Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк һаман Йыһанға ынтыла
1961 йыл, 12 апрель. Ҡояшлы, зәңгәр күкле яҙғы көн. Өй түбәләренән, лапаҫ ҡыйыҡтарынан тамсы тама. Ауыл кешеһенең мәшәҡәте бөтөрлөк түгел. Атайым менән тирләп-бешеп тиреҫ сығарабыҙ. Шул саҡ әсәйем тупһаға сығып: “Йыһанда – кеше! Йыһанда – Гагарин!”, – тип һөрән һалды.
Беҙ йүгереп өйгә индек. Эшләпә-радио эленгән еренән һикереп төшөрҙәй булып шатлыҡлы хәбәр тарата ине: 1961 йылдың 12 апрелендә Советтар Союзы Йыһанға беренсе булып Ер шарының орбитаһынан “Восток” карабын осорған! Юрий Алексеевич Гагариндың Ер шарын тәүге тапҡыр урап сығыу старты уңышлы булған.
Ошо ҡыуаныслы ваҡиғаға 50 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Мин ул саҡта Илеш районының Үрге Йәркәй мәктәбендә туғыҙынсы класта уҡый инем. Ҡасандыр үҙем Байконурҙа хеҙмәт итермен тип, ул саҡта башыма ла инеп сыҡмай ине.
1979 йылдың көҙө. Беҙҙең хәрби часты Байконурға күсереү тураһында приказ килгән. Мин часть командирының урынбаҫары, майор инем. “Буран-Энергия” программаһын тормошҡа ашырыу инженерҙар, конструкторҙар, хәрби-төҙөүсе частарға йөкмәтелгән. Тәүҙә осоу майҙансығын төҙөү планлаштырылған. Бының өсөн Байконур далаһын тигеҙләргә, унан ярты метр самаһы ҡомон алырға кәрәк ине.
1979 йылдың ҡышы әҙерлек эштәре менән үтһә, 1980 йылдың яҙында төҙөлөш башланды. Байконур далаһының иҫ киткес матурлығын яҙып аңлатырлыҡ та түгел. Апрелдә бында ләлә сәскә ата башлай. Шул матурлыҡ трактор тәгәрмәстәре аҫтында ҡалғанда, йөрәк һыҡтап ҡуя торғайны.
Ҡышын асыҡ һауала эшләү ауырлашты. Ҡаҙағстандың “бишҡунаҡ” бурандары бигерәк әсе икән. Беҙҙең идаралыҡ начальнигы подполковник В. Астахов бик оҫта кеше ине. Уның тәҡдиме буйынса һалдат казармаларының береһен рельсҡа баҫтырып күтәрттерҙеләр ҙә уның аҫтына йылытыу пушкалары ҡуйҙылар. Ниһайәт, казармалар ҙа йылынды, һалдаттар, исмаһам, бинала өшөүҙән туҡтаны.
Төҙөлөш мәлендә беҙгә летчик-космонавтар Валерий Рюмин менән Алексей Леонов йыш килде. Валерий Рюминға КПСС-тың Үҙәк комитеты төҙөлөштө иғтибар үҙәгендә тоторға, кәрәк икән, ҡулдан килгәнсә ярҙамлашырға йөкләмә биргән. Ысынлап та, төҙөлөш материалдарына өҙөклөк булманы, башҡа кәрәк-яраҡ менән дә һәр яҡлап тәьмин иттеләр.
Был ҙур төҙөлөш ваҡытындағы ике ваҡиға айырыуса хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған: осоу майҙанын төҙөп бөткәс, уның тигеҙ булыуын тикшерергә ҡалды. Бының өсөн әлеге лә баяғы подполковник В. Астахов кәңәше менән “Волга” машинаһы капотына бер стакан һыу ултырттылар ҙа полоса буйлап киттеләр. Иң ҡыҙығы – полосаның бер башынан икенсе башына еткәнсе стакандағы һыу сайпылмаған да! Машинала ултырып барған летчик-космонавт Валерий Рюмин был операциянан бик ҡәнәғәт ҡалды.
1983 йылдың июле. Ҡояшлы көн. Зәңгәр күктә бер болот әҫәре лә юҡ.
– Бөгөн Куйбышев ҡалаһынан транспорт самолеты киләсәк. Шуны ҡаршы алырға әҙерләнегеҙ, – тигән фарман бирҙе идаралыҡ начальнигы.
Йыһанға осасаҡ “Буран-Энергия”ның ҡайһы бер деталдәре ошо ҡалала эшләнә икән. 700 тонналыҡ тиҙләткесте Байконурға нисек алып килергә тип конструкторҙар оҙаҡ уйланған. Бер вагондан да ҙурыраҡ тиҙләткесте тимер юл менән килтереп булмай. Башҡа юл юҡ – һауа аша ғына алып килеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Бының өсөн тиҙ арала “Т-1” тип аталған транспорт самолеты төҙөйҙәр. Ул донъяла берәү генә. Шул самолеттың “елкәһенә” теге тиҙләткесте ултырталар ҙа Байконур далаһына оҙаталар.
– Килә! Килә! – тип һөрәнләй башланы һалдаттар.
– Ҙур шарға оҡшаған!
– Полосаға ҡояш ултырған һымаҡ! – тип шаулашты егеттәр.
Ысынлап та, был бик һоҡланғыс күренеш ине. Их, ошо мәлде фотоға төшөрөп алырға! Ярамай шул. Мин машинаға инеп, әҙерләп ҡуйған фотоаппаратҡа инде полосаға ултырған самолетты төшөрөп алдым. Өс фото эшләнем. Береһен идаралыҡ начальнигы полковник В. Голубевҡа, икенсеһен сәйәси бүлек начальнигына бирҙем, өсөнсөһөн үҙемә ҡалдырҙым.
Иртәгәһенә үк КГБ хеҙмәткәрҙәре ишек төбөндә баҫып тора ине.
– Ике фотография беҙҙә, ҡалғандарын да бирһәгеҙ, һәйбәт булыр, фототаҫманы ла онотмағыҙ, – тинеләр.
– Таҫманы шунда уҡ яндырҙым, һаҡларға ярамағанлығын беләм, – тип саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы оҙаттым.
Осоу полосаһынан йыраҡ түгел старт майҙаны төҙөй башланыҡ. Тәүҙә кәрәкле төҙөлөш техникаһын йыйыу бурысы ҡуйылды. Тәжрибәле механизаторҙар, экскаватор йөрөтөүселәр йыйылды. Старт котлованынан бер миллионға яҡын кубометр балсыҡ сығарылды. Соҡор өҫтөнән ҡараһаң, “БелАЗ”, “КрАЗ” машиналары шырпы ҡабындай ғына булып күренә. Старт майҙанына бетон, асфальт юлдар һалынды, тимер юл һуҙылды.
Хәрби етәкселек билдәләгән ваҡытҡа “Буран-Энергия” комплексы, осоу өсөн һыҙат, старт майҙаны әҙер ине.
“Буран-Энергия”ның дөйөм массаһы – 2 400 тонна! Шуны Йыһанға күтәрергә кәрәк бит әле! Инженерҙар, конструкторҙар, офицерҙар, һалдаттар был бурысты уңышлы үтәне. Ниһайәт, 1988 йылдың 15 ноябре иртәһендә ул Йыһанға осоп, ергә әйләнеп ҡайтты. Ҡасандыр академик Е. Федоров былай тигән: “Алынасаҡ ҡалаға һалдат аяғы баҫмайынса, ҡала яуланған тип иҫәпләнмәй. Кешеләр Йыһанда йәшәй, эшләй башламайынса, уның киңлектәре үҙләштерелмәгән булып һанала”. Тимәк, Йыһан әле үҙләштерелмәгән. Әммә кеше йөрәге һаман ғаләмгә ынтыла…
Рим ҒӘСКӘРОВ,
запастағы полковник.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш 30.04.2025 // Йәмғиәт

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш...

Тотош уҡырға 51

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде 30.04.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде...

Тотош уҡырға 44

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана 30.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 42

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды 30.04.2025 // Йәмғиәт

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл тотороҡланды

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл тотороҡланды 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл тотороҡланды...

Тотош уҡырға 45

Республикала Өфө — Инйәр — Белорет трассаһы участкаһы штат режимында эшләй

Республикала Өфө — Инйәр — Белорет трассаһы участкаһы штат режимында эшләй 29.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала Өфө — Инйәр — Белорет трассаһы участкаһы штат режимында эшләй...

Тотош уҡырға 47

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара...

Тотош уҡырға 45

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған...

Тотош уҡырға 46

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 45

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 45

Иғтибар, күнекмә! Бөгөн Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен эвакуациялайҙар

Иғтибар, күнекмә! Бөгөн Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен эвакуациялайҙар 29.04.2025 // Йәмғиәт

Иғтибар, күнекмә! Бөгөн Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен эвакуациялайҙар...

Тотош уҡырға 39

Республикала 7,3 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй

Республикала 7,3 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй 28.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала 7,3 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй...

Тотош уҡырға 49