Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өс таған таймаҫ
Ил яҙмышына төшкән ауыр һынауҙарҙы иңендә күтәргән өлкән быуын бөгөн үҙе социаль яҡлауға, йылы мәнәсәбәткә, оло иғтибарға мохтаж. Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһының ултырышында тап ошо көнүҙәк мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикала йәшәгән 800 меңгә яҡын пенсионерҙың 430 меңгә яҡыны социаль ярҙам сараларынан файҙаланған. Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән өс маҡсатлы программаның эш башлауы ла — һөйөнөслө күренеш. “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”, социаль туризм проекттары һәм теш ҡуйҙырыу буйынса социаль ярҙам саралары хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Һуңғыһын быйыл тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Наталья Алмаева әйтеүенсә, социаль программалар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ихтыяждың ҙурлығы менән бәйле, киләсәктә уларҙы финанслауҙың дүрт тапҡырға арттырылыуы көтөлә.
Социаль туризм программаһы ла ветерандар араһында ҙур уңыш ҡаҙанды. Былтыр өс меңгә яҡын туристик путевка бүленеп, хаҡтарҙың 70 проценты республика Хөкүмәте ҡаҙнаһынан түләнгән.
— Яҡшы башланғыс халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек, ғәҙелһеҙлек тойғоһо тыуҙырмаһын өсөн өлкәндәр араһында аңлатыу эше, аныҡ мәғлүмәт биреү етешмәй. Быны мин профсоюз ойошмаһына килгән дәғүәләргә таянып әйтәм. Айырыуса был тәңгәлдә бюджет ойошмалары ветерандарына иғтибарҙы көсәйтергә тейешбеҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов.
Киләсәктә программаны финанслауҙың ике тапҡырға арттырылыуы күп ветерандарҙың тормошона яҡты биҙәк өҫтәйәсәк.
Республика ҡануниәтенә ярашлы, льготаға эйә булыусы хеҙмәт ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр һәм компенсациялар суммаһы 2 миллиард һумдан ашҡан. Ололарҙың йәшәү, көнкүреш шарттарын еңеләйтеү маҡсатында республика ҡаҙнаһы иҫәбенән федераль кимәлдә ҡаралмаған өҫтәмә социаль түләүҙәр билдәләнеүен дә әйтеп үтәйек.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙың пенсияһына 1589,27 һум күләмендә өҫтәмә ҡаралған. Шулай уҡ һуғыш инвалидтарының айырым категорияһына (инвалидлыҡтың фронтта алған яралар менән бәйле икәнлеге клиник билдәләр буйынса билдәләнгән осраҡта) 1827,66 һум (I һәм II группа инвалидтарына) һәм 913,84 һум күләмендә (III группа) өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Почетлы исемдәргә лайыҡ булған ветерандарыбыҙҙың пенсияһына 476 һумдан 953 һумға тиклем аҡса өҫтәлә.
Былтыр 1633 һуғыш ветераны һәм вафат булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары торлаҡ менән тәьмин ителгән.
Льготалы шарттарҙа теш ҡуйҙырыу программаһынан пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алыусы 17 мең кеше файҙалана аласаҡ.
Хөкүмәт, эш биреүсе һәм профсоюз ойошмаһын үҙ эсенә алған республика өс яҡлы комиссияһы киләһе йылға аныҡ бурыстар билдәләне. Мәҫәлән, март айында республика килешеүенең былтырғы үтәлешенә йомғаҡ яһалырға һәм социаль партнерлыҡтың тармаҡ, территориаль кимәлдәрендә эш биреүселәр вәкиллеген ойоштороу мәсьәләһе ҡаралырға тейеш. Тәүге ярты йыллыҡта Хөкүмәттең 2011—2015 йылдарға эш хаҡы кимәлен арттырыу буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу барышы ла күҙ уңында тотола.
Ғөмүмән, республика өс яҡлы комиссияһы өсөн тынысланырға урын юҡ: бына-бына балаларҙың йәйге ялын хәстәрләү осоро башланырға тора, юғары уҡыу йорттары һәм һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу хәстәрҙәре, бизнестың социаль яуаплылығы мәсьәләләре лә кисектергеһеҙ хәл итеүҙе көтә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә