Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мутлашыусылар йәйгә ҡарай арта
Мутлашыусылар йәйгә ҡарай арта
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы, йәғни больничныйҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлайһығыҙҙыр. Был финанс документы ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡты раҫлау менән бергә пособие түләү өсөн дә нигеҙ булып тора. Тимәк, ул сиргә бәйле юғалтылған эш хаҡын ҡайтарыу буйынса дәүләт гарантияларын башҡара.


Уны "документ" тип атау уҡ ҡағыҙҙы юғалтыу, боҙоу, бысратыу һәм айырыуса ялған больничный яһау һеҙҙең өсөн күп күңелһеҙлектәр килтереү ихтималлығын иҫкәртә. Ялған аҡса менән иҫәпләшкән өсөн ниндәй етди яуаплылыҡ ҡаралғанын һәр кем яҡшы белә, был осраҡта ла шул уҡ хәл (Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 327-се статьяһы).
Әммә ҡайһы бер граждандарҙы ҡырын ҡылыҡтарынан бер яза ла ҡурҡытмай ҙа, төңөлдөрмәй ҙә. Кемдер иғландар буйынса ялған больничныйҙар эҙләй, ә ҡайһы бер йылғыр "оҫталар" ялған ҡағыҙҙарҙы баҫтырып сығарып ҡына тора. Ихтыяж булғас, тәҡдим дә бар. Больничный ҡағыҙының теүәл иҫәптә тороуын, махсус һаҡлыҡ сараһына – Рәсәй биләмәһендә башҡаса ҡабатланмаған үҙенсәлекле номерға – эйә булыуын белеү мөһим. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары әйләнешенә контроллек итеү республикабыҙҙа Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенә йөкмәтелгән. Бланктарҙы типографиянан алыуҙан, медицина учреждениеларын тәьмин итеүҙән, уларҙы биреүҙе контролләүҙән эш биреүселәрҙең аҡса түләгәненә тиклем барыһын да күҙ уңында тоторға кәрәк.
Контроль органы белгесенә ялған ҡағыҙҙы айырыуы ҡыйын түгел. Мутлашыу осрағы асыҡланһа, эш хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла. Енәйәт ҡылыусының ике йылға тиклем ваҡытҡа холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителеүе йәки 6 айға ҡәҙәр һаҡ аҫтына алыныуы ихтимал.
Башҡортостанда, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, эшкә яраҡһыҙлыҡты раҫлаусы ялған ҡағыҙҙар йыш осрамай. Шулай ҙа 2014 йылдың башынан ете енәйәт эше ҡуҙғатылыуы – күңелһеҙ хәл. Былтыр ялған документтар, нигеҙҙә, ғәмәлдә булмаған "Сан-МедЗапад" медицина ойошмаһы исеменән бирелһә, һуңғы осорҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы исемен йышыраҡ файҙалана башланылар. Өфөнөң 33-сө поликлиникаһы, больничный ҡағыҙҙары биреүгә лицензияһы бөтөнләй булмаған "Гута Клиник" йәмғиәте исеменән ялған ҡағыҙҙар таратыу осраҡтары бар.
– Ялған документтар айырыуса йәй көнө арта, – тине төбәк бүлексәһе идарасыһының ярҙамсыһы Радик Маннанов. – Эшкә ялған больничный килтереп, пособиелар алырға, дәүләт иҫәбенә ялдарын оҙайтырға теләүселәр осраштырғылап тора. Ҡағиҙә булараҡ, ҡылығы өсөн яуаплылыҡ тоймаған тәжрибәһеҙ йәштәр "ҡармаҡ"ҡа эләгә. Интернет селтәре хәҙер нимә генә тәҡдим итмәй!
Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы лицензиялы медицина учреждениеһында ғына бирелә. Социаль страховка фондының Башҡортостан бүлексәһе, яуаплылыҡ тураһында иҫкәртеп, мутлашыусыларҙың хеҙмәтенән файҙаланмаҫҡа саҡыра. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан
буйынса төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә