Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дандары мәңгелек
Ул йылды яҙ күңелле килде. Ер үҙенең ҡышҡы аҡ япмаһын һалып та өлгөрмәне, “Арҡауыл” МТС-ы тракторҙары баҫыуға сыҡты.


Абдрахман эшкә бик иртә китер ҙә кисен һуң, арып-талсығып, әммә баҫыу эштәренең уңышлы барға­нына ҡыуанып, һәр саҡ ҡәнәғәт булып ҡайтыр ине. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, ул ҡатыны Рәбиға менән Малаяҙҙа йәмле Йүрүҙән йылғаһы буйын­дағы аҡлан­да ойошторолған һабантуйға барып ял итергә, күңел асырға ниәтләй. Әммә теләге бойомға ашмай. 22 июндә, йәкшәмбе көнөн­дә, радио аша һуғыш башланғаны тураһында хәбәр итәләр. Иртәгәһенә үк Абдрахман Ғәйфуллин, район хәрби комиссариатына килеп, фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Үтенесен ҡәнәғәтләндерәләр. Китеү көнө 8 июлгә билдәләнә, шуға тиклем МТС-та эштәрен бөтөрөп, урынына иң ышаныслы кешене ҡалдыра.
Ғәйфуллин хужалыҡ эштәре часында хеҙмәт итә башлай, ләкин күңеле һәр саҡ яу ҡырына, дошманға ҡаршы алышҡа ынтыла. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап әллә күпме рапорт яҙа ул...
1944 йыл. Һуғыштың иң ҡыҙған, көсөр­гәнешле мәле. Ҡыҙыл Армия, бөтә Совет ерен дошман илбаҫар­ҙарынан таҙартып, фашизм ҡолло­ғонан азат итеү өсөн Европа ха­лыҡ­тарына ярҙамға килә. Ғәй­фул­лин хеҙмәт иткән часть яугирҙәре һуғыша-һуғыша Польшаға керә һәм уны азат итә.
Польшаны азат иткәндә күрһәткән батыр­лығы, ҡыйыулығы өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Был хәл 1945 йылдың 17 апрелендә була. Гвардия лейтенанты Абдрахман Ғәйфуллиндың ротаһына, Одер йылғаһы аша сығып, уң яҡ флангы­лағы позицияны яуларға, йылғаны кисеп сығыуҙы тәьмин итергә бойо­роҡ бирелә. Хәрби бурыс уңышлы үтәлә. Һуғышсылар дошман траншеяларын яулай. Ә траншея аръяғында — асыҡ тигеҙлек. Ҡалдырылған позицияларын кире ҡулға төшөрөргә тырышып, дошман һөжүмгә күсә. Гитлерсылар уң флангыны ситләтеп үтергә ынтыла. Дошмандың хәйләһен аңлап, командир уларға ҡаршы ике пулемет менән һөжүмгә күсә. Немецтар ҙур юғалтыуҙарға дусар була, шулай ҙа һөжүм итеүҙәрен дауам итә. Гвардиясылар сафы һирәгәйә, пулеметтар тына. Яугирҙәр ҡамау эсендә ҡала. Был алышта, Бөйөк Еңеүгә 22 көн генә ҡалғас, яҡташыбыҙ Абдрахман Зәйнулла улы батырҙарса һәләк була.
Рәбиға Нафиҡ ҡыҙы иренең һәләк булыуы тураһында хәбәр ала. Унда былай тиелгән:
“Хөрмәтле Рәбиға Нафиҡ ҡыҙы! Юғары Башкомандование һеҙгә шуларҙы белдерә: һеҙҙең ирегеҙ, гвардия лейтенанты Абдрахман Зәйнулла улы Ғәйфуллин, Тыуған иле өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булды. Тиңдәшһеҙ алышта күрһәткән ҡаһарман­лығы өсөн ирегеҙ Абдрахман Зәйнулла улы Ғәйфуллинға СССР Юғары Советы Пре­зидиумының Указы менән “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исем бирелде.
СССР Юғары Советы Прези­диумының ирегеҙгә Советтар Союзы Геройы исемен биреү тура­һындағы Указын иҫтәлек итеп һаҡлау өсөн ебәрәбеҙ. Уның ҡаһар­манлығын яҡташтары, ауылдаштары бер ваҡытта ла онот­маһын! СССР Юғары Советы Рәйесе Н. Шкверник”.
Рәбиға Нафиҡ ҡыҙы ғүмеренең һуңғы йылдарында улы Радик менән Өфөлә йәшәне.
Яҡташтары Абдрахман Ғәйфул­лин­дың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын билдә­­ләгәндә Арҡауыл ауылында уға һәйкәл ҡуйылды. Шулай уҡ батырҙар аллеяһында ла Геройҙың иҫтәлекле таҡ­таташы бар.





Автор: Зилә БУРАНҒОЛОВА. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә