Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нур сәсеп йәшәй
Нур сәсеп  йәшәй
— Бына ул бар яҡтан уңған Гөлфирәбеҙ, — тип, бүлмәһенә ингән аҡ халатлы мөләйем ҡатын менән таныштырҙы наркология диспансеры мөдире Әмирйән Ғәлиев. — Өс тиҫтә йылға яҡын бергә эшләйбеҙ, киҫәтеү яһағаным да булманы. Бурыстарын теүәл үтәгән кешегә яҡшы һүҙҙән башҡа ни әйтәһең?
— Әмирйән Хәтип улы, бөгөн тыуған көнөм түгел бит, иртәрәк ҡотлай башланығыҙ...


Сит кеше алдында күҙгә ҡарап әйтелгән маҡтау һүҙҙәренән уңайһыҙлыҡ тойғанғамы, Гөлфирәнең бит алмалары алһыуланып китте. Һүҙ тыуған яғы Тәтешлегә, бала сағы үткән Ҡашҡаҡ ауылына күскәс кенә йәнләнде. Атай-әсәй йортона уйҙа ғына булһа ла ҡайтып әйләнеү һәр кемгә шатлыҡ инде...
— Шәфҡәт туташы булырға бөтөнләй иҫәбем юҡ ине, яҙмыш шулай ҡушҡандыр, — тип дауам итте Гөлфирә Илдус ҡыҙы. – Бала саҡтан йырларға яраттым, шуға хыялымда үҙемде тик сәхнәлә күрә инем. Музыка училищеһына барырға йыйынғайным.
Бер кем дә уның теләгенә ҡаршы килмәй, өгөт-нәсихәт тә уҡымай. Ысынлап та, яҙмыш ҡушыуылыр. Урта мәктәпкә, күрше Шулған ауылына һигеҙ саҡрым араны үтеп, йәйәү йөрөү кәрәклеге VIII класты тамамлаған үҫмерҙе уйландыра. Юҡ, ҡурҡытмай, ә артабанғы ғүмер юлын күрһәтә. 15 йәшлек ауыл ҡыҙы тыумыштан килгән һиҙемләүе менәнме, әллә инде үҙен үтә яуаплы тойоуҙанмы, сәхнә хыялын ситкәрәк ҡуйып, тормошҡа яҡыныраҡ булған һөнәр һайлай: Бөрө медицина училищеһына юллана.
Гөлфирәнең ата-әсәһе — татыу ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтергән, ғүмерҙәрен колхоз эшенә арнаған хеҙмәт ветерандары. Бөгөн улар ҡыҙҙары һәм кейәүҙәренең, улдары һәм килендәренең хөрмәтенә күмелеп, ейән-ейәнсәрҙәренә шатланып, тыуған Ҡашҡаҡтарында йәшәп ята. Әйткәндәй, ике быуаттан ашыу бай тарихҡа эйә боронғо башҡорт ауылдарының береһе ул.
— Атайым гел күк төҫтәге тәре төшөрөлгән һөнәр муҡсаһы менән йөрөр ине. Уның энәләр, төрлө ветеринария дарыуҙары һәм майҙары менән эш иткәнен бәләкәйҙән күреп үҫтем. Бала саҡта ҡурсаҡтарымды “дауалап”, энә ҡаҙап уйнай инем – былар ҙа шәфҡәт туташы булыуыма йоғонто яһағандыр, — тип хәтерләй Гөлфирә.
Медучилищены уңышлы тамамлағас, уны юллама менән Нефтекамаға ебәрәләр. Психо-неврология диспансерының наркология бүлексәһенә (бөгөн ул айырым диспансер) тәғәйенләнә. Шунан бирле йәшлегендә һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, көндәлек хеҙмәтен һөйөү һәм ихласлыҡ менән башҡара.
Шәхси тормошонда ла бәхетле замандашыбыҙ. Нефтселәрҙә экскаваторсы булып эшләүсе ире — Ҡалтасы районы егете Виктор Вострецов менән Юлиә һәм Руслан исемле ике бала үҫтерәләр. Гөл-сәскәгә күмелгән фатиры ялт итеп, нур сәсеп тора. Аш-һыуға ла маһир хужабикә, үҙе бешергән тәмлекәстәре менән яҡындарын шатландыра. Йыр-моңға әүәҫлек тә тормош юлында оҙатып килә Гөлфирәне. Туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре йыйылғанда яратҡан йырҙарын һуҙып күңелде күтәрә, кәрәк икән, ҡулына гармун йә гитара ала. Ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағына сығырға, концерттарға йөрөргә лә ваҡыт таба, теннис һәм волейбол уйнарға ярата. Машина йөрөтөү ҙә — уның яратҡан шөғөлө.
— Эшкә ҡарашы, холҡо һәм булмышы менән ысын мәғәнәһендә шәфҡәт туташы, — ти уның тураһында диспансер етәксеһе Әмирйән Хәтип улы. – “Йәшел йылан” һәм наркотик ҡолона әйләнгән үҙенсәлекле пациенттар менән һәр кем уртаҡ тел таба алмай. Гөлфирә иһә быны булдыра. Ул — һәр ауырыуҙың яҡын серҙәше, дауаланыу һөҙөмтәһенең яҡшы булырына кешене ышандыра белә. Байтаҡ йыл өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын да күңел биреп башҡарҙы. Ҡала һәм дауахана етәкселегенең бихисап маҡтау ҡағыҙы, “Һөнәре буйынса иң яҡшы” исеме, юғары категория – былар үҙҙәре генә лә Гөлфирә Илдус ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәтен асыҡ күрһәтә. Һаулығы яҡшырған, яман сирҙән ҡотолған кешеләрҙең ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәренән дә ҡәҙерлерәк ниндәй баһа бар аҡ халатлылар өсөн?!
Ысынлап та, йыш ҡына хатта яҡындары ҡул һелтәгән, тормоштан ваз кискән сирлеләр менән эшләүе һис тә еңел түгелдер. Шәфҡәт туташтарынан, табиптарҙан һөнәргә бирелгәнлек, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ, юғары ихтыяр көсө талап ителә. Бынан тыш, коллективтағы үҙ-ара йылы мөнәсәбәт, берҙәмлек тә оло әһәмиәткә эйә.
— Хеҙмәттәштәремдән дә, етәксемдән дә уңдым, — ти Гөлфирә. – Эшемде яратҡанға, кемгәлер кәрәклегемде тойғанға көн дә иртән диспансерыбыҙға оло теләк менән киләм. Шулай тиһәм, ҡайһы берәүҙәр: “Эскесе, наркоман, ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙар менән нисек аралашырға ҡурҡмайһың?” — тип ғәжәпләнә. Тормошта төрлө саҡтар була, йонсоп та, арып та китәһең. Шундай ваҡытта үҙҙәрен ситләтелгән, бер кемгә лә кәрәкһеҙ тип тойған сирлеләргә тағы ла ауырыраҡ икәнен иҫкә төшөрәһең дә, “иҫәр” уйҙарҙы ситкә ҡыуып, ҡайһы саҡ тешеңде ҡыҫып, тағы ла эшеңә тотонаһың. Ошо һөнәрҙе һайлап, аҡ халат кейгәнһең икән — башҡаға һинең хаҡың юҡ! Бурысыңды күңел һалып башҡарырға тейешһең.
Тәү ҡарашҡа яңғырауыҡлы булып тойолған был фекерҙәрҙең ысынлығына, Гөлфирә Илдус ҡыҙының ихласлығына ышанмау мөмкин түгел. Хеҙмәтенән тәм, тормошонан йәм табып йәшәүсе, үҙе лә, күңеле лә матур шәфҡәт туташының бар булмышын тулыһынса сағылдыра улар.





Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 1

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә