Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төҫ менән түгел, эш менән алдыралар
Төҫ менән түгел,  эш менән алдыралар
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ғафури районында булып, Игенйылға ауылында урынлашҡан “Күркәм дөйәғоштар” крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлеге, Красноусолда социаль торлаҡ төҙөлөшө менән танышты, “Красноусол” шифаханаһында “Старт” сервис-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында һәм христиандарҙың Изге Табын Алла Анаһының барлыҡҡа килгән урыны менән бәйле ойошторолған “Туғыҙынсы йома” байрамында ҡатнашты.


Игенйылға ауылында йәшәүсе Смирновтар ғаиләһе ауыл хужалығы өсөн ят тармаҡ – дөйәғош үрсетеү менән шө­ғөлләнә. Себер тарафында йәшәп, бынан ике йыл элек тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнгән ғаилә былтыр дөйәғоштар үрсетеү буйынса кәҫтиән (фермер) хужа­лығы ойоштора. Үҙҙәре туплаған аҡсаға дөйәғоштар, башҡа экзотик ҡоштар һатып алып, уларға йәшәү шарттары булдырыуға өлгәшәләр. Әлфиә менән Виталий Смирновтар дөйәғош фермаһын булдырыу өсөн генә өс миллион һумдан ашыу аҡса тотона.
Фермер хужабикә Рөстәм Зәки улын үҙҙәренең хужалығы ме­нән таныштырҙы. Әле дөйәғош фер­маһында 20-нән ашыу ҡош үрсетәләр, яңы үрсем алыуға ла өлгәшкәндәр – алты дөйәғош себеше үҫеп килә. Баҙарҙа дөйәғош ите ҙур ихтыяж менән файҙалана, сөнки унда холестерин бөтөнләй юҡ. Шуға ла диета тотоусылар өсөн был алыштырғыһыҙ ризыҡ булып тора. Африка ҡара дөйәғошо итенең 1 килограмы баҙарҙа – 850, ә бер дөйәғош йо­мортҡаһы 1500 һум тора. Шулай уҡ уның йөнө, ҡауырһыны, тиреһе лә үтемле.
Хужалыҡта шулай уҡ тауистар, мысыр тауыҡтары һәм башҡа экзотик ҡоштар ҙа аҫрала. Туристарҙы йәлеп итеү маҡ­сатында Әстрхан өлкәһенән ике үркәсле дөйә лә һатып алғандар. Әйткәндәй, хужалыҡҡа алдан заявкалар буйынса экскурсиялар ойошторола. Район мәк­тәп­тәре уҡыусылары, “Красноусол” ши­фа­ханаһында ял итеүселәр һәм яҡын-тирә ҡала-райондарҙан да ки­леүселәр күп.
– Был – бик дөрөҫ йүнәлеш, һеҙ заманса эшләйһегеҙ, – тип үҙ фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Ысынлап та, “Красноусол” шифаханаһына йылына меңәр­лә­гән кеше килә, агротуризм йүн­әлешендә эш башлап дөрөҫ эшлә­гән­һегеҙ. Шулай уҡ лама, көнгөрә, боландар, башҡа йән­лектәр тота алаһығыҙ. Ауыл хужалығы министрлығы һеҙгә иғтибар иткәндер тип уйлайым. Мауығыусы, ғәҙәти булмаған алымдары булған кешеләр бар саҡта уларға ярҙам итергә кәрәк, – тине ул.
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Николай Коваленко иһә, “Күркәм дөйәғоштар” крәҫтиән (фермер) хужалығына ярҙам күрһә­теләсәк, тип белдерҙе.
– Беҙ республикала “Яңы эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы” программаһына инергә һәм 1,5 миллион һумлыҡ грант алырға өмөт итәбеҙ, бының өсөн тейешле документтар әҙерләп тапшырҙыҡ. Был аҡсаға мал аҙығы әҙерләү техникаһы һатып алыр инек. Шулай уҡ киләсәктә дөйәғош фермаһын киңәйтеү маҡсатында тағы ла бер ҡура төҙөргә планлаштырабыҙ. Ҡоштар һанын 100-гә еткерергә иҫәп тотабыҙ. Ул саҡта ит баҙарына сығырға ла мөмкин буласаҡ, – тип үҙ уй-пландары менән уртаҡлашты Әлфиә Шамил ҡыҙы.
Артабан Рөстәм Хәмитов Красноусол ауылында социаль торлаҡ төҙөү барышы менән танышты. Бер ҡатлы ике йорт тулыһынса социаль етемдәр өсөн булһа, өс ҡатлы йорттағы 36 фатирҙың да 27-һе уларға тәғәйенләнгән.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров белдереүенсә, 82 етем бала торлаҡ алыуға сиратта тора. Ошоно иҫәпкә алып район үҙәгендә тағы ла өс социаль торлаҡ йорт төҙөлә башлаған.
“Красноусол” шифаханаһы көндән-көн яңыра, матурлана. Рөстәм Хәмитов бында “Старт” сервис-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был бинаны төҙөүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Шифахана директоры Фаяз Мәжитов үҙ сиратында шифахананы үҫтереүгә ярҙам иткәне өсөн Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт белдерҙе. Сарала ҡатнашыусылар сервис-һауыҡ­ты­рыу комплексы менән танышты. Бында реклама-мәғлүмәт үҙәге, фото-үҙәк, теле­үҙәк, типография, физкультура-һауыҡ­тырыу залы, медицина-тренажер залы, прокат бүлмәһе урынлашҡан. Һуңынан Рөстәм Зәки улы шифахананың көпләүле яһалма боҙ майҙансығы менән танышты. Бында ял итеүселәр йыл әйләнәһенә конькиҙа шыуа ала.
Республика башлығы Изге Табын Ал­ла Анаһының барлыҡҡа килеү урынында христиандарҙың “Туғыҙынсы йо­ма” байрамына ла барҙы. Илебеҙҙең төрлө төбәгенән, яҡын сит илдәрҙән меңәрләгән кеше килгән был байрамда быға тиклем республика етәксеһе ҡатнашҡаны юҡ ине әле. Шуға ла Рөстәм Хәмитовты оло­лоҡ­лап ҡаршы алдылар, хөрмәт күрһәттеләр.
– Бындай байрамдар республикала йәшәүсе төрлө милләт кешеләрен тик берләштерә генә, – тине Рөстәм Хәмитов.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 0

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 1

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә