Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда
Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда Ҡараш көсө
Минең бәхетем тормошҡа мөнәсәбәтемә, ҡарашыма бәйле. Аҡылым быға ни тиклем көйләнгән һәм әҙер, шул тиклемгә бәхетлемен. Яҡшы һөҙөмтәгә ышанасаҡмын һәм уны тормошҡа ашырасаҡмын. Бәхет ул – һайлау. Мин уны теләһә ҡайһы ваҡытта, теләһә ҡайһы урында яһай алам. Мине ни бары уйҙарым бәхетле йәки бәхетһеҙ итә, тышҡы ваҡиғалар быға ҡаршылыҡ була алмай. Уйҙар менән идара итәһегеҙ икән, тимәк, бәхет менән идара итәһегеҙ тигән һүҙ.

Тән көсө
Хәрәкәт хистәргә йоғонто яһай. Физик күнекмәләр яһау стресты еңеләйтә һәм тәндә үҙебеҙҙе яҡшыраҡ тойорға ярҙам иткән химик реакциялар булдыра. Мөмкин булғанса йышыраҡ шөғөлләнеү мөһим, иң яҡшыһы – көн һайын, кәм тигәндә – ярты сәғәт. Нимә менән туҡланыуыбыҙ ҙа хәл-торошобоҙға йоғонто яһай. Ҡәһүә, ҡаты сәй, алкоголь, шәкәр һәм яһалма өѕтәлмәләргә бай аҙыҡ-түлек файҙаланыуҙы кәметергә тырышығыҙ. Күберәге йәшелсә, емеш-еләк, ҡуҙаҡлылар һәм үѕтерелгән бойҙайлы аҙыҡ ашағыҙ.

Тормоштоң
бер мәл генә булыуы көсө

Бәхет йылдар, айҙар, аҙналар, көндәр эсендә түгел, уны хатта бер мәлдә генә лә табырға мөмкин. Һәр йәшәлгән осорҙан иң яҡшыларын һайлап ала белергә тейешбеҙ. Мөмкин тиклем күберәк яҡшы хәтирәләрегеҙ булһын. Уларҙы иѕкә төшөрөп кенә лә бәхет хисен татырға була. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: һәр яңы көн – яңы башланғыс, яңы тормош башы.

Күҙ алдына килтереү көсө
Кеше үҙе тураһында нисек уйлай, ул – шундай, тиеүселәр бар. Әгәр мин үҙем менән ҡәнәғәт түгелмен икән, тимәк, тормошом менән дә ҡәнәғәт түгелмен. Шуға күрә һығымта ябай: бәхетле йәшәгең килә икән, иң тәүҙә үҙең менән ҡәнәғәт булырға өйрән. Һәр бер кеше үҙенсәлекле. Был донъяға килеүең менән генә лә һин – еңеүсе, сөнки тап һин өс йөҙ мең миллиард “дәғүәсе” араһында еңгәнһең.

Маҡсат көсө
Маҡсаттар тормошобоҙға мәғәнә һәм йөкмәтке бирә. Әгәр маҡсат бар икән, ғазаптарҙан ҡотолоу түгел, ә ҡәнәғәтлек кисереүгә әҙерләнәбеҙ. Маҡсат арҡаһында беҙ көн һайын иртән түшәктән тороп алға барабыҙ, улар ауыр осорҙо еңеләйтә, ә яҡшыларын тағы ла татлыраҡ яһай. Маҡсаттарығыҙҙы ҡағыҙға яҙып ҡуйығыҙ һәм даими уҡып тороғоҙ. Быны уяныу менән, көн дауамында һәм йоҡлап китер алдынан эшләргә кәрәк.

Көлөү көсө
Юмор хисе стресты еңеләйтә һәм бәхет хисен уята. Теләһә ниндәй осраҡта ла ныҡлап эҙләһәң, ҡыҙыҡ, көлкөлө яҡтарҙы табырға була. “Был хәлдә нимә насар?” тигән һорау урынына, “Бында нимәһе ҡыҙыҡ йәки ҡыҙыҡ була алыр ине?” тигән һорау ҡуйығыҙ. Ваҡ-төйәк өсөн хафаланмағыҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: тормоштоң күп өлөшө ваҡ-төйәктән тора!

Ғәфү итеү көсө
Ғәфү итә белеү – Ысын Бәхет ишеген аса торған асҡыс. Әгәр һеҙҙә үпкә һәм күрә алмаусанлыҡ хисе бар икән, бәхетле булып булмай. Иѕегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең кемгәлер үпкәләүегеҙҙән ни бары үҙегеҙ генә яфаланаһығыҙ. Хаталар һәм уңышһыҙлыҡтар тормош дәрестәре булып тора. Башҡаларҙы ғәфү итегеҙ. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ ғәфү итегеҙ.

Бирә белеү көсө
Үҙеңә нимәлер алыу менән бәхетле булып булмай. Ул – кешеләргә бирә белеүҙә һәм ярҙам итеүҙә. Башҡаларға ни тиклем күберәк шатлыҡ һәм бәхет бүләк итәбеҙ икән, үҙебеҙгә шунан да күберәген алабыҙ. Һине уратып алғандарға көн һайын бәхет бүләк итеү менән үҙеңде лә бәхетлерәк тойорға була.

Мөнәсәбәттәр көсө
Тормош сифаты башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙән тора. Бер кем дә кешеһеҙ утрауҙа яңғыҙы йәшәмәй. Һәр беребеҙҙә башҡаларҙа мохтажлыҡ бар. Яҡын мөнәсәбәттәр һәйбәт ваҡыттарҙы тағы ла яҡшыраҡ итә, ә ауырҙарын еңелерәк кисерергә ярҙам итә. Уртаҡлашылған шатлыҡ – икеләтә шатлыҡ, уртаҡлашылған проблема – ярты проблема.

Ышаныс көсө
Ышаныс – Ысын Бәхеттең нигеҙе. Ышанысһыҙ оҙайлы бәхет була алмай. Ул кешеләргә ышанысты арттыра, күңелде икеләнеү, шикләнеү, ҡурҡыу кеүек алама хистәрҙән азат итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә