Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәңге уңалмаҫ күңел яралары
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулды. Ун йыл дауам иткән был мәғәнәһеҙ, ҡәһәрле һуғышта элекке СССР республикаларынан 14 меңдән ашыу кеше һәләк була, 50 меңдән ашыуы яралана, ете меңгә яҡын һалдат ғүмерлеккә ғәрип булып ҡала. Әбйәлил районынан унда 155 кеше ҡатнаша, барыһы ла кире әйләнеп ҡайта. Бөгөн уларҙың 101-е иҫән. Һүҙ – райондаш яугирҙәр хаҡында.


Тормош дауам итә

Айрат Әхмәтйәнов 1960 йылда Асҡар ауылында ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән. Ун һигеҙ йәшендә әрме сафына алына. Германияла бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, иҫкәртеп тә тормайынса, бер төркөм һалдатты самолет менән Афған еренә алып барып төшөрәләр...

Һуғышта үткән бер йыл мәңгелектәй тойола Айратҡа. Ғүмерҙең һәр сәғәте, һәр минуты үлем көҫәп кенә тора. Күпме ғазап-әрнеү, ип­тәштә­ренең үлеме – барыһы ла егеттәрҙең күҙ алдынан үтә. Ошо күңелһеҙ хәтирәләр һуғыштан һуң да төндәрен төшкә инеп яфалай үҙҙәрен.
Айрат тыуған ауылына ҡайтып төшкәс, бар­лыҡ туғандары, ғаиләһе оло шатлыҡ кисерә. Тышҡы ҡиәфәте танымаҫлыҡ булып үҙгәрһә лә, уның иҫән ҡайтыуына әсәһе Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтле була. Асҡар район үҙәк дауаханаһында бер йыл эшләгәс, егет Үтәгән ауылы һылыуы Мәҙинәгә өйләнә. Бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Йәш ғаилә тәүҙә ата-әсә янында йәшәй, унан бер бүлмәгә күсә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында эшләй баш­лағас, Айратҡа ике бүлмәле ағас йорт бирәләр.
Ҡаты сиргә юлығып төшөнкөлөккә бирелгән саҡтары ла күп була уның. Һыҙланыуына түҙә алмай эскеләп тә ала. Ошо сәбәп менәнме, ғаилә башлығын эштән сығаралар. Тормош иптәше Мәҙинәнең: “Әҙ генә ғүмере ҡалған, эшләп торһон инде”, – тип ялбарыуы ла бушҡа була. Бер аҙҙан иптәше үҙ ойошмаһына эшкә ала. Әммә унда бер генә йыл эшләп өлгөрә Айрат. Хәҙер инде уның мәрхүм булыуына һигеҙ йыл тулды.
Ә тормош дауам итә. Уның төҫө булып алмалай өс ҡыҙы үҫеп етте. Һәр береһе һөнәрле, ғаиләле: Әлиә – Асҡарҙа район эске эш­тәр бүлегендә, Альбина Кушнаренко ауы­лында мәҙәниәт йортонда эшләй, Розалия тыуған ауылында йәшәй. Уларҙың әсәләре миндә һоҡланыу ҡатыш хөрмәт тойғолары уятты. Яугир ҡатындары үҙҙәре лә батыр һәм ғорур йөрәкле булалыр ул.

Ҡаты һуғыш эҙһеҙ үтмәне

Мостафа Искәнйәров 1963 йылда Буранғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Афған һуғышында уға йыл ярым хәрби бурысын үтәргә тура килә.

Төркмәнстандың Теджен ҡалаһында бер аҙ хеҙмәт иткәндән һуң, йәш егетте механик-водитель итеп Ҡабулға ебәрәләр. Тәүҙә тоннелде һаҡлау, унан колонналарҙы оҙатып йөрөү, юл буйын, постарҙы төрлө һөжүмдәрҙән яҡлау, көс үтә ныҡ төшкән хәрби частарға ярҙам итеү бурысы йөкмәтелә һалдаттарға. Ҡайтыр алдынан Мостафаның батальонын тауҙарға йүнәлтәләр, унда ла ауыр операцияларҙа ҡатнашырға тура килә яугиргә. Ниһайәт, 1985 йылда ул тыуған яғын күреү бәхетенә ирешә.
Был мәғәнәһеҙ һуғыш Мостафа өсөн дә эҙһеҙ үтмәй, ул ҡаты сиргә дусар була. “Колхоз бар саҡта әҙерәк ярҙам тойолғайны, өс тапҡыр шифаханала булып ҡайттым, – тип һөйләне яугир. – Ике тапҡыр Өфөлә дауаланып ҡараным, тик алға китеш юҡ. Хәҙер эшкә лә алмайҙар, инвалидлыҡ та юҡ”. “Магнитогорскиҙағы заводҡа урынлашҡайны, сире арҡаһында эштән сығарҙылар”, – тип дауам итте ҡатыны Вәсилә.
Әммә эш юҡ тип зарланып ултырмай Мостафа, Силәбе өлкәһендә төҙөлөш эштәре оҫтаһы һөнәренә уҡый, ауылдаштары өсөн ишек, тәҙрә рамдары яһай, заказдар ҡабул итә. Яҡташтары: “Ҡулы оҫта беҙҙең Мостафаның”, – тип маҡтап тора үҙен. Бынан тыш, тырыш ғаилә мал аҫрай, ит, һөт ризыҡтары һатып килем ала. 1997 йылда үҙҙәре өй һалып сыға.
Хәҙерге ауыр заманда донъя көтөүе кемгә лә еңел түгел. Афған һуғышы ветеранының ҡаты сиргә бирешмәй, үҙ ҡулдары, тырышлығы арҡаһында бынамын итеп донъя ҡороп йәшәүен, ҡатыны менән биш бала тәрбиәләп үҫтереүен геройлыҡҡа тиңләйем. Фәнгиз, Ишбулат, Динар, Өлфәт, Әлфинә – һәр эштә лә ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы, терәк. Киләсәктә уларға белем биреү, күҙле-башлы итеү бурысы тора. Әммә Искәнйәровтар ғаиләһенең ҡулынан барыһы ла килә кеүек, шуға мин уларға тик ныҡлы сәләмәтлек теләйем.

Ул йылдарҙы иҫкә төшөрөүе ауыр

Рәфил Килдейәров 1966 йылда туғыҙ балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килә. Хәлил урта мәктәбен тамамлап, бер йыл колхозда эшләгәндән һуң, әрме сафына алына.

Афған еренә уларҙы, йәш егеттәрҙе, самолет менән алып барып төшөрәләр. Тажикстан сиге, Тургунди тимер юлы буйлап кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, солярка, бензин һәм боеприпастар тейәлгән машиналарҙы, колонналарҙы броне­транспортерҙа оҙатып йөрөү бурысын йөкмә­тәләр. Теүәл ике йыл ғүмерен ошо аяуһыҙ һуғышҡа биргән яҡташыма был осорҙо иҫкә төшөрөүе бик ауыр. Күпме мәхшәр, ҡан ҡойош күрергә тура килә уға...
Күрһәткән хеҙмәте өсөн наградалар менән бүләкләнеп, 1987 йылда өйөнә ҡайта яугир. Магнитогорсҡ ҡалаһындағы Тау институтына уҡырға инә, әммә атаһы мәрхүм булғас, уҡыуын ташларға мәжбүр була.
Хәҙерге көндә Рәфил Мәхмүт ауылында нигеҙ ҡороп, донъя көтә. Ошо ауылдың Афған һуғышы ветерандары ойошмаһы рәйесе лә ул. Хәрби хеҙмәте тураһында күп һөйләргә яратмай. Был аңлашыла ла, әлбиттә, кемдең генә мәңге уңалмаҫ күңел яраларын ҡуҙғатҡыһы килһен...




Автор: Нуриҙә ИЛҺАМОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә