Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шаһиттар һөйләй
Шаһиттар һөйләйВладимир Гагин, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы водителе:
– Мин ул саҡта авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралыҡта эшләй инем. Ял көнө ине бит. Иртән торһам, Өфө өҫтө тулы вертолет оса. Күршенән ни булғанын һорайым. Ул Оло Тәләк янында шартлау булыуы, төнө буйы ҡыҙарып янып тороуы хаҡында әйтте. Шундуҡ, минең арттан киләсәктәр, тигән уй баштан үтте.
Барғас, ҡот осмалы хәл күрҙек. Вагон тимерҙәре шартлауҙан борғоланып бөткән. Тирә-яҡтан үлгәндәрҙе йыялар ҙа рефрижератор-һыуытҡысҡа тултыралар. Күбеһенсә хәрбиҙәр, һалдаттар эшләне. Беҙ иһә айға яҡын торбалар менән булдыҡ: киҫтек, ялғаныҡ... Урындағы халыҡ һөйләүенсә, шартлау шул тиклем көслө булған, хатта балаларҙы ағас баштарына тиклем атып бәргән. Эш тә ҡыйын шарттарҙа барҙы, ҡалған газ яна, ә авария эҙемтәләрен бөтөрөргә тейешһең. Шулай ҙа беҙҙең бригада егеттәре, ҡалған кешеләр бик тырышты. Бәлә килгәндә берләшәһең бит.

* * *

Владислав Загребенко, табип-реаниматолог, Әшә ҡалаһы:
– Ауырыуҙарҙы үҙбушатҡыстарҙа, йөк машиналарында алып килделәр: иҫәндәрен, яртылаш йәне булғандарын, үлгәндәрен. Төндә тейәгәндәр бит. Шуға кузовҡа барыһын да бергә һалғандар. Хәрби медицина ҡанунына ярашлы айырҙыҡ: 100 процентҡа тиклем янғандарын – үләнгә. Бында бер ниндәй ҙә ауыртыуҙы баҫа торған укол ярҙам итмәй. Әгәр ҙә ундай берәүгә ярҙам итһәң, өмөтлө егермене юғалтаһың...
Әшә дауаханаһы алды халыҡ менән тулы – һәр кем ниҙер килтерә. Ауырыуҙар янында үҙҙәре теләп дежурҙа тора, шәфҡәт туташтары етмәй. Ә бешкәндәргә даими рәүештә һыу биреп торорға кәрәк...

Галина Баскакова:
– Ер йөҙөндәге ысын тамуҡ! Минең хеҙмәттәшемдең ҡатыны һәм ағаһының ике улы һәләк булды. Улар һуңғы вагонда барған. Нәҡ ошо "ҡойроҡ" шартлау үҙәгенә эләгә. Вагондан тик тәгәрмәс платформаһы ғына тороп ҡала – барыһы ла янып, көлгә әйләнә. Табуттарға көл ҡатыш ер һалып ерләнеләр...

Оля Пелих милиция хеҙмәткәрҙәренән яҙып алған:
– Ятып ҡына торғайным — бик ныҡ яҡтылыҡ уятты. Офоҡ ҡыҙарып торҙо ла, Әшәгә шартлауҙың тулҡыны килеп етте – ун бер генә саҡрым бит. Байтаҡ тәҙрәләр ватылды. Ниндәйҙер ҡот осҡос хәл булғанлығын аңланым. Бер нисә минуттан инде мин ҡала милиция бүлегенең "дежурка"һында елә инем. Урынға барып еткәс, иҫ китте: оло шәмдәй ағастар, көрәнһыу-ҡыҙыл төҫкә ингән вагондар яна... Йөҙҙәрсә бешкән, үлер хәлгә еткән кешеләрҙең ҡысҡырыуы, ыңғырашыуы тирә-яҡты шаңҡыта. Беҙ "тере факелдар" артынан йүгерәбеҙ. Уларҙың кейеменән утты һүндерергә, медицина хеҙмәткәрҙәренә яҡыныраҡ алып барырға тырышабыҙ. Бер яҡҡа иҫәндәрҙе, икенсеһенә үлгәндәрҙе теҙеп һалабыҙ. Хәтеремдә, бәләкәй генә ҡыҙ баланы күтәрҙем дә врачтар яғына йүнәлдем. Юл буйы әсәһе тураһында һорашты. Таныш табиптың ҡулына бирҙем – әйҙә тиҙерәк бәйлә, йәнәһе. Ул былай ти: "Валерка, һуң инде..." "Нисек һуң, әле генә һөйләшеп килде бит", – тим, аптырап. "Был – шок!"

"Интернет"
селтәрҙәренән алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә