Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нурышевтың нурлы эше
Нурышевтың нурлы эшеУн һигеҙ йыл элек бәләгә тарыған ир-уҙаман сувенирҙар яһай
Ҡайһы саҡта, аҙ ғына ауырыһаң да, донъянан ваз кискәндәй булаһың: ятҡан ереңдән торғо килмәй, ҡулға эш бармай, тормошта бер ни кәрәкмәгән төҫлө. Бындай ваҡытта башҡа төрлө уйҙар ҙа килә. Буталсығы ла бар араларында, төшөнкөлөк упҡынына илтә торған билдәһеҙ ҡараңғылыҡтары ла, ошо ҡараңғылыҡтың осонда сағылған яҡтылыҡҡа ынтылып сәбәләнгәндәре лә. Һәр кем менән булалыр бындай хәлдәр.
Ошондай мәлдәрҙә йыш ҡына йәшәү менән үлем араһында көрәшеп, ауырлыҡ-михнәттәрҙе йыллап, айлап түгел, көнләп, сәғәт-минутлап еңә барған, еңеп кенә ҡалмай, йәшәү өсөн көс, тормош мәғәнәһе тапҡан кешеләрҙе иҫкә төшөрәм.
Бынан ун һигеҙ йыл элек Әхәт Нурышев ҡазаға тарый. Бәлә аяҡ аҫтында бит: аяғы тайып китә лә трактор гусеницаһы аҫтында ҡала. Әлбиттә, ҡаушап ҡалған тракторсы ла, эргәләге дуҫтары ла ярҙамға ташлана. Тик... беҙҙе береһе лә тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтмәгән бит. Әхәтте тартып сығаралар-сығарыуын, ләкин улай итергә ярамағанлығын береһе лә белмәй. Умыртҡа һөйәге таз һөйәгенән айырыла, етмәһә, ултыртҡан килеш тәүҙә ауылына, һуңынан район үҙәк дауаханаһына алып баралар. Ярай әле ярҙамды һуңлатмайҙар.
Нурышевтың нурлы эшеДауаханала табиптар ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй, Өфөнән белгестәр саҡыралар. Бер-бер артлы әллә нисәмә операция үткәрә Әхәт. Әсәһе Һәҙиә менән атаһы Миҙхәт, апалары, ағалары, бөтә нәҫел-ырыуы ҡара ҡайғыға бата. Наркоз артынан наркоз, һыҙланыуҙар үҙенекен итә — тәне бирешә, төшөнкөлөккә бирелгән саҡтары ла етерлек була, ләкин ниндәйҙер сихри көс, яҡындарының хәстәре, табиптарҙың тырышлығы уны был донъяла йәшәтә, алда әйткәнемсә, ҡараңғылыҡ осондағы яҡтылыҡ үҙенә әйҙәй: “Һин иҫән ҡалғанһың, тимәк, Аллаһы Тәғәлә ғүмереңде биргән, йәшәргә тейешһең!”
“Йәшәргә тейешһең!” Был уйҙар наркоз, төрлө укол, дарыуҙар шауҡымынан сыҡҡанда бигерәк тә мейеһен телгеләй. Һуңынан, һорау рәүешендә, икенсеһе ҡалҡып сыға: “Тейешмен, ләкин нисек йәшәргә һуң?!”
Дауахананан ҡайтҡас, оҙаҡ уйлана ул. Йәшермәй Әхәт, туғандарына, ата-әсәһенә “йөк” булып ятыуҙан да ҡурҡа. Шулай ҙа хаҡ юлды һайлай: яйлап күңел тыныслығын изге Ҡөрьәндән эҙләй, Аллаһы Тәғәләнән сабырлыҡ, сыҙамлыҡ һорай. Алда бит әле әллә нисәмә операция, айҙар буйы дауаханаларҙа ятыу көтә. Шуныһына шатлана Нурышев: һәр ҡайҙа ла изге йәнле, яҡшы кешеләр осрап тора, юлдарына фәрештә ҡанатын йәйә. “Баш эшләй, ҡулдар йөрөй, — ти ул бер ваҡыт үҙенә, — ниңә миңә лә берәй эш менән булмаҫҡа?” Ҡасандыр күргән, ҡайҙалыр уҡыған өҙөк-өҙөк шөғөлдәрен иҫенә төшөрөргә тырыша. Тик уларҙы башҡарыр өсөн атлап йөрөргә кәрәк. Коляскала ултырып ҡына-а...
Бала сағында һүрәт төшөрөргә ярата Әхәт. Ҡулына ҡылҡәләм, акварель буяуҙары ала, өҫтәлгә аҡ ҡағыҙ һала. Килеп сыға бит — онотолмаған! Тора-бара егет шул тиклем өйрәнеп, мауығып китә, әйҙә, төшөр ҙә төшөр. Әммә быларҙың барыһы ла аҙ һымаҡ күренә: күңел ниндәйҙер яңылыҡ көҫәй, талап итә. Әхәткә был тойғо тынғылыҡ бирмәй. “Әгәр ҙә һүрәтте ҡағыҙға түгел, ә башҡа материалға төшөрөп ҡарағанда?” — тигән уй килә. Материалы ла ғәҙәти булмаһын. Әйтәйек... Әһә, йомортҡа!
Ҡылҡәләм акварелде йомортҡа ҡабығына яғыуы була, буяуҙар йәйғор төҫөнә инә бара. Ошо ете төҫтән дә мөғжизә сығарып була икән дәһә! Йомортҡаның эсен алыу, һүрәт өҫтөнә лак яғыу серҙәрен дә өйрәнә. Торған һайын күҙ алдында төрлө фигуралар, һындар пәйҙә була бара: ҡурайҙа оҙон башҡорт көйө һуҙған малай, скрипкасы, космонавт, йәнлектәр...
— “Салауат Юлаев” командаһының хоккейсыларын эшләп, үҙҙәренә бүләк итергә ине, — ти оҫта. Һуңынан былай тип өҫтәп ҡуя:— Таҙа-һау кешегә бындай шөғөл табыш та килтерер ине...
“Таҙа-һау кешегә”... Әхәт Нурышев хәҙер коляскаһында оҙаҡ ултыра алмай. Тимәк, ҡул эштәренә тотоноу ҙа һирәгәйә. Уның ҡарауы, яңыраҡ тәүге тапҡыр Өфөгә — 10-сы колледжға — һынлы сәнғәт менән шөғөлләнгән уҡыусыларға алты сәғәтлек дәрес бирергә саҡыралар. Алты сәғәт! Күтәрә алмаҫтай ауырыуы менән көрәшеп, йәшәү мәғәнәһен тапҡандан һуң 18 йыл үткәс, үҙеңдең кемгәлер кәрәклегеңде тойоу әйтеп аңлата алмаҫтай кисерештәр урғылышы шарламаһында кинәнеп йөҙөүгә тиң! Ә бит күпме дауахана баҫҡыстарынан күтәрелә, чиновниктар ултырған кабинет ишектәрен аса был минуттарҙы яҡынайтыу өсөн егет. Күпме кире ҡағыуҙарҙан тупланған ғәрлекте, ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә итеп тә һүҙҙәрен коляска артынан уҡ онотоусан бәндәләрҙе күңеле аша үткәрә ул. Тик был алты сәғәтте Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлегенә мөрәжәғәт иткәс кенә бүләк итәләр Нурышевҡа. Белһәгеҙ ине уның нисек шатланып ҡайтҡанын!
Әхәттең бәләгә тарыған сағынан алып бындай шатлыҡлы минуттар, әлбиттә, аҙ булмай. Иң ҙуры — фатирлы булыу. Башҡортостан телевидениеһы журналистары яңылыҡтар программаһы өсөн сюжет төшөрә. Тапшырыуҙы ҡараған Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов ул саҡтағы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Хәмзә Әхмәтовҡа шылтырата. Ул иһә шунда уҡ Мөрсәк ауылына яуаплы кешеләрен ебәрә.
— Өйҙә ята инем, аптырап киттем, — тип һөйләй Әхәт. — Килделәр, күрҙеләр. “Нимә кәрәк, машинамы әллә фатирмы?” — тиҙәр. Ышанманым, шаярталарҙыр, тим. Һуңынан, фатир, тип саҡ әйтә алдым. Күңел һаман ышанмай...
Ошолай итеп, Әхәт Нурышевҡа район үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылында бөтә уңайлыҡтары булған бер бүлмәле фатир бирәләр. Коляска һыйырлыҡ итеп ишектәрен киңәйтәләр, баҫҡыстан төшөп йөрөргә махсус юл эшләйҙәр.
Башҡа бәләгә тарыусылар һымаҡ уҡ, Нурышевты ла борсоған мәсьәләләр күп. Иң тәүгеһе, моғайын, дарыуҙыр.
— Күптән инде уны үҙем һатып алам. Исемлек буйынса льготалылары юҡ, ә һатып алырға булһа — рәхим ит. Элек электр энергияһына, газға ташлама ла була торғайны. Хәҙер, йәнәһе, уның өсөн аҡса күсерәләр. Әйтәйек, газға айына 250 һум, ти. Ә мин кәмендә 1 меңдән ашыу яндырам. Ауырыу көсәйгән һайын дарыуҙарға ихтыяж арта, ҡиммәтлеләре кәрәк. Хатта дауаханаға барһаң да, үҙ уколың, дарыуың менән йөрөйһөң...
Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй Әхәт. Бәләгә тарыусыларҙың тормошон еңеләйтеүсе яңынан-яңы ҡарарҙар ҡабул ителеүенә, урындарҙа уларҙың үтәлеүенә ышанып йәшәй. Ҡулына ап-аҡ йомортҡа ала ла буяуға мансылған ҡылҡәләмен уның өҫтөнән йөрөтә. Йәйғор төҫтәре балҡытып, мөғжизә тыуа! Күңелендә урғылған хистәрҙе сағыу төҫтәр аша кешеләргә өләшергә ашыға оҫта. Аҙға ғына булһа ла, һау-сәләмәт кешеләрҙе, тормош мәшәҡәттәренән арындырып, матурлыҡ ҡосағына, сафлыҡ, ихласлыҡ иленә саҡыра...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873