Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҙәбиәт һаҡсыһының һаҡсыһы
Әҙәбиәт һаҡсыһының һаҡсыһы
Ваҡытты тотоп алып булмай, йылдар осоп китеп кенә тора. Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы Ҡудашева ла 1955 йылда буласаҡ күренекле әҙәбиәт тәнҡитсеһе һәм теоретигы Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов менән ғаилә ҡорғайны. Улар мөхәббәт менән тулған, ижад эсенә сумып, балалар тәрбиәләп, көндәлек ығы-зығыға бирешмәй, бәхетле һәм матур йылдар үткәрҙе.


Көтмәгәндә килеп тыуған ауырлыҡ­тарға ла бирешмәне Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы. Урыҫ филологияһы белгесе була­раҡ, ҡырҡ йыл тирәһе китапхана тарма­ғында һәм башҡа йүнәлештәрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәҙер баҡсасылыҡ, башҡа эштәр менән шөғөлләнә, балаларына терәк булып, тормошта тыуып торған көндәлек проблемаларҙы хәл итеп, “тыныслыҡты төшөндә генә күреп” йәшәүен дауам итә.
Ғаилә мәшәҡәттәрендә ҡайнауы менән бер рәттән, Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы 33 йыл дауамында үҙенең онотолмаҫ мөхәб­бәте булған иренең (Ким Әхмәтйәнов 1980 йылда 49 ғына йәшендә баҡый­лыҡҡа күсте — В.Ө.) әҙәби мираҫын мәңгеләштереү өсөн көс түгә. Был эштә өлкән ҡыҙҙары Гөлшат Ғәбитова әүҙем ҡатнаша.
1982 – 2010 йылдарҙа улар Ким Әхмәтйәновтың әҙәби мираҫын дүрт китапта баҫтырып сығарыуға өлгәште: ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге нигеҙе һәм төп һөҙөмтәһе булған әҙәбиәт теорияһы мәсьәләләренә арналған “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт”, “Әҙәбиәт тео­рия­һы”. Дөйөм мәғлүмәт. Икенсе баҫма”, “Поэтик образлылыҡ. Икенсе китап”, “Әҙә­биәт теорияһы. Үҙгәрешле 3-сө баҫма”.
2010 йылда Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы менән Гөлшат Ғәбитова әҙерләгән “Ғалим һәм әҙип Әхмәтйәнов Ким Әбүзәр улы (библиографик күрһәткес)” тигән бик мөһим китап баҫылып сыҡты. Башҡортостан Фәндәр академияһының Тәрән тикшеренеүҙәргә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында нәшер ителгән китап К. Әхмәтйәновтың тормошон һәм ижад юлын сағылдыра, ижади мираҫы булған китаптары, дәреслектәре, мәҡәләләре, рецензиялары, әҙәби әҫәрҙәре, ғалимдың үҙе тураһында яҙылған материалдар тураһында мәғлүмәт бирә.
Рәйфә Шәй­ғәрҙән ҡыҙы һөйөклө ирен – Ким Әх­мәт­йәновты – уҡыусылар һәм әҙәби йә­­мә­ғәт­селек алдында яңынан асты, үҙен яуаплы ижади хеҙмәткәр, тәрән фекерле, мөхәббәтенә мәңге тоғро ҡатын-ҡыҙ итеп күрһәтте. Байтаҡ йылдар ул Ким Әхмәт­йәновтың тыуған ауылы Әлмөхәмәттә (Әбйәлил районы) музей асыуҙы хәс­тәр­ләне, экспонаттар алып барҙы. Ниһайәт, былтыр сентябрҙә музей асылды – ул күре­некле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев, әҙәбиәтсе-ғалим Ким Әхмәт­йәнов һәм шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең тормошона, хеҙмәттәренә һәм ижадына арналды.
2017 йылда Ким Әхмәтйәновтың 85 йыл­лығын билдәләйәсәкбеҙ. Ошо айҡан­лы ға­лим һәм шәхестең китаптарҙа, йы­йынтыҡтарҙа һәм альманахтарҙа донъя күргән мәҡәләләрен, матбуғатта баҫыл­ған әҫәрҙәренән иң мөһимдәрен һайлап алып, айырым китаптар баҫтырып сығарылыр, уның исеме Өфө урамда­рының береһенә бирелер тип өмөт итәйек. Был эштән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ла ситтә ҡалмаҫ, моғайын.
Вил ӨМӨТБАЕВ,
техник фәндәр докторы,
профессор.



Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә