Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иҫке Ҡорос ныҡлығын юғалтмай
Иҫке Ҡорос ныҡлығын юғалтмай
Бөгөн ауыл кешеһен иң ныҡ борсоған мәсьәлә нимә тип уйлайһығыҙ? Билдәле, яуап бер төрлө генә яңғырамаҫ. Шулай ҙа күпселек "ауылдарҙың ҡартайыуы" тиер. Артабан, моғайын, мәктәптәр яҙмышы өсөн хәүефләнеүҙәрен белдерерҙәр. Иҫке Ҡороста булғанда ла халыҡтың хәстәре ошондай икәнлегенә ышандыҡ.


Был биләмәгә эреле-ваҡлы ун бер ауыл инә. Оло йортҡа ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк тигәндәй, уларҙың һәр ҡайһыһына йыл әйләнәһенә юлдарҙың яҡшы булыуы талап ителә, эсәр һыуға ҡытлыҡ тыумаһын, урамдарҙа уттар балҡыһын... Һанай китһәң, байтаҡ йыйыла көн үҙәгендәге мәсьәләләр.
Ауыл хакимиәте бинаһына тура бара алмайынса, байтаҡ урамды үттек. Ахыры, туҡтап, юл күрһәтеүҙәрен үтендек. Ауыл хакимиәте башлығы Амур Диникәев, ветерандар советы рәйесе Альберт Солтанов һәм мәктәп директоры Илфаҡ Маннапов менән осрашҡанға ҡәҙәр ауыл менән танышырға, йәшәйештәренә күҙ һалырға өлгөрҙөк.
Аҙашып йөрөрлөк булған икән дә шул ауыл. 19 урамлы, тыҡрыҡтары менән бергә 25-кә етә, тип аптыратып ҡуйҙылар. Төйәкләнгән урындары тигеҙ булмағас, эреле-ваҡлы урамдар барлыҡҡа килгән. Иҫке Ҡорос, ысынлап та, ҙур ауыл, халҡының һаны буйынса район үҙәгенән генә ҡалыша.
Альберт Солтанов әйтеүенсә, ошо биләмәләге ветерандар ғына ла 600-ҙән ашыу.
— Йәшерен-батырын түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдарыбыҙ ҙа ҡартая, — тип башланы ул һүҙен. — Йәштәр, эш юҡлыҡты сәбәп итеп, ситкә китеүҙе хуп күрә. Һүҙ ҙә юҡ, ауыл тормошо еңелдән түгел, шуға ла ҡалырға теләмәйҙәрҙер инде. Бына минең үҙемә һис кенә лә ваҡыт етмәй, эш ифрат күп. Әллә нисә быуын ата-бабам умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, уларҙың кәсебен дауам итәм. Мал аҫрайбыҙ, ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашам.
Уйлаһаң, хәҙер йәштәргә ер алып эшләү өсөн мөмкинлектәр бар, мал-тыуар ишәйтергә була, көтөү өсөн урын етерлек. Мине бер мәсьәлә тәрән уйландыра. Борсоуы тәбиғи инде, сөнки ауылдың йөҙөн матурлайым, шундағы халыҡтың тормошон яҡшыртайым тип нимәгә генә тотонһаң да, аҡса талап ителә. Белеүегеҙсә, квартал һайын ауыл хакимиәттәренә 100 мең һум күләмендә аҡса бирелә. Яҡшы башланғыс һәм тос ярҙам был. Әммә ул 11 ауыл ингәненә лә, ике-өс тораҡ пункттан торғанына ла бер үк күләмдә бүленә. Минеңсә, ауыл хакимиәтенә нисә ауыл ҡарауы иҫәпкә алынырға тейеш. Ул сағында хакимиәт башлығы аҡсаны нисек еткерергә, иң элек нимә өсөн тотонорға тип баш ватмаҫ ине, — тип күңелен өйкәгән мәсьәләне еткерҙе хеҙмәт ветераны.
Ауыл биләмәһенең ҙурлығы ауылдар эсендәге юлдарҙың оҙонлоғонда ла асыҡ күренә — 80 километрҙан ашыу тәшкил итә улар.
— Былтыр биш саҡрым юл һалынды, быйыл 1,5 — 2 километрҙы тулыһынса яңыртмаҡсыбыҙ. Халыҡ 1996-1997 йылдарҙа газ ҡуллана башланы. Ауылдарға бәйле проблемалар, әлбиттә, бөтөрлөк түгел. Шулай ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәрҙе лә күрмәү мөмкин түгел. Үҙҙәре ситтә йәшәһә лә, тыуған төйәген йәмләндереүгә һәм йәнләндереүгә ҙур өлөш индергән ауылдаштарға оло рәхмәтлемен. Мәҫәлән, Рәмзи Ғабдуллин зыяратты кәртәләүҙә ярҙам итте. Рафаэль Әхтәмов, Амантай быуаһын тәртипкә килтереп, балыҡ ебәрҙе, — тине Амур Тимерйән улы.
— Хәҙер киске урамда ут балҡып тороуға ныҡ өйрәнелде. Ауыл хакимиәте биләмәһендә 90 урында яҡтырта ул. Урамдарҙың береһендә, көслө ел сыға-нитә ҡалһа, ут һүнә лә ҡуя. Халыҡтың ошо үтенесен етәкселәргә еткерҙем әле, хәл итергә вәғәҙә бирҙеләр, — тип башлыҡтың һүҙен ялғаны ветерандар советы рәйесе Альберт Ғәлимйән улы.
— Ауылдарҙың тормошон бергәләп йәнләндерергә тырышабыҙ. Шунһыҙ булмай ҙа, сөнки теге йәки был сараға халыҡты йәлеп иткәндә, үҙҙәрен ҡатнаштырғанда ғына яуаплылыҡ арта. Мәктәп коллективы ла, уҡыусылар ҙа ситтә ҡалмай, хәстәрлектең үҙебеҙ өсөн икәнлеген яҡшы аңлайҙар. Ҡатын-ҡыҙҙар советына ла эш етерлек. Ауыр хәлдәге ғаиләләрҙе лә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ. Был эш — хакимиәттеке, был сара мәктәптеке тип ҡарау юҡ. Ошо ерҙә йәшәгәс, хәстәр уртаҡ, — тип һүҙгә ҡушылды мәктәп директоры Илфаҡ Маннапов.
Иҫке Ҡорос халҡын иң һөйөндөргәне нимә тип уйлаһығыҙ — ул да булһа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының артыуы.
— Ауыл хакимиәте биләмәһендә дүрт ҙур хужалыҡ урынлашҡан, береһенә хатта биш ауыл ҡарай. Шәхси эшҡыуарҙарҙың, фермерҙарҙың күбәйеүе эш урындары артыуын ғына аңлатмай әле. Улар шул төбәк халҡына терәк-таяныс та. Мәҫәлән, ҡыш урамдарҙы ҡарҙан таҙарталар, пай ерҙәрен ҡуртымға алып, хужаларына бушлай һалам, иген бирәләр. Мәҫәлән, Хөснуллин 3-5 тонна иген таратты.
Ҡулынан килерҙәй, булдыҡлы ир-атты крәҫтиән (фермер) хужалығы булдырырға өгөтләйбеҙ, нисек башларға икәнлеген аңлатабыҙ. Хөкүмәт яғынан ярҙам бар бит, әйҙә, тотон, тәүәккәллә, тип дәртләндерәбеҙ. 300 мең һум субсидия эш башлағанда бик тә ярап ҡала. Тәүәккәлдәр арта, мәҫәлән, Кашапов грантҡа трактор алды. Ауыл халҡынан һөт йыйыу яҡшы ойошторолған, әле литрын 13 һум менән тапшыралар. Көн һайын 700-800 литр һөт һаталар, — ти хакимиәт башлығы.
— Альберт Ғәлимйән улы ауылдар ҡартая тип борсолһа ла, һуңғы йылдарҙа халыҡ һанының да, тыуымдың да тотороҡланыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, яңы уҡыу йылында мәктәпкә 28 бала киләсәк, уларҙың 22-һе — Иҫке Ҡоростан, — тине ауыл советы депутаты ла булған Илфаҡ Маннапов.
Йәй башы — матур мәл. Хатта мәшәҡәттәр ҙә күңел күтәренкелеге менән атҡарыла. Ә һабантуйҙар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Иҫке Ҡорос ауыл хакимиәтендә хеҙмәт байрамының биш ауылда ойошторолоуын әйтеп аптыратып та ҡуйҙылар. Хужалыҡтарҙың күплегенә һәм уларҙың ошо матур йоланы дауам итергә әҙер булыуҙарына бәйле тип аңлаттылар быны.
Мәктәптәге осрашыу ҙа йылы үтте. Уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да уңыштары һөйөндөрҙө, тыуған төйәктәренә битараф булмауҙары ҡыуандырҙы.





Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Баҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә