Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҡшатмаҫлыҡ түгел шул!
Оҡшатмаҫлыҡ түгел шул!
Йәмле тәбиғәт ҡосағында, саф һыулы Һаҡмар йылғаһы янында урынлашҡан “Ҡайынҡай” һауыҡтырыу лагеры Хәйбулла районында балаларҙың иң яратҡан ял үҙәктәренең береһе булып танылған. Лагерҙа бер булып ҡайтҡан баланың киләһе йыл да мотлаҡ бында ял итергә теләк белдереүе юҡҡа түгел.


Бүребай тау-байыҡ­тырыу комбинаты ҡара­мағындағы ял үҙәге яңы миҙгелгә яҡшы әҙер­лән­гән, балалар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Эргәнән генә аҡҡан Һаҡмарҙа һыу инеү мөмкинлеге булһа ла, уҡыу­сылар лагерҙағы бассейнда йөҙөүгә өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ футбол, баскетбол, волейбол һәм башҡа төрлө уйындар өсөн махсус май­ҙансыҡтар төҙөлгән. Ял итеүселәр, саф һауала рәхәтләнеп уйнауҙан тыш, тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һаналған урындарға бара, уларҙың тарихы менән таныша, шулай уҡ экологик өмәләр үткәрә.
Лагерь етәксеһе Людмила Ратушная әйте­үенсә, әле беренсе сменала 126 бала ял итә. Шуларҙың 12-һе – етем. Ялды ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәреү өсөн барлығы 12 вожатый көн һайын төрлө сара ойоштора. Беҙ барғанда “Ҡайынҡай”ҙа һабантуйҙың иң ҡыҙған мәле ине: берәүҙәр “ат сабышы”нда ҡатнашһа, икенселәр тоҡ менән һуғышып, үҙ-ара көс һынаша. Йыр-бейеүгә ма­һирҙар ҙа ситтә ҡалмаған, уларҙың моңло тауыштары һабантуйға дәрт һәм йәм өҫтәп, көн дауамында яңғырап торҙо.
Оҡшатмаҫлыҡ түгел шул!Ял итеүселәр араһында иң бәләкәйе булған Илназ Юлдашбаев, ана, “ат сабышы”нда тәүгеләрҙән бу­лып килеп тә етте. Аҡъярҙан Айгиз Ғәббәсовҡа иһә тоҡ менән алышыу еңел бирел­де, күрәһең,­ сөнки егет спорт менән даими шөғөлләнә. Бында бик оҡшай, яңы дуҫтар табыуыма шатланам, ти ул. Мәмбәттән килгән Гөлзирә Рәсембәтова тәүге көндәрҙә бер аҙ күңелһеҙләнеп алһа, әле яңы әхирәттәре Лилиә, Гөлназ, Алһыу менән “йән дуҫ”тарға әүерелгән. Иләс ауылынан Алһыу Ҡоломбәтова бында тағы килергә теләге барлығын белдерҙе, тимәк, ул да лагерҙы үҙ иткән.
Ял үҙәге оҡшатмаҫлыҡ та түгел шул! Комбинаттың генераль директоры Рөстәм Аблаев балаларҙың ялын шәхсән контролдә тота, бигерәк тә уларҙың дөрөҫ туҡланыуына ҙур иғтибар бүленә. Бында алты ашнаҡсы эшләй, көн һайын биш тапҡыр ашатыу ҡаралған. Өҫтәлдән ит ризыҡтары өҙөлмәй, йылы икмәк, төрлө күмәс-бәлеш, емеш-йәшелсә лә етерлек.
Тамаҡтары туҡ булғас, барыһының да күңеле көр. Уларҙың ялы ҡыҙыҡлы үтһен өсөн төп көс, әлбиттә, тәрбиәселәргә төшә. Бында булған һәр минут балалар өсөн файҙалы итеп ойошторола: “Нептун көнө”, “Тиҫкәре көн”, “Үҙ­идара көнө”, “Балыҡсы көнө”, “Көлкө көнө” кеүек сараларҙы, тыуған көн­дәрҙе балалар һәр саҡ көтөп ала.
Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыу­сыларға “Ҡайынҡай”ҙа ныҡ оҡ­шай. “Теләп килдем”, “Тағы килер инем”, “Яңы дуҫтар таптым” ти улар, шат йылмайып. Бала­ларҙың ысын кү­ңелдән әйтелгән һүҙҙәренә башҡа ни өҫтәйһең инде?!


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә