Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙгә яуап килде
Текә ерҙән төшөп булмай

Быйыл 23 майҙа “Башҡортостан”дың “Тиҙ ярҙам”ы рубрикаһында Йылайыр районынан Закировтың ҡыҫҡа хәбәре сыҡҡайны. “Ҡәҙерша ауылында юлдар бик насар, автобус менән дә үтеп булмай” тигән дәғүә белдерелгәйне унда.


Хатты Йылайыр районы хакимиәтенә ебәрҙек һәм тиҙ арала яуап алдыҡ. “Ҡәҙершаға юл ташлы тупраҡтан һалынған, ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, – тип яҙылған унда. – Юл йәй-ҡыш “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Йылайыр филиалы тарафынан ҡаралып тора. Бер генә проблема бар: Ҡәҙершаға 250 метрлыҡ текә ерҙән төшөргә кәрәк. Туҡталыш ошо ҡалҡыулыҡтың башында урынлашҡан, ә унан маршрут автобустары даими йөрөй”.





Авторҙың теләген аңламаумы, әллә битарафлыҡмы?

Гәзиттең ошо уҡ һанында Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан Владик Ҡыҙрасовтың борсоулы хәбәре донъя күргәйне.


“Республикала башҡорт теле дәүләт статусына эйә, – тип яҙғайны ул. – Ни өсөн һуң Башҡортостанда эшләп сығарылған әйберҙәрҙең тышына урыҫса ғына яҙалар (мәҫәлән, шырпы ҡабында)? Башҡорт телендә рәсми мөрәжәғәт (ғариза, хат) яҙҙым икән, уға яуап фәҡәт башҡортса булырға тейеш. Дәүләт хеҙмәтендә эшләгән кешеләр иһә ике телде лә яҡшы белергә тейеш – быны законлаштырырға тәҡдим итәм”.
Владик Ҡыҙрасовтың хатына Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығынан яуап килде. Унда шундай аңлатма бирелгән:
“Тауарҙың тышында (шырпы ҡабында) белешмәне урыҫса ла, башҡортса ла яҙыуға бәйле түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ. Рәсәй Федерацияһы Законының (25.10.1991 йыл, № 1807-1) 21-се статьяһына ярашлы, урындағы сәнәғәт, элемтә, транспорт һәм энергетика тармаҡтарында Рәсәйҙең дәүләт теле, республиканың дәүләт телдәре менән бер рәттән, ерле халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, башҡа телдәр ҙә ҡулланыла ала. Тимәк, тауарҙың тышына белешмәне урыҫсанан тыш башҡа телдәрҙә яҙыу мотлаҡ түгел, һәм был тауарҙы етештереүсенең ҡарамағына ҡалдырыла.
Өҫтәүенә шуны хәбәр итәбеҙ: әгәр граждан В. Ҡыҙрасов урыҫ телен белмәүе сәбәпле шырпыны ҡулланыуҙа ауырлыҡ кисерә икән, уға министрлыҡтың белгестәре тулы аңлатма, белешмә бирергә әҙер”.
Күренеүенсә, яуаптың тәүге өлөшөндә министрлыҡ вәкилдәре Рәсәй законына ғына һылтанма яһаған, Башҡортостандыҡына күҙ һалыуҙы кәрәкле тип тапмаған. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәре биргән ошо өҙөктәге “республиканың дәүләт телдәре” тигән ергә иғтибар итмәнеме, йә иһә башҡорт теленең Башҡортостандың дәүләт теле икәнлеген белмәйме тигән һорау тыуа.
Яуаптың икенсе өлөшөн иһә гәзит уҡыусыбыҙҙан көлөү тип ҡабул итергә кәрәктер. Ҡыҙрасовтың дәүләт телен яҡлауын аңларға теләмәүме был, әллә битарафлыҡмы?






Тыл эшсәндәренә – һәйкәл

(Фәрит Вахитов, “Мираҫҡа – Еңеү паркы”, 2014 йыл, 7 май)

Автор Өфөләге был матур ял урынының йылдан-йыл үҫеш кисереүенә, күркәмләнеүенә берсә ҡыуанһа, икенсе яҡтан, ундағы ҡайһы бер кәмселектәргә көйөнөп ҡуя. Мәҫәлән, ул “Ҡытай стенаһы”н хәтерләткән сит ҡоролмаларҙың күптән таушалыуы, был мәсьәлә буйынса Орджоникидзе районының ветерандар советы тарафынан ебәрелгән хаттарға яуап булмауы тураһында яҙа.


Ф. Вахитовтың мәҡәләһе Өфө ҡала хакимиәтенә ебәрелде, ошо көндәрҙә редакцияға яуап килде. “Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса, һуңғы ике йылда баш ҡала хакимиәте ял һәм күңел асыу урындарын – парк, сквер, аллеяларҙы – төҙөкләндереүҙе үҙ контролендә тота. Ошо йәһәттән Еңеү паркына ла ҙур иғтибар бүленә, – тиелә хатта. – Ял урынында йәшелләндереү эше даими алып барыла. Быйыл ғына 800 квадрат метр майҙанда 48 меңдән ашыу сәскә ултыртылды. Биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу, ҡыштан һуң парктағы хәрби техниканы буяу буйынса эш башҡарыла.
Киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнәсәк. Республиканың баш ҡалаһында был мөһим ваҡиғаға әҙерлек бара. Орджоникидзе районының ветерандар советы Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары менән берлектә Рәсәй халҡының Еңеүен мәңгеләштереү һәм ошо уңайҙан паркта тыл эшсәндәренә һәйкәл ҡуйыу идеяһын күтәреп сығыш яһаны. Буласаҡ архитекторҙар еңел булмаған был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотондо һәм етди проекттар тәҡдим итте”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 31

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 61

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 34

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 41

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 35

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 31

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 46

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 34

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 56