй – уҡытыусыларҙан алдан “заказ” ҡабул итәләр. Ҡайҙалыр директор бүлмәһенә – йомшаҡ диван, икенсеһенә – компьютер, өсөнсөһөнә – затлы картина... Имеш, был бүләктәр оҙаҡ йылдар беҙҙе хәтерләтеп торасаҡ. Хатта йыр уҡытыусыһы, миңә лә бүләк әҙерләһендәр, мин дә белем бирҙем, тип дәғүәһен белдергән, ти.
Атай-әсәйҙәренең дә ҡыуанысы сикһеҙ: ғәзиз балалары бер афәттән ҡотолдо. Юғиһә, ошо имтихан тип ҡайһылыр төбәктәрҙә үҙенә ҡул һалған балалар ҙа булды бит.
Яңыраҡ, йылдағыса, мәктәпте тамамлау кисәләре гөрләп үтте. Халыҡ фронты төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, республиканың 14 районында сығарылыш кисәһе иң ҡиммәтлеһе булып сыҡҡан. Улар араһында иң хәллеләре туймазылар икән. Райондың туғыҙ мәктәбендә байрамды шартына килтереп үткәреү өсөн атай-әсәйҙәр 15-әр мең һум аҡсаһын сығарып һалған.
“Беҙҙең уларҙан ҡайһы еребеҙ кәм? Сығарылыш кисәһе бер тапҡыр ғына була”, – типтер инде, Стәрлетамаҡтағы алты белем усағы ла “байҙар” исемлегенә ингән.
Учалы, Ҡалтасы, Мәсетле, Ишембай, Мә­лә­үез, Әлшәй, Шишмә, Әбйәлил, Белорет райондары, Октябрьский ҡалаһы, Өфөнөң Киров районы ла уларҙан ҡалышмаған. Шулай итеп, сығарылыш класс уҡыусыла­рының 25 проценты хушлашыу кисәһенә 15 меңдән ашыу аҡса йыйған! Күпселек атай-әсәйҙәр бының менән килешмәһә лә, класс етәкселәре менән мөнәсәбәтте боҙмаҫ өсөн низағҡа кермәгән. Шуныһы ғәжәп: бәғзе белем усаҡтары йәмғеһе биш мең һумға ла бына тигән кисә үткәргән.
Урам буйлап китеп барһам, йәнә күптәнге дуҫымды осраттым. Уның ҡыҙы ун беренсе класты бөткән икән. Ул да шунса сама аҡса сығарып һалыуы хаҡында һөйләне.
– Ярай, ҡотолғанһың! – тигәйнем, ҡулын ғына һелтәне.
– Эй, исмаһам, ике айға булһа ла ял итеп ҡалам. Унан тағы уҡыуҙар, тағы талауҙар башланыр. Көҙгә кинйә ҡыҙым беренсегә бара бит. Әңгәмәлешеү үткәндә үк, класҡа плазмалы телевизор кәрәк, тип һөйләйҙәр ине...


Автор: Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә