Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » РУХ ТАНТАНА ИТКӘН ТӨЙӘКТӘ
РУХ ТАНТАНА ИТКӘН ТӨЙӘКТӘ Маҡарҙа Әмир Ҡарамышевҡа стела асылды һәм ауыл китапханаһы 100 йыллығын билдәләне

Бөгөн беҙгә ни булған?
Күңелебеҙ ник ҡырылған?
Йөҙөбөҙҙә ник тағы
Үлгән хәсрәт терелгән?
Терелгәндең сәбәбе:
Бер аяулы ир үлгән!
Ул аяулы кем ине?
Әмир тигән ир ине.
Үҙ ҡулдары менән бына шундай юлдар теркәй Шәйехзада Бабич йән дуҫы, башҡорт офицеры, Зәки Вәлидиҙең арҡаҙашы Әмир Ҡарамышевтың ҡәбер ташына. Ысынлап та, был үлем башҡорт халҡын ҙур юғалтыуға дусар итә. Яу батыры ғына китмәй бит аранан, ә милли йөҙҙө, аңды билдәләрҙәй шәхес вафат була. Эйе, башҡорт иркен йәшәһен, белемле булһын өсөн йәнен дә аямай Ҡарамышевтар. Әйтергә кәрәк, был изге эште данлыҡлы нәҫел әле лә дауам итә…


РУХ ТАНТАНА ИТКӘН ТӨЙӘКТӘВәлидиҙе үлемдән ҡотҡара

Әлеге эш үҙ тарихыңды, шәжәрәңде өйрәнеүҙе лә урап үтмәй, әлбиттә. Мәҫәлән, данлыҡлы батырҙың ейәне Салауат ағай Ҡарамышев ата-бабаларының яу һәм тормош юлын ныҡлап барлай, шул иҫәптән Әмир Ҡарамышевтың халыҡ алдындағы баһаһын тергеҙеүҙә бар көсөн һала. Был йәһәттән ул шәхестең һәр аҙымын тиерлек өйрәнә.
Әмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев – башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан офицер, Зәки Вәлидиҙең яҡташы, дуҫы һәм тоғро арҡаҙаштарының береһе. Ул олатаһы кеүек үк хәрби хеҙмәт юлынан китә. Революцияға тиклем батша армияһында хеҙмәттә була. Әрмелә хәрби мәктәпте тамамлап, корнет чинын ала. Уның ҡустылары ла офицер була, милли хәрәкәттә ҡатнаша. Ағаһы Гәрәй Ҡарамышев – дәүләт эшмәкәре. Әмир Батыргәрәй улы милли хәрәкәттең башынан иң әүҙем ағзаларының береһе була. 1917 йылдың декабрендә дөйөм Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт хөкүмәте ойошторолғас, Зәки Вәлиди эске һәм хәрби эштәр бүлеген етәкләй, уның ғәскәри бурыстар буйынса ярҙамсыһы итеп Әмир Ҡарамышев тәғәйенләнә. Был ваҡиға дуҫлыҡ ебен шаҡтай нығыта.
Бөйөк эштә ниндәй генә һынауҙар һәм ауырлыҡтар аша үтмәй был ике шәхес! Иң мөһиме – һәр саҡ бер-береһенә терәк-таяныс булып ҡалалар. Әйтәйек, ҡаһарман сардар ойошторған һәм етәкселек иткән отряд казактар ярҙамында башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселеген, шул иҫәптән Вәлидиҙе, төрмәнән азат итә. Кем белә, бәлки, хәлдәр ҡатмарлашып киткән осраҡта, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын большевиктар атҡан да булыр ине.
Эйе, Әмир Ҡарамышевҡа ҡаты яуҙы ла ҡабул итергә, ғәскәр ҙә етәкләргә тура килә. Мәҫәлән, Иҙел башында (Белоретта) ҡамауҙа ҡалған Блюхер менән Каши­риндарҙың ҡыҙыл партизан отрядтары (10 меңдән ашыу кеше) Ҡыҙыл Армияға барып ҡушылыу өсөн Верхне­уральск ҡалаһы яғына юллана. Бында ҡыҙылдарға ҡаршы Верхнеуральск фронты булдырыла, фронттың башҡорт ғәскәрҙәренә (1-се Башҡорт кавалерия һәм 5-се Башҡорт пехота полктары һәм Тамьян-Ҡатай ирекле отряды – йәмғеһе 2000 тирәһе яугир) етәкселек итеү Әмир Ҡарамышевҡа йөкмәтелә. Блюхерҙың отряды, һан яғынан күпкә өҫтөн булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт һәм казактарҙың көслө ҡаршылығына осрай.
…Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер айҙан ашыу барған ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә тамам һаулығы ҡаҡшаған сардар, элгәре алған яраһы шешеп, Мейәс ҡалаһындағы госпиталгә эләгә. 1918 йылдың 7 авгусында ошонда уҡ йәшләй генә вафат була. Әммә башҡорт тарихында (өс ай эсендә генә!) юйылмаҫ бөйөк бурыс атҡарып китә ул, автономия даулау юлында ғәйәт ҙур эш башҡара. Ғорурланып һөйләй Салауат ағай Әмир олатаһы хаҡында. Әлбиттә, бындай бөйөк шәхес һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Тик… заманында ололау түгел, исемен телгә алыу ҙа үлем менән уйнауға бәрәбәр булды шул. Һәм бына, йылдар үткәс, аңыбыҙ томаны таралғас, батыр рухы халҡыбыҙға әйләнеп ҡайтты. Ә яңыраҡ уның тыуған төйәгендә – Ишембай районының Маҡар ауылында – Әмир Ҡарамышевҡа стела асылды.

РУХ ТАНТАНА ИТКӘН ТӨЙӘКТӘКүктән һәм күптән көткән ваҡиға ине

Эйе, нисек кенә милли аңды быуырға, аяҡ салырға тырышмаһындар, Хоҙай ҡушһа, хаҡлыҡ әйләнеп ҡайта бит ул. Шуға күрә маҡарҙарҙың стела асылыуы хаҡында: “Күктән һәм күптән көткән ваҡиға ине”, – тигән һүҙҙәре айырыуса әһәмиәтлелер. Әйткәндәй, ауыл халҡының шатлығын бүлешергә район хакимиәте етәкселеге һәм республиканың билдәле шәхестәре лә килгәйне.
Батырҙар рухына бағышлап Ҡөрьән уҡытыуҙан башланып киткән саралар стела ҡаршыһында дауам итте.
– Әмир Ҡарамышев – башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтенең хәрби етәксеһе, – тип баһаланы батырҙы Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин һәм артабан башҡорт улдарының яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡ­тарының әһәмиәтен билдәләп үтте.
Әмир Батыргәрәй улы, яугирлегенә ҡарамаҫтан, Салауат батырҙай матурлыҡҡа, сәнғәткә лә ғашиҡ кеше булғанын беләбеҙ. Шуға уның ҡурай моңон яратҡаны, был милли илаһи ҡоралда уйнағаны аптыратмай, киреһенсә, һоҡландыра ғына. Бына нимәләр яҙа Зәки Вәлиди был хаҡта үҙенең хәтирәләрендә: “…Әмир ҡурай уйнауға маһир булды. Был юлы беҙ китеп барған урманда ҡурай күп ине. Дуҫым уларҙы киҫеп алып, тишек тишеп уйнай”, – ти.
Кисәлә билдәле шәхестәребеҙҙең береһе, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов ба­тырҙың олатаһы, XIX быуаттың беренсе яртыһындағы билдәле башҡорт офицеры Йософ Ҡарамышевҡа бағышлап яҙылған “Айыу майор” исемле халыҡ көйөн башҡарғанда, Маҡар ауылына Әмир моңо әйләнеп ҡайтҡандай булғандыр. Юлай Ишбулды улы әҫәр тарихына ла туҡталып үтте:
– Беҙҙең халыҡта бер ҡасан да осраҡлы кешеләргә көй сығармағандар. Йософтоң бик абруйлы шәхес икәненә инанабыҙ. Ғөмүмән, Ҡарамышевтарҙың йырҙа данларлыҡ, көйҙә маҡтарлыҡ булғанына тарих биттәре дәлил. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре лә халыҡ әҫәрҙәрен мөмкин тиклем һаҡларға, ҡурсаларға тырышҡан. Мәҫәлән, Батыргәрәй башҡорт халыҡ йырҙарын йыйған. Милли сәнғәткә бындай һөйөү Әмирҙе лә урап үтмәгән. Шуға уның ҡурайҙа бик оҫта итеп уйнауының ата-бабаларынан килгән мираҫ икәнлегенә шик юҡ.
Ил һорай икән – яу сабыр, кәрәк ваҡытта етәксе лә булыр, күңеле тулған саҡта ҡурайын да һыҙҙырыр… Төрлө яҡлап талантлы Ҡарамышевтар, һәммәһе лә талантлы! Был йәһәттән әлеге фамилияны яҡшы өйрәнгән тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры Марат Ҡолшәрипов шулай тәҡдим итте:
– Ҡарамышевтар нәҫелен ололағанда, бер Әмиргә генә туҡталып ҡалыу ярамай. Уның олатаһы, атаһы, туғандары ла милли тарихыбыҙ өсөн әһәмиәтле. Шуға иғтибар итәйек: уның бөтә ҡустылары ла милли азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан. Мәҫәлән, Гәрәй, Мөхтәр, Сөләймәндәрҙең исемдәрен дә күтәреү зарур. Ошо йәһәттән эш алып барырға кәрәк.
Сараға йәм өҫтәп, әҙибә Таңһылыу Ҡарамышева Шәйехзада Бабичтың Әмир Ҡарамышевҡа арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе, Салауат Ҡарамышев иһә стела асыуға үҙ өлөшөн индергән милләттәштәребеҙгә рәхмәт белдереп үтте.
Аҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Әмир Рәхимовтың әйткән һүҙҙәре рухты йәнә тантана иттерҙе.
– Маҡарҙа яңы урам бар, ул киләсәктә Әмир Ҡарамышев исемен йөрөтәсәк, – тип вәғәҙәләне ул. Изге ниәттең тиҙерәк тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡалалыр…

Йөҙ йыллыҡ тарих кемдән башлана?

Күркәм сараның икенсе өлөшө ауылдың китап­ханаһында барҙы. Был белем һәм аң өләшеүсе йортҡа быйыл теүәл бер быуат икән.
– 12 меңдән ашыу китабыбыҙ, 500-гә яҡын уҡыусыбыҙ бар. Йәше лә, ҡарты ла китапханаға ихлас йөрөй. Кемдер әсбап артынан килә, икенселәргә әҙәби китаптар кәрәк, бәғзеләр тарихи сығанаҡтар эҙләргә ярата. Хатта билдәле шәхестәр ҙә өҙөлмәй беҙҙән, – ти, баҫмаларҙың компьютер заманында ла бик кәрәкле булыуын билдәләп, инде 29 йыл буйы ошо изге йортто етәкләгән Зөлфирә Таһирова.
Тап шул мәлдә композитор Мәрйәм Солтанованың Гөлиә Көмөшбаева һүҙҙәренә яҙған йыры иҫкә төшә:
“Китапхана – ул серле йорт.
Бар донъя уның эсендә.
Һәр кем бында белем эҙләй,
Дауа таба уй-хисенә”,
– тип башлана ул. Ысынлап та, белем шишмәләре бында һаҡлана бит. Бына ошо х­аҡта уйланып, халҡының аңын үҫтерәм тип, бынан йөҙ йыл элек Маҡарҙа уҡыу йорто асырға була ла инде Ҡарамышевтар. Тимәк, халҡының азатлығы өсөн генә көрәшеп ҡалмай был бөйөк нәҫел, баштараҡ билдәләүебеҙсә, уның аң-белеме, аҡылы үҫешһен өсөн дә бар көсөн һала. Бер генә теләк: халҡыбыҙҙың бындай нәҫелдәрен, ваҡыт-заманына ҡарамай, оноторға хаҡыбыҙ юҡ!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872