Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Асыҡ йөҙлө асҡындар
Асыҡ йөҙлө асҡындар Яҡташтары менән ғорурланалар

– Һаумыһығыҙ!
– Иҫәнмеһегеҙ!
Район хакимиәтендәге осрашыу башланыуға әле апаруҡ ҡына ваҡыт ҡалһа ла, халыҡ йыйыла ла башланы. Иң тәүгеләрҙән килеп ултырған ханым үҙен Резеда Ғәлләмова тип таныштырҙы. Ҡышлауйылға мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй икән.
Хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынам.
– Балалар башҡорт телен яратып өйрәнә, Берҙәм дәүләт имтиханында ошо предметты һайлаусылар бар. Әммә башланғыс кластарҙа аҙнаһына берәр генә дәрес булыуы ҡыҙғаныс. Был ваҡытта нимә генә өйрәнеп була?
Уның йәнәшәһендәге ханым – Ҡубыяҙ ауылы китапханасыһы Гөлүзә Закирова. Китапханаға айырыуса өлкәндәрҙең күпләп йөрөүе, гәзит-журналдарҙы алып уҡыуы хаҡында һөйләне ул. Данлыҡлы яҡташтары менән ғорурланыуын да әйтте.
Асыҡ йөҙлө асҡындар– Мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән ныҡ ғорурланабыҙ. Диана исемле (Нурмөхәмәтова – Авт.) йырсыбыҙ хәҙер Санкт-Петербург ҡалаһында уҡый, эстрада йырсыһы Марат Шәйбәков та беҙҙеке, радиола эшләгән шәп журналист Зөһрә Арсаеваны ла беләһегеҙҙер…
Ҙур байрамға әүерелде Танып төйәгендәге осрашыу. Күренеп тора: гәзитте алдыралар, уҡыйҙар. Һай, асыҡ йөҙлө, ихлас та инде асҡындар! Һорау артынан һорау яуҙырҙылар, тәҡдимдәрен әйттеләр. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фоат Фәтхуллин баҫманың уҡымлы булыуы, көнүҙәк, халыҡты борсоған мәсьәләләр күтәрелеүе, “түңәрәк өҫтәл”, ҡор һәм “тура бәйләнеш”тәрҙең гәзиттең йөкмәткеһен байытыуы хаҡында һөйләне.
Район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Фәриҙә Дәүләтшина:
– Урыҫ мәктәбендә уҡыным, әммә вазифам буйынса башҡорт телен белергә кәрәк ине, – тип һүҙ башланы. – Шуға ла “Башҡортостан”ды уҡып, матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәндем. Гәзит аша башҡа төбәктәрҙәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тәжрибәһе менән танышабыҙ, эш алымдарын өйрәнәбеҙ.
“Надежда” редакция-нәшриәт комплексы директоры-баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова үҙ сығышында:
– Халыҡҡа рухи байрам ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ “Башҡортостан”ға тәүге ярты йыллыҡта коллектив менән яҙылдыҡ. Һеҙҙең гәзиттәге айырым мәҡәләләрҙе районда сығып килгән “Асҡыным-йәнтөйәгем” баҫмаһында күсереп баҫабыҙ, – тине.
Осрашыуға килеүселәр билдәле шағир Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын, Сәйҙә Ильясованың моңло йырҙарын тыңлап кинәнде.

Асыҡ йөҙлө асҡындарБер ауылдан – ике батыр

Иҫке Ҡаҙансыла ла беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Советтар Союзы Геройҙары Нурулла Сафин менән Мирзалихан Ғәбитовты биргән данлыҡлы боронғо башҡорт ауылдарының береһе ул. Уға Танып ҡәбиләһе составына ингән Ҡаҙансы ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Быуаттар буйына ултыраҡ ауылы булған. XVIII быуат баштарында унан Яңы Ҡаҙансы бүленеп сыҡҡас, Ҡаҙансы Иҫке Ҡаҙансы тип атала башлаған.
Бай, матур концерт әҙерләгән уҡыусылар. Башланғыс кластар “Мәңгелек мөхәббәт” әкиәтен ҡайһылай оҫта итеп уйнаны. Ысын әртистәр тип торорһоң! Шулай уҡ Миләүшә Солтанова үҙенең шиғырҙарын уҡыны. Алһыу Һиҙиәтова, “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, ҙур уңышҡа өлгәшкән икән. Нәфис һүҙ оҫтаһының сығышын беҙ ҙә диҡҡәт менән тыңланыҡ.
Бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусы Әниф Ғаязов элек-электән гәзитте алдырып уҡыуы хаҡында һөйләне, йәш ижадсыларға айырым рубрика булдырырға тәҡдим итте.
– Матур әҙәбиәтте, төрлө донъяуи хәлдәрҙе үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле гәзит, – тине ул “Башҡортостан” хаҡында. – Балаларыбыҙҙы ысын башҡорт телендә тәрбиәләүҙә матбуғаттың, телевидение һәм радионың әһәмиәте ҙур, шуға шиғри тапшырыуҙар йышыраҡ ойошторолһон, йырҙарҙың авторҙарын да әйтһендәр ине. Улар ҙа бит ҙур тәрбиә көсөнә эйә.

“Башҡортостан” – Башҡортостан ауылында

Артабан юлыбыҙҙы республикабыҙ атамаһын йөрөткән Башҡортостан ауылына табан дауам иттек. Бының сәбәбе лә бар: “Юлдаш” каналы, Рәсәй почтаһы һәм республика баҫмалары “Яҙыл һәм от” тигән махсус проект ойошторғайны. Унда был ауылдан ҡатнашҡан Менәүрә Арсаева редакциябыҙҙың махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Саф башҡортса һөйләшкән апай тыумышы менән Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан икән.
– 1967 йылда ошонда килен булып төштөм, 40 йылға яҡын сауҙа өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Иптәшем Фәнил менән өс ҡыҙ, бер ул үҫтерҙек, – тине ул.
Улар һәр балаһына юғары белем биргән, тырыш хеҙмәте өсөн “Ҡулланыусылар кооперацияһы алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем һәм “Рәсәй кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән.
Башҡортостан – Асҡын районында иң йәш ауылдарҙың береһе. Уға хәҙер 87 “йәш”. Бәләкәй ауыл. Татыу, берҙәм халыҡ йәшәй. Замана шауҡымы менән өмә кеүек матур йолалар күп ерҙә онотолоп килһә, бында ул әле лә уңышлы дауам итә. Күмәкләшеп бесәнен дә сабалар, йортто ла йәһәт кенә бергәләшеп күтәреп ҡуялар. Ауылда төпләнеп ҡалған йәштәр ҙә байтаҡ ҡына. Бынан ике йыл элек гөрләтеп шәжәрә байрамы үткәргәндәр.
Башҡортостан ауылы нигеҙ һалынғандан башлап баллы төбәк булараҡ билдәле. Уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында ауылдағы умарталыҡ айырыуса уңышлы эшләгән. Йыл да балды күпләп алғандар. Умартасы Мөхисулла Зөбәйеров Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә алтын миҙал менән бүләкләнгән. Ауылда әле лә күпләп бал ҡорто тоталар.
Гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов Менәүрә апайға махсус бүләген тотторғас, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова моңло йыр һуҙып ебәрҙе.
Асыҡ йөҙлө асҡындағы осрашыу тәьҫораттары күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр әле.





Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә