Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 23 – 29 ғинуарға йондоҙнамә
Хирон Балыҡ билдәһе аҫтына инде, был ҡатмарлы көндәр етте тигәнде аңлата. Быға тиклем ҡул ҡуйған килешеүҙәрҙән баш тартырҙар йәки һеҙгә тәҡдим иткән шарттар артыҡ ҡаты тойолор. Уртаҡ фекергә килгәндә, ҡайҙан улар менән килештем, тигән көнгә төшөрһөгөҙ. Эштә һәм шәхси тормошта ла тотороҡлолоҡто һаҡлау ауыр булыр. Рөхсәт алыу, документтар юллау өсөн ҡулайһыҙ көндәр: власть вәкилдәре, етәксегеҙ һеҙгә төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙырыр. Финанс ҡытлыҡ кисереүегеҙ ихтимал. Быға тиклем проблемалар йыйылып килгән икән, бына, рәхим итегеҙ, уларҙың барыһы ла өҫкә ҡалҡып сыҡты!
Дүшәмбе – көтөлмәгән башланғыстар, етди пландар, тиҙ генә тормошҡа ашыра торған ғәмәлдәр көнө. Сәйәхәттәр унышлы булыр. Шишәмбе, бик кәрәк булһа ла, ниндәйҙер ҡорбан килтерергә әҙер булмаҫһығыҙ. Шаршамбы әүҙем көн. Мәшәҡәттәрҙе барлап, төбөнә төшөп, аҙағына еткерә торған осор. Кесе йома шәхси ғәмәлдәр өсөн уңышлы. Йома мөһим эштәрҙе ҡуйып тороғоҙ, башланғыстарҙың уңышһыҙ булыуы ихтимал.

Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)

Быға тиклем боҙолған мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү өсөн уңайлы осор. Һеҙҙе ғәфү итергә әҙерҙәр.

Буға
(21.04 – 21.05)

Финанс өлкәлә уңыш көтә. Һеҙ килемегеҙҙе арттыра алаһығыҙ йәки табыш килтереүсе башланғысҡа нигеҙ һалырға мөмкин.

Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)

Һаранлыҡты ҡалдырып тороғоҙ. Аҙна девизы: “Ҡомһоҙ ике түләй”. Быға үҙ миҫалығыҙҙа инанырһығыҙ. Туғандарығыҙ күңелһеҙ мәшәҡәт өҫтәүе ихтимал.

Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)

Бер ғәмәлгә генә иғтибар йүнәлтеп, башҡа мөһим ваҡиғаларҙы күҙ уңынан ысҡындырыуығыҙ ихтимал. Үҙ-үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ.

Арыҫлан
(24.07 – 23.08)

Кемдер һеҙҙең урынды биләргә теләгәнен һиҙһәгеҙ, һаҡланыуҙы нығытыу фарыз. Юғиһә булғандан ҡолаҡ ҡағырһығыҙ.

Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)

Сит-ят ергә барып килеү – файҙаға. Яңы йыл байрамдарында ял итһәгеҙ ҙә, арыу тойғоһо бөтмәгән кеүек.

Үлсәү
(24.09 – 23.10)

Мөһим мәсьәләләрҙә бер кем дә һеҙгә фекерен көсләп тағырлыҡ булмаһын. Һирәк күргән кешеләр менән аралашыу отошло.

Саян
(24.10 –22.11)

“Нисек килеп сыҡһа ла барыбер”, – тигән һүҙҙе онотоп торорға кәрәк. Һеҙ нисек теләйһегеҙ шулай буласаҡ – ошоно иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Уҡсы
(23.11 – 21.12)

Көтөлмәгән ваҡиғалар ҡаршылыҡтар өҫтәр. Барыһы ла һеҙгә ысынбарлыҡтан күпкә ҡатмарлыраҡ тойолор.

Ылаҡ
(22.12 – 20.01)

Әүҙемлек һәм ҡыйыулыҡ талап ителә. Килешмәгән аҙым яһаһағыҙ ҙа, бер урында тик торғандан был күпкә яҡшыраҡ.

Һыуғояр
(21.01 – 19.02)

Иғтибарһыҙлыҡ көслө. Әлбиттә, тормошоғоҙға был ҙур үҙгәреш индермәҫ, шулай ҙа мөһим ғәмәлдәрҙе яҙып ҡуйыу отошлораҡ булыр.

Балыҡ
(20.02 – 20.03)

Бер мәғлүмәт эшегеҙҙе һәм тормошоғоҙҙо үҙгәртер. Иң мөһиме – уны ваҡытында ишетеп-белеү шарт.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә