Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ике уҡытыусы яҙмышы
Ике уҡытыусы яҙмышыИке уҡытыусы яҙмышыЭш урынымда яҙышырға ултырһам, ҡулыма хөрмәтле уҡытыусыларымдың хәтирәләре килеп эләгә: улар яҙған ғилми хеҙмәттәр, шиғырҙар, иҫтәлектәр, хаттар. Фотоальбомды асһам, уҡытыусыларымдың яҡты, нурлы, аҡыллы ҡараштары, олпат һындары күҙ алдыма баҫа. Тәүге уҡытыусым һәм ғилми етәксем — ғүмеремдә иң яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған кешеләрем, икеһе лә моңһоу, ямғырлы миҙгелдә, тәбиғәт тә күп илаған ваҡытта, беҙҙе һағыштарға һалып, етмештәрен дә тултырмайынса, яҡты донъя менән хушлашты.
2008 йылдың 9 сентябрендә — күренекле телсе-ғалим, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Данис Тикеев, 2009 йылдың 13 октябрендә атайым, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Даурат Хәлиуллин арабыҙҙан китте. Улар бер ауылдан да, бер райондан да түгел, бер мәктәптә лә уҡымаған, әммә яҙмыштары шул тиклем оҡшаш.
Данис Солтан улы Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1967 йылдан алып ғүмерен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына (аҙаҡ — академияһына) бағышлай.
1999 йылда ул докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, артабан — доцент, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессоры, мөдире, башҡорт филологияһы факультеты деканы була.
Д. Тикеев — башҡорт теленең синтаксисын структур-семантик йүнәлештә өйрәнеүгә нигеҙ һалған ғалим. Уның һөйләм, текст синтаксисына, башҡорт телмәре һәм стилистикаһына, мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте нәшер ителгән, шул иҫәптән 13 монография, 8 дәреслек һәм 10-дан ашыу методик ҡулланма һәм программа.
Минең атайым Даурат Динислам улы Учалы районының Мулдаш ауылында тыуған. Мулдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе ябылғас, 1969 йылда ул әсәйем Хәмдәнә Йәһүҙә ҡыҙы менән Һөйөндөк ауылында төпләнә. Һөйөндөккә килгәнгә тиклем китапханала, шунан бетон заводында эшләй. 1960 йылда Мейәс ҡалаһының геология-разведка техникумына уҡырға инә. Әсәйем, Белорет педагогия училищеһын тамамлап, Мулдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытып йөрөй. Шул йылда уның аяғы ауыртыу сәбәпле, эшкә сыға алмай һәм 1965 йылда уның урынына атайымды саҡыралар. Шулай итеп, атайым мөғәллим булып китә.
Ул тарих дәрестәрен алып бара, директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара. 1968 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Башта ауыл Советы рәйесе, һуңынан Һөйөндөк тулы булмаған урта мәктәбенең директоры булып эшләне.
Данис Солтан улы ла, Даурат Динислам улы ла үҙҙәренә ҡушылған эште оҫта ойоштороу һәләттәре, киң эрудициялы, яуаплы, уҡымышлы булыуҙары менән һоҡландырҙы. Уларҙың китап кәштәләрендә һәр ваҡыт тарихи, ғилми хеҙмәттәр булды. Уҡытыусылар, матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләргә күҙәтеү яһап, анализлап, дөрөҫ һығымталар сығарып, уҡыусыларына еткерә белә ине. Ошо сифаттарға эйә булғанға, күрәһең, улар оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларын башҡарҙы.
Был ике шәхесте ғилемгә һөйөү осраштырҙы. Бер-береһенә шылтыратып: “Йәштәш, һаумы? Хәлдәрең нисек?” — тип аралашыуҙары һаман ҡолағымда сыңлай һәм шул сың, көҙ миҙгеле етһә, тағы ла көсәйә. Улар икеһе лә уҡыусыларының “бәләкәс йөрәктәренә һүнмәҫ дәрт, нур” һалыусы уҡытыусылар ине.
Гөлназ ВӘЛИЕВА,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә