Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарифтарҙы ауыҙлыҡлап булырмы?
Һуңғы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы реформа көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әүерелде. Нимә генә тимә, был — бик ҡатмарлы һәм халыҡтың кеҫәһенә һуҡҡан өлкә. Шуға ла әлеге реформаның маҡсаты халыҡтың көнкүрешен һәм идара итеүсе компаниялар күрһәткән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу булып тора.


“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмә­һендә үткән матбуғат конференцияһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм тарифтар үҫеүенә арналған мәсьәләләр тикшерелде. Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урын­баҫары Павел Качкаев, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Елена Родина, Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәк­се­һе Раил Әсәҙуллин, ведомство һәм министр­лыҡтар вәкилдәре ҡатнашты.
Павел Качкаев билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте һуңғы йыл­дар­ҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә бер нисә өҫтөн­лөклө йүнәлеште билдәләне. Тәү сиратта был торлаҡты си­­- фат­лы хеҙмәтләндереү һәм идара итеүсе компанияларҙың эшенә, йылылыҡ селтәре инфраструктураһын яңыртыуға, тор­лаҡ-коммуналь хужалыҡҡа инвесторҙар йәлеп итеүгә бәйле.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтенең йыллыҡ күләме 4 триллион һум тирәһе, ә был илдең тулайым эске продуктының 6-7 процентын тәшкил итә. Бөгөн иһә Рәсәй халҡы хеҙмәттәр өсөн йылына 1,5 триллион һум түләй. Идара итеүсе компаниялар аша ошондай сығымдар үтә. Уларҙың ни тиклем асыҡ һәм сифатлы эшләүе, әлбиттә, милек эйәһенән тора, — тине Павел Рюрикович.
Артабан ул былтыр декабрҙә Дәүләт Думаһы ҡабул иткән «Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына һәм Рәсәй Феде­рацияһының башҡа айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль закон тураһында һөйләне, уның ҡайһы бер үҙенсәлектәренә туҡталды. Бынан тыш, Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа идара итеүсе компания­ларҙы лицензиялау тураһында закон проектын хуплаған. Әгәр ул ҡабул ителһә, үҙ эшен еренә еткереп эшләмәгән компания артабан эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр буласаҡ.
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәевтән сарала ҡатнашҡан хәбәрселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн 1 июлдән артҡан хаҡтар тураһында һорамай булдыра алманы. Май башында Рәсәй Хөкүмәте 2014 йылдың 1 июленән 2018 йылға тиклем һәр төбәктә халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү индексын раҫланы. Башҡортостанда был күрһәткес 6 проценттан артмаҫҡа тейеш. Ләкин республиканың һигеҙ ҡалаһында, йәғни Стәрлетамаҡ, Благовещен, Салауат, Ағиҙел, Нефтекама, Сибай, Ишембайҙа тарифтар ике тапҡырға артты, һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың сығымдарын хаҡҡа индереү бының төп сәбәбе булып тора, тип аңлатты Фәдис Фәүҡәт улы.
Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр кеҫәгә ныҡ һуҡмаһын өсөн белгестәр халыҡҡа адреслы социаль түләү алырға кәңәш итә.



Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә