Бәрәкәтле Башҡортостан ере үҙенең ғалимдары, нефтселәре, спортсылары, сәнғәт әһелдәре менән генә түгел, дәүләт эшмәкәрҙәре, хатта дипломаттары менән дә дан тота. Илселәрҙең иң билдәлеһе — Кәрим Хәкимов. Был оло шәхес тураһында күптәребеҙ Лотфый Ғәҙилов менән Фәрит Ғүмәровтың китабын уҡып, күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарап белә.
Уны яҡташтары әле лә онотмай, хәтерҙе яңыртып тора, тарихи документтарҙы, фоторәсемдәрҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай. Улар барыһы ла Бишбүләк районының Дүсән ауылында Кәрим Хәкимов музейында ла лайыҡлы урын алған.
Кәрим Ғәбдерәүеф улы Хәкимов 1882 йылдың 28 ноябрендә Бәләбәй өйәҙенең Дүсән ауылында тыуған. Ярым ас, яланғас көн итеү эҙһеҙ ҡалмай, киләсәк тормошҡа тәрән йоғонто яһай. Хәйерселектә йәшәгән ғаиләләге ун биш баланың алтыһы ғына иҫән ҡалыуы, үҫеп етеп кеше була алыуы күпте һөйләй. Ҡустыһы Халиҡ Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге академияны тамамлағандан һуң төрлө ғилми-тикшеренеү институттарында эшләгән, техник фәндәр докторы һәм профессор дәрәжәһенә өлгәшкән (ул 1977 йылда Дүсән ауылы зыяратында ерләнгән). Мәғниә һеңлеһе оҙаҡ йылдар Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытҡан. Уларҙың иҫтәлектәрендә ағайҙары тормошто яратыусан, кеше менән тиҙ дуҫлашып китеүсән булып хәтерҙә ҡалған.
"Атайыбыҙ ярлы ине. Ашлыҡ яңы уңышҡа ҡәҙәр етмәй һәм йыш ҡына һуңғы һыныҡты байҙар алып сығып китә. Старостаға, үрәдник һәм байҙарға ҡарата булған күралмаусанлыҡ, бәлки, шунан килгәндер.
...Кәрим бәләкәйҙән үк халыҡ йырҙарын ярата, үҙе лә матур йырлай, барлыҡ ҡыллы музыка ҡоралдарында ла иркен уйнай ала ине. Тәбиғәт уға башҡа һәләттәрҙе лә мул бүләк иткән. Ауылға ҡайтһа, тегеү машинаһы, сепаратор, сәғәт төҙәтергә шәп ине", — тип яҙған улар.
Кәрим, ике йыл буйы байҙа батрак булып бил бөккәс, ун дүрт йәшендә бәхет эҙләп Ырымбур яҡтарына сығып киткән. Урта Азия шахталарында эшләгән. Әммә уҡыуға ынтылышына тормоштоң ауыр һикәлтәләре лә кәртә була алмай. Мәҙрәсәлә белем алғандан һуң ҡаҙаҡ ауылында балалар уҡытҡан һәм Өфөләге "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә инергә көс тапҡан.
Йылдар үткәс, ул губерна комиссары булып тәғәйенләнгән. 1920 йылдың февралендә Ташкентҡа килгән һәм Төркөстан фронты политидараһы начальнигы урынбаҫары, Төркөстан Коммунистар партияһының Үҙәк Комитеты ағзаһы, һуңыраҡ В. Куйбышевтың урынбаҫары, Рәсәйҙең Бохаралағы вәкиле булған. Кәрим Хәкимовтың тормош иптәше Хәҙисә апай иҫтәлегенән:
"1921 йылдан башлап Кәрим Хәкимов дипломатик хеҙмәттә булды, йәшәүебеҙ, нигеҙҙә, ситтә, Көнсығыш илдәрендә үтте. Сәғүд Ғәрәбстанына 1924 йылда килгәнебеҙҙе хәтерләйем. Ул бында Совет консуллығын ойошторорға тейеш ине. Ҡырҡ биш градусҡа еткән эҫелек, насар көнкүреш шарттары, һыуҙың, аҙыҡ-түлектең етешмәүе хеҙмәткәрҙәрҙе аяҡтан йыҡты. Күбеһе, шул иҫәптән Кәрим дә биҙгәк менән ауырыны. Шулай булһа ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, ауырыуҙар тураһында ҡайғыртты. Башҡа сит ил вәкилдәренән айырмалы, алыҫ юлға сыҡҡанда ла һаҡсы алманы, машинаны үҙе йөрөттө. Улыбыҙ Шамил үлеп, ҡыҙыбыҙ тыуғандан һуң башҡа йомшағыраҡ климатлы илгә күсеүен үтендем. Әммә ул быға риза булманы, тәүге сиратта ил мәнфәғәтен уйланы".
Шуны әйтергә кәрәк: Кәрим Хәкимов тырыш булған, телдәрҙе өйрәнгән. Мәҫәлән, 1921 йылда Мәшһәдтә (Иран) генераль консул булып тәғәйенләнгәс, фарсы телен һәм илдең ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә, урамдарҙа, баҙарҙарҙа урындағы һөйләштең үҙенсәлектәренә иғтибар итә. Ике ай үткәнме-юҡмы, был телде һәйбәт аңлаған, һөйләшкән, халыҡҡа фарсы телендә мөрәжәғәт итә башлаған. Йәмән кешеләре менән аралашып, ғәрәп телен бик тиҙ өйрәнгән. Белеме буйынса башҡаларҙан түбәнерәк булһа ла (ул 1932 йылда ғына Ҡыҙыл профессура институтына уҡырға ингән), дипломатик эшендә оҙаҡ йылдар алыштырғыһыҙ белгес иҫәпләнгән.
Ҡулға алыуҙар, репрессия тулҡындары Хәкимовтар ғаиләһен дә ситләтеп үтмәгән. Был хаҡта Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙы Флораның атаһының юбилей тантанаһында һөйләгәне әле лә хәтерҙә. Хәкимовты ҡулға алғанда ул мәктәп йәшендә булған, уның телеграммаһы буйынса вокзалға ҡаршы алырға барғандар. Тик Кәрим дүрт сәғәт үткәс кенә өйҙәренә ҡайтып ингән, үҙен ҡулға аласаҡтары тураһында дуҫтарына һөйләгән.
— Әсәйем дә ун йылға яҡын ғүмерен ГУЛАГ төрмәһендә үткәрҙе, ташкүмер сығарҙы, — ти ул. — Ул ҡайтҡас та әле бер нисә йыл хоҡуҡһыҙ, кәмһетелеп йәшәнек. Атайымдың 1938 йылдың 10 ғинуарында атылғанлығы тураһында бары тик 1956 йылда, ул аҡланғас ҡына, белдек... Эйе, иҫ киткес һәләтле, аҡыллы 40 йәшлек ир-егеттең золом ҡорбаны булыуы ғаилә, туғандар, дуҫтар ғына түгел, тотош илебеҙ өсөн дә ҙур юғалтыу була...
Миңә, республика гәзите хәбәрсеһе булараҡ, 1992 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле драматург, һуңыраҡ инде Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев һәм танылған дәүләт эшмәкәре, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, яҙыусы, райондашым Таһир Ахунйәнов, Кәрим Хәкимов ролен бик оҫта башҡарған беренсе актер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Әхтәм Абушахманов менән бергә күренекле дипломат һәм революционер Кәрим Хәкимовтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы тантанала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бигерәк тә зауыҡ менән эшләнгән музейҙың яңы бинаһын һәм һәйкәл-бюст асыу күңелгә һеңеп ҡалған.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов осрашыуҙа былай тигәйне: “Хәкимов – иң яратып башҡарған ролдәремдең береһе. Күптән инде герой тыуып үҫкән яҡтарҙы күргем, Дим буйҙарына һоҡланғым, кешеләре менән һөйләшкем килә ине. Хыялым тормошҡа ашыуына бәхетлемен".
Ә "Ҡыҙыл паша"ның авторы, күренекле драматург Нәжиб ағай Асанбаев оло тантанала былайыраҡ тип әйткәйне: “Пьесаны яҙыр алдынан Көнсығыш илдәренә барырға тура килде, дөйәгә ултырып, Кәрим Хәкимов үткән юлдарҙан йөрөнөм, ул эскән һыуҙан ауыҙ иттем. Ҡыҙыл диңгеҙгә сумып, таш сәскә алып сыҡтым һәм уны музейға бүләк иттем. Ул йөрөгән, йәшәгән илдәрҙе хәтерләтеп торһон, тинем...”
Үҙ сиратында әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, арыу-талыу белмәй ижад майҙанынан атлаған фронтовик, олуғ шәхесебеҙ Нәжиб ағай Асанбаевҡа данлыҡлы райондашым Кәрим Хәкимовтың легендар шәхес булыуын иҫбатлағаны һәм уның үлемһеҙлеген башҡа геройҙар аша ла сағылдыра алғаны өсөн, шулай уҡ талантлы актер Әхтәм Абушахмановҡа, режиссерға һәм театрҙың башҡа хеҙмәткәрҙәренә ихластан рәхмәт белдергем килә.