Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Аҫыл шәхес Шәриф музейы, Бикҡол күпере

Артабан беҙҙе Ҡарлыман ауылын икегә бүлеп аҡҡан Ҡарлыман йылғаһы аша яңы ғына төҙөлгән күперҙе күрһәтергә алып киттеләр. Уның нимәһе барҙыр инде, тиеберәк аптырап ҡалғайныҡ, аҙаҡ ғәжәпләнеүебеҙҙең һәм һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы.
– Йыл һайын яҙғы ташҡын ваҡытында һыу күперҙе алып китә ине. Балалар — мәктәпкә, ололар мәсеткә йөрөй алманы. Ниһайәт, бына ошондай матур, ныҡ күпер эшләп ҡуйҙыҡ, – тине район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. — Әҙерәк башҡараһы эштәре ҡалды әле, урамдан күпергә тиклемге араға асфальт һалаһы һәм аркаға матур итеп “Бикҡол күпере” тип яҙып ҡуяһы ҡалды.
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә, Шәриф ағайҙың ҡыҙы Ләйсән аптырап, ҡыуанып китте. Шағирҙың 90 йыллығына яҡташтарының бына тигән бүләге булған. Ысынлап та, күпер иҫ китмәле матур, тотона торған тимере тулҡындар рәүешендә эшләнгән. Йылға буйында талдар үҫә, аҫта сылтырап Ҡарлыман аға. Эргәлә генә иман йорто – мәсет балҡып ултыра. Ғәжәйеп күренеш. Аҫылмалы күперҙең ауылда иҫтәлекле урындарҙың береһенә әйләнеренә шик юҡ. Никах уҡытҡан йәштәр ҙә, туй үткәреүселәр ҙә, һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләренән һуң да бында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә киләсәк. Ә айлы төндәрҙә ғашиҡтарҙың серләшер урынына әйләнәсәк шағир күпере. Район етәкселәренә был бүләк өсөн ниндәй рәхмәттәр әйтһәң дә аҙ булыр кеүек. Күпер аша тәүгеләрҙән булып әҙиптәр атлап үтте. Шәриф Бикҡолдоң музейына киләбеҙ. 2004 йылда уны асҡанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “Ошо музейҙы төҙөп, яҡташтары Шәриф Бикҡолға һәйкәл ҡуйҙы”, — тигән. Был, ысынлап та, шағирға рухи һәйкәл. Шағирҙың шәхси әйберҙәре, кейемдәре, ҡул машинкаһы, орден-миҙалдары, ҡулъяҙмалары, китаптары һәм фотолары урын алған. Бында ла район хакимиәтенең иғтибарын күрмәү мөмкин түгел. — Быйыл музейҙы матур итеп ремонтланыҡ, — ти уның мөдире Фәйрүзә Ҡотлобаева.

Ҡырмыҫҡалы библиобусы

Мәҙәниәткә, рухиәткә иғтибар даими бүлен­гәнен аҙым һайын күрергә тура килде Ҡырмыҫҡалыла.
Хәҙер районда үҙ телевидениеһы эшләй башлаған. Йәнә бер яңылыҡ — ауыл клубы эргәһендә торған библиобус барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы. “ГАЗель”микроавтобусы китапхана итеп яйлаштырылған. Унда башҡорт әҙиптәренең ижады ла, урыҫ әҙәбиәте лә, классика ла, хәҙерге детектив та, гәзит-журналдар ҙа, балалар өсөн китаптар ҙа — барыһы ла бар. Кәрәкһә, интернет менән ксерокстан да файҙаланырға мөмкин. Библиобус хужабикәһе Римма Мөлөкова айҙың өс аҙнаһында райондың 22 ауылында булып, китаптар тәҡдим итә.
— Бер көндә өс-дүрт ауылда булып өлгөрәбеҙ, — ти Римма Марат ҡыҙы.— Өс ай эсендә 140-тан ашыу даими уҡыусыбыҙ булды. Әле йәйге эштәр тығыҙ ваҡыт, көҙгә, ҡышҡа уларҙың һаны байтаҡҡа артыр, тип уйлайбыҙ.
Ҡалған бер аҙнала библиобус хужаһы инвалидтарҙың өйҙәренә барып китаптар тәҡдим итә, ойошмаларға йөрөй. Ҡайһы район ошондай яңылығы менән маҡтана ала әле! Һоҡланғыс миҫал! Мөхәммәт тауға бармаһа, тау үҙе Мөхәммәткә килә, тиҙәрме әле?
Ауыл клубы фойеһында Шәриф Бикҡолдоң китаптарынан күргәҙмә, ауыл халҡының ҡул эштәре өлгөләре ҡуйылған. Шағирға арналған кисәне Флүрә Низамова менән Рим Исхаҡов асып ебәрҙе.
Яҙҙар еткәс, ҡайтырмын,
Ҡоштар булып талпынып,
Баҫылмаҫмы йөрәгемдә
Һағыш ялҡыны?
Аҡ ҡайындар ҡаршылар,
Юлдарыма теҙелеп.
Һағындым, ауылым,
Һине өҙөлөп.
Шәриф ағай һүҙҙәренә яҙылған йырҙың көйө яңғырай.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов мәктәптәрҙә балаларҙың яҡташ яугир шағирҙың ижадын өйрәнеүҙәре, район халҡының уны ихтирам итеүе тураһында һөйләне. Шағирҙарҙың һәр береһе Шәриф ағай хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ҡәҙим Аралбаев, мәҫәлән, уның оҫта шахматсы булыуы, һуғышта Еңеү өсөн нисек көрәшһә, шахмат таҡтаһында ла тик беренселек яуларға тырышыуы тураһында иҫкә алып, шағирға арнап яҙылған шиғырын һөйләне. Тимерғәле Килмөхәмәтов Шәриф ағай менән бергә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйындарына йөрөүҙәрен, уның менән ижади аралашыу бәхетен кисереүен, тура һүҙлелеген, принципиаллеген, һоҡланғыс ғаилә башлығы булыуын, тормош иптәше Рәйсә апайға мөхәббәтенән тыуған шиғырҙарҙың мәңгелек йырҙарға әйләнеүен хәтергә алды.
Ирек Кинйәбулатов Шәриф ағайҙың үҙ ижадына иғтибарлы булғаны, “Пионер” журналының баш мөхәррире вазифаһында эшләгән сағында үҙенең, VII класс уҡыусыһының, шиғырҙарын баҫтырып сығарыуҙары, Яҙыусылар союзына ағза булып ингәндә лә Шәриф ағайҙың тәҡдимнамә яҙыуын — шуларҙың барыһы өсөн дә ғүмер буйы рәхмәтле булыуын хәтергә төшөрөп, шағирға арналған шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Йәштәргә иғтибарлы булыуы хаҡында мин дә әйтеп киттем, тап Шәриф ағайҙың баш һүҙе менән унынсы класты ғына тамамлағанда шиғырҙарымдың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә донъя күреүен, аҙаҡ, йылдар үткәс, Союзға ингәндә лә миңә фатихаһын биреүен әйттем. Радик Динәхмәтов егерме ике йыл буйына Шәриф Бикҡолдоң “Әлдә һин бар әле донъяла” тигән шиғырына Байрас Абдуллин яҙған йырҙы башҡарып йөрөүен, халыҡтың бик яратыуын һөйләп, флейтала уйнап, йырлап ишеттерҙе. Урындағы таланттар Салауат Әйүпов шағир һүҙҙәренә яҙылған “Бер минут”, Артур Насиров — “Гөлкәйем”, Ғәлиә Хафизова — “Өс егет йөрөй артымдан”, Дамир Әхмәтов “Көт һин мине” йырҙарын башҡарҙы, Юлиә Әйүпова “Кәкүк бейеүе” менән һоҡландырҙы. Шағир Шәриф Бикҡолдоң ҡыҙы Ләйсән атаһының ижадын мәңгеләштереү буйынса башҡарған эштәре өсөн район хакимиәтенә, тыуған ауылына, яҡташтарына, Яҙыусылар союзына ҙур рәхмәт белдерҙе, атаһы хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
— Атайыбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә – 20 йыл, ә мин һаман уның менән иҫән ваҡыттағыса һөйләшәм, кәңәшләшәм. Ауыр ваҡыттарымда терәк-таяныс, һорауҙарыма яуап табам, — тине ул. — Атайым бер ваҡытта ла тауышын күтәр­мәне, үҙенең шәхси тормош өлгөһө менән беҙҙе тәрбиәләне.
Йәмил Әбделмәнов башҡарыуындағы “Баш­ҡортостан” йыры хәтер һәм ҡәҙер кисәһенең йомғаҡлау минуттарында яңғыраны.
“Яҙҙар еткәс, ҡайтырмын” тиһә лә, Шәриф Бикҡол тыуған ауылына көҙ ҡайтты һәм мәңгелеккә шунда ҡалды. Ә әҫәрҙәре, йырҙары менән ул – һаман да беҙҙең арала.

(Аҙағы. Башы 125-се һанда).



Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә