Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙ онотола, яҙған – ҡала
Һүҙ онотола, яҙған – ҡала
Һәр кемдең тиерлек үҙаллы тормош юлы ни ҡәҙәрелер икеләнеүҙәр, баҙнатһыҙлыҡ менән башланалыр. Ниндәй генә эшкә тәүәккәлләмә, эргәңдә кәңәш-төңәш итерлек, тейеш тип тапһа, дәртләндереп, зарур тиһә, әйткеләп торорҙай тәжрибәле кеше булһын ул. Мәктәп йылдарында уҡ район гәзитенә хәбәрҙәр яҙып, аҙағыраҡ университетта журналистикаға етди ылығып, Әбйәлилемдәге “Осҡон” гәзитенә эшкә төшкәндә тәүге кәңәшсем дә, һөнәрҙең ни тәмле икәнен аңғартҡан да кешем фронтовик Мофаззал ағай Латипов булды. Артабанғы ифрат ауыр журналист хеҙмәте Абдулла Исмәғилев, Таһир Ахунйәнов, Дәүләткирәй Мәһәҙиев, Василий Перчаткин, Серафим Вайсман, Мәргән Мырҙабәков һымаҡ зиһенле етәкселәр һәм ҡәләм оҫталары менән бер юлдан барыу бәхетен бирҙе. Ошо өлкән ағайҙарым өсөн матбуғатта эшләү көнитмеш зарурлығы ғына булманы. Һүҙ менән фекер бергә төйнәлгән мөхиттә улар Хоҙай биргән һәләтен дә, һаулығын да, хатта ғүмерен дә ҡалдырҙы.


Әйткәндәй, төрлө кимәлдәге гәзит, журнал редакцияларында әле лә эшкә ихлас мөнәсәбәттәге йәштәр күп. Матбуғат, ижтимағи фекерҙең элеккесә уртаһында булһа ла, хәҙер концептуаль йәһәттән дә, ижадҡа ҡараш буйынса ла үҙгәрҙе. Редакцияларҙың техник-технологик йыһазландырылыуы ла сағыштырғыһыҙ юғары. Ижади коллективтарҙы финанс, тормош-көнкүреш яғынан хәстәрләү бүтәнсәрәк ойошторола. Быларҙың да, бәлки, үҙ логикаһы, тейешенсә аңлатмаһы барҙыр. Тик эҙләнеүҙәр, хаталаныуҙар, табыш менән ғорурланыуҙар ғына элеккесә, беҙҙең замандағыса, ҡала.
Ваҡыт йүгереп үткән осорҙа ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә әҙәм балаһы донъяның төрлө саҡтарын күреп өлгөрә. Бар Ғаләмде тетрәткән һуғыш өлкәндәрҙең әллә булғанды һөйләгән, әллә ҡайҙандыр ишеткәнен бәйән иткән хәтирәләренә генә ҡалып бара. Юҡсыллыҡ менән дәрт, ихласлыҡ менән өмөт бер бөтөн була алған хәйләһеҙ йылдар. Ул осорҙо һағыныуыбыҙҙы йәш-елкенсәк инде аңламаҫ та... Бына шул бер көнлөк кәйеф-сафа һәм өс көнлөк тормошта йәшәгән көндәребеҙҙә лә ҡулға, ҡыштырлатып, гәзит алабыҙ, телеэкрандарҙан һибелеп торған яңылыҡтарға ҡолаҡ һалабыҙ икән, тимәк, ғәм алдында әйтелә торған һүҙгә моҡрау үтмәгән. Улай ғына ла түгел, эш кешеләре, түрәләр һүҙенә икеле мөнәсәбәттә булһа ла, ташҡа баҫылғанға ышана. Ошо ышаныс, бәлки, журналист хеҙмәтенә иң юғары баһалыр әле. Халыҡтың: “Яҡшы һүҙ – ярты ырыҫ”, – тип раҫлауына “тоғро һүҙ, ваҡытында әйтелгән фекер” тип тә ҡеүәтләйек.
Уларҙы әйтеү ышанысы кемгә тапшырылғанын, ғәм иғтибарына сығарылған һүҙ өсөн яуаплылыҡты онотмаһаҡ ине. Яҙыусы исемен йөрөткәндәрҙе маҙаһыҙлаһым килмәй, әммә уйҙарҙан уйылып китерлек ваҡыттарҙа халыҡ үҙенең рухи остаздарының тауышын ишетмәй икән, ул ҡәләм кемгә һәм нимәгә хеҙмәт итә һуң? Өйҙә, йомшаҡ кәнәфиҙә йәйрәп ултырып аҡыл һатыуы еңел дә ул, һин халыҡ алдына сығып ҡара. Тураһын әйтәм, республикала нәшерләнгән гәзиттәр, журналдар баҫа килгән әйберҙәр хафаланыуҙарымды таратмай. Уларҙа ғәмәли хәбәрҙәр, һәр йәһәттән тәрән, эшлекле анализға нигеҙләнгән мәҡәләләр аҙая бара. Аналитиканы Интернеттан һурылған мәғлүмәттәр йыйылмаһы алмаштыра. Гәзит биттәрен, сараһыҙҙан бирелгән реклама материалдарынан тыш, енәйәти ваҡиғалар, күҙ йәшен һығыусы тарихтар, әҙәм ышанмаҫ мөғжизәләр, анекдоттар баҫты. Осһоҙло популярлыҡ артынан ҡыуғанда һәм ҡайһы бер уҡыусыларҙың зауығына ҡулайлашҡанда, беҙ уларҙың төп өлөшөнөң менталитетын, башҡорт, урыѕ, татар, сыуаш һәм бүтән халыҡтарҙың традицияларын, юғары зауҡы ихтыяжын, милли үҙенсәлектәрен онотабыҙ. Бөтә ҡәүемдәрҙә лә иң аҫыл ҡиммәт булып игелеклелек, күңел йомартлығы, инсафлыҡ йөрөй. Бер генә ҡәүем дә ихтыярһыҙлауҙы, тән матурлығы менән һатыу итеүҙе, шаҡшылыҡты үҙ итә алмай. Беҙ генә, журналистар, һөнәри мәртәбәбеҙҙе онотоп, үҙ баҫмаларыбыҙға тормош төпкөлөндә хасил була торған түбәнселектәрҙе ташый бирәбеҙ.
Йәш, әммә үҙен маһир тип ышанып йөрөгән ҡәләмдәштәремдең әсерәк әйтелгән фекерҙәргә күңеле ҡалыуы ла бар. Бәлки, хаталанамдыр: ләкин миңә журналистика кадрҙары ваҡлана барғандай күренә. Июнь баштарында бер төркөм йәш ижадсыларҙың Яҙыусылар союзына алыныуы тураһында хәбәр ишетелде. Үткән эшкә салауат, тигәндәй. Республика Журналистар берлегендә иһә меңдән күберәк кеше ағзалыҡта, тиҙәр. Күмәклектә ғәйеп юҡ, ағзаларҙың ижады ғына тос булһын.
Консерваторлыҡта ғәйепләһәгеҙ ҙә, гәзиттәр, телевидение һәм радионың төп темаһы – иҡтисад, тип раҫларға йөрьәт итәм. Һәм шул иҡтисадҡа йән өргән кешеләр. Әгәр беҙ зитҡа тейгән проблемалар менән етди шөғөлләнмәһәк, иҡтисадта емереү ҙә, тергеҙеү ҙә юҡ тигән фекерҙә булһаҡ, журналистика үҙен ситтән генә ҡарап тороусы роленә дусар итә. Ысын журналист өсөн тарих арбаһынан төшөп ҡалыуҙан да ҙурыраҡ хурлыҡ буламы икән? Шул хәҡиҡәтте аңлаған хәлдә, барлыҡ тормошто тотоп торған иҡтисадтан ни өсөн ситләшәбеҙ? Хеҙмәт кешеһе ҡайҙа юғалды? Сәхнәгә сығып, ауыҙын асырға ла өлгөрмәгән берәй артистың һәр аҙымын, һәр көнөн тәфсилләйбеҙ, ә иген игеүсе, кейем тегеүсе, балаларыбыҙға белем биреүсе тураһында ихлас һүҙ әйтергә онотабыҙ. Матбуғат сәхифәләрендә, телеэкрандарҙа, радиоэфирҙа төп геройҙарыбыҙ булып руханиҙар һәм улар тирәһендә бөтөрөлгән кисәге атеистар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тусовкаларҙа бер-береһен бүләкләгән теле- һәм кинойондоҙҙары, әртислеккә әүәҫләнгән сәйәсмәндәр йөрөй. Әгәр йәмғиәт шашыныу юлына баҫҡан икән, киң мәғлүмәт сараларына уға эйәреп барыу һис тә мотлаҡ түгел.
Журналистарҙың күпселеге оҙаҡ йәшәмәй. Ни өсөндөр “хаҡлы” тип йөрөтөлгән ялға ла беҙ арып-арманһыҙ булып, һаулығыбыҙҙы юғалтып китәбеҙ. Електе киптергән гәзит, радио, телевидениеның аяуһыҙ конвейеры һинең бар ғына көс-ҡеүәтеңде һурып, нервыларыңды яндырып тора. Киң мәғлүмәт даирәһенең ҡайһы урынында эшләһә лә, журналист һәр даим ян кереше һымаҡ көсөргәнештә, хакимдар баҫымы һәм йәмәғәтселек йоғонтоһо аҫтында.
Журналист хеҙмәте үҙенсәлекле. Һөнәре унан ваҡиғаларға баһа биреүҙе талап итә. Шул уҡ ваҡытта уның үҙ һөнәри, әхлаҡи сифаттары ошо талаптар юғарылығындамы? Быны мин һуңғы йылдарҙа баҫылған һәм телдән ысҡынған һүҙ өсөн яуаплылыҡтың түбәнәйеүе сәбәпле әйтәм. Яңғырауыҡлы һүҙ митингтар өсөн генә һәйбәт. Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән яҙма фекер логикаһы менән һүҙҙең самаһын талап итә. Ошо йәһәттән Рәми Ғарипов ағайҙың тәүге мәҡәләләремә ҡарата әйткәндәрен хәтеремдә ныҡ тотам. Мостай ағайҙың һәр йөмлә, һәр һүҙе өҫтөндә бөтмөрләп эшләүенә һоҡлана торғайным. Уларҙан теләктәр алып, үҙ яҙмаларымды ҡабаттан уҡығанда һүҙгә һаҡһыҙ булыуыма, уйлау урынына хәбәр һөйләүемә ояла йөрөнөм.
Замандың бола, сәйәсәттең тотороҡһоҙ, иҡтисадтың тарҡалған булыуына һылтанмайыҡ. Теләһә ниндәй шарттарҙа ла журналист зиһен асыҡлығын һәм был донъяла ниҙәр булып ятҡанын күҙ алдына килтереү ҡеүәһен һаҡлап ҡалырға бурыслы.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872