Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мораҙым тарлауығы йәштәрҙе йыйҙы
Мораҙым тарлауығы йәштәрҙе йыйҙы
Уҙған йомала “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы биләмәһендә Йәштәр фестивале үтте. Яҡшы йолаға әүерелгән байрамға быйыл “Халыҡтар дуҫлығы” тигән исем бирелде. Ул Бөтә Рәсәй йәштәр көнөнә арналды.



Мораҙым тарлауығы йәштәрҙе йыйҙыИртә таңдан болонға кешеләр ағылды. Райондың ауыл биләмәләре командалары донъя халыҡтары мәҙәниәтен сағылдырған тирмә-ихаталар ҡорҙо. Фестивалде ойош­тороу­сылар быйыл һәр ауылға теге йәки был милләттең йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, фольк­лоры, кейем-һалымы, аш-һыуы менән таныш­тырыу бурысын ҡуйҙы. Байрамда ҡат­нашыусыларҙың һәр береһе ошо бурысты уңышлы үтәп сыҡты.
Волостновка ауыл Советы командаһы Һиндостанды сағылдырҙы. Сағыу төҫтәге милли кейемдәр, зауыҡлы биҙәүестәр, тәмле аштар, ялҡынлы бейеүҙәр, туй йолаһы алыҫ һәм ят Көнсығыш иленә алып китте.
Ишбирҙеләр мифтар һәм Олимпия уйындары, аллалар һәм зәйтүн ағастары төбәге Грецияны тәҡдим итте. Ҡулдарына көршәк тотҡан оҙон аҡ күлдәкле “грек” ҡыҙҙары, ихлас йылмайып, милли ризыҡ менән һыйланы.
Күҙ асып йомған арала Урал тауҙары — Кавказ ҡаяларына, ә Күгәрсен ауыл Советы вәкилдәре ҡылыс һелтәп бейегән ҡыҙыу ҡанлы егеттәргә әүерелде. Кавказса ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, улар ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршыланы, шашлыҡ, далма һәм люля-кебаб тәҡдим итте. Ҡыҙ урлау йолаһын да күрһәттеләр.
Мәҡсүттәр фламенко һәм корридалар илен, диңгеҙ наҙлаған эҫе Испанияны сағылдырҙы. Ҡыҙыл күлдәкле гүзәл ҡыҙҙар, гитара та­уыштары ошо һоҡланғыс һәм мөғжизәле мөхиткә әйҙәне.
Түбәнге Бикҡужа ауылы ихатаһы таулы Шотландияны хәтерләтте. Килт һәм волынка, дәртле бейеү, төрлө ергә эленгән киптерелгән үләндәр, балыҡ тотоу ҡоралдары — барыһы ла шотландтарҙың көнкүрешен сағылдырҙы, тик улар Эйек буйындағы хозур төбәккә күсеп килгәйне.
Санъяп ауыл Советынан сиған баронының “Эй, ромалэ!” тигән тауышы таборға ҡунаҡтарҙың яҡынлашыуын иҫкәртте. Киң итәкле күлдәктәр, сағыу биҙәкле яулыҡ-шәлдәр, татлы телле күрәҙәселәр, ялҡынлы бейеүҙәр, шаян йырҙар барыһын да сиған донъяһына алып китте.
Йомағужалар, “Яңы Гвинея Папуаһы халыҡтарының мәҙәниәте” тигән өйгә эш бирелеүгә ҡарамаҫтан, мәсьәләне ябай­лаштырып, башҡорт тирмәһен ҡорған, ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторған. Әммә баһалама комиссияһы быны ҡабул итмәне. Йомағужалар юғалып ҡалманы, сит тарафта йәшәгән папуас йәштәренең республикабыҙға ҡунаҡҡа килеүен күрһәтте.
Африка ҡәбиләһен тәҡдим иткән Исем ауыл Советының программаһы иң үҙенсәлеклеһе булғандыр, моғайын. Ул онотолмаҫ образ­дары, аш-һыуы, ихатаһының дизайны, әсир­леккә төшкән кешене “ашау” йолаһы менән хәтерҙә ҡалыр.
...Ҡолаҡтарына, танау, ирененә алҡа таҡҡан, тәненә буяу һөрткән, биленә йыуғыс бәйләгән ҡәбилә вәкилдәре барабан тауышы аҫтында ҡорбаны тирәләй шашып бейей башланы. Был хәлгә битараф ҡалғандар булмағандыр. Халыҡ мәҙәниәтен башҡа берәү ҙә бындай кимәлдә сағылдыра алманы. Тап шуға күрә баһалаусылар Исем ауыл Советын “Иң яҡшы милли кейем” һәм “Иң яҡшы милли ризыҡ” номинацияларында еңеүсе тип таныны. Бынан тыш, бөтә фестиваль йомғаҡтары буйынса ла уның вәкилдәре беренсе урынды яуланы. Күгәрсендәр — икенсе, юлдыбайҙар өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Мораҙым тарлауығы йәштәрҙе йыйҙыРайон Советы ҡарамағындағы йәштәр со­веты командаһы гавайҙарҙы сағылдырҙы. Фестивалде ойоштороусылар иҫәбенә ингәнгә күрә, уларҙың сығышы баһаланманы.
Тирмәләр, аш-һыу, милли кейемдәр кон­курстары менән бер рәттән, сәләмәт тормошҡа арналған плакаттар бәйгеһе лә уҙғарылды. Унда Күгәрсен ауыл Советы еңеп сыҡты. Икенсе урында — Түбәнге Бикҡужа ауыл Советынан рәссам Салауат Сангишев, өсөн­сөлә — йомағужалар.
Фестивалдә милли көрәш, армспорт, во­лейбол, еңел атлетика буйынса ярыштар ойошторолдо. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Милли көрәштә 30 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Түбәнге Бикҡужанан Иҙелхан Ғәбитов, 50 килограмға тиклем — Күгәрсендән Кинйә Собханғолов, 60 килограмға тиклем — Ҡалдарҙан Илшат Ибра­һимов, 70 килограмға тиклем — Күгәрсендән Филүс Әҙелбаев, 80 килограмға тиклемге ауырлыҡта ошо уҡ ауылдан Таһир Маннанов еңеү яуланы. Армспортта Ибрай ауыл Советынан Илнур Аҡкилдин иң яҡшыһы тип танылды. Волейболдан ир-егеттәр командаһы араһында — Мораҡ, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Йомағужа командаһы алдын­ғылыҡты бирмәне. Еңел атлетика буйынса ярышта Күгәрсендән Нәғим Шәрипов, Йомағужанан Линур Вәлишин менән Диана Нагачева еңеүгә өлгәште.
Ярыш саралары тамамланғас, күңел асыу кисәһе башланды. Таңға тиклем дискотека дауам итте.
Мораҙым тарлауығы йәштәрҙе йыйҙы– Йәшлек – ул кеше тормошондағы гүзәл мәл генә түгел, күңел торошо ла. Тап һеҙ, бөгөнгө уҡыусылар, студенттар, эшсе йәштәр, тиҙҙән илебеҙҙең үҫеш юлдарын билдә­ләйәсәкһегеҙ. Республикабыҙҙа йәш­тәргә яҡшы мөмкинлектәр тыуҙырыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Йәш быуын хаҡында хәстәрлек социаль сәйәсәттең мөһим өлөшөн тәшкил итә, дәүләт йәш ғаиләләргә әүҙем ярҙам күрһәтә, — тине район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин үҙенең сығышында.
Ул шулай уҡ районда йәштәр сәйәсәтен тор­мошҡа ашырыуға йүнәлтелгән сараларҙы ойош­тороу­ҙа һәм үткә­реүҙә ярҙам күрһәткән өсөн йәш активистарҙы район хакимиәтенең Рәхмәт хат­тары, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамота­лары менән бүләкләне.
Ысынлап та, йәшлек — ул көс-дәрт ташып торған, ынты­лыштар, ҡыйыу хыялдар мәле. Алда бөтә юлдар асыҡ. Барыһы ла – һинең ҡулда.


Автор: Мария ВАСИЛЬЕВА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә