Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәү көсө бүләк итә “Йәшел сауҡалыҡ”
Йәшәү көсө бүләк итә “Йәшел сауҡалыҡ”
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында ҡартатайым “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында дауаланған. Күп йылдар үткәс тә ул был хаҡта беҙгә һөйләй торғайны. Фотоһүрәттәренә ҡарай-ҡарай, шифахананы йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала ине. Күрәһең, унда үткәргән ваҡыт күңеленә матур хәтирә булып уйылып ҡалған булған. Ошоларҙы бер көн иҫкә төшөргәс, ҡасандыр ҡартатайым ял иткән урындың бөгөн ниндәй хәлдә булыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ гүзәл хәтирәләр ҡалдырырлыҡмы икән ул?..


Йәшәү көсө бүләк итә “Йәшел сауҡалыҡ”Хужаның уңғанлығы – ҡапҡа төбөнән

Директорға шылтыратып, осрашыу хаҡында һөйләшкәс, фотохәбәрсе менән шифаханаға юлландыҡ. Хужаның уңғанлығы ҡапҡаһынан беленә, тиҙәр. Килеп төшөү менән тирә-яҡтағы таҙалыҡ, тәртип шунда уҡ күҙгә салынды. Биләмәгә эскәрәк ингән һайын бындағы бөхтәлек, һәр нәмәнең сифатлы, зауыҡ менән ойошторолоуы нығыраҡ күренде: юлдарға яңы плитка түшәлгән, теҙеп кенә үҫентеләр ултыртылған, күпереп йәшел үлән үҫә, араһында бер бөртөк сүп күрмәҫһең. Ҡала эсендә урынлашыуына ҡарамаҫтан, саф килеш һаҡланған тәбиғәт мөйөшөнә һоҡлана-һоҡлана икенсе корпусҡа атланыҡ.
Беҙҙе, ихлас йылмайып, шифахана хужаһы – медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәмил Бәҙретдинов – ҡаршы алды. “Йәшел сауҡалыҡ”тың һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләүен һорағас, ул учреждениеның яңыртылған корпустарын ҡарап сығырға тәҡдим итте һәм түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Беҙҙең һаулыҡ йортоноң үҙенсәлеге тәбиғәт факторҙарында: бында көкөртлө водород һыуынан ванна алырға мөмкин, минераль сығанаҡтарҙың скважиналары шифахана биләмәһендә үк урынлашҡан. Әлеге һыу сифат күрһәткестәре буйынса Сочиҙың “Мацеста” курортындағы данлыҡлы сығанаҡтарҙың аналогы булып тора. Шулай уҡ “Рәсәйҙең минераль һыуҙары” конкурсы лауреаты булған “Нурлы” эсемлеге – шифахананың төп хазиналарының береһе. Ҡала уртаһында ошондай дауалау факторҙарының булыуы беҙҙең курортҡа ҙур мөмкинлектәр бирә.
Нигеҙҙә, “Йәшел сауҡалыҡ” йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу, нервы, аш һеңдереү, һөйәк-мускулдар системалары, тире һәм гинекологик ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Әммә бының менән генә сикләнмәй, һаулыҡ йорто йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын дауалау, инфаркт, инсульт кисергән, йөрәккә операция яһатҡан сирлеләрҙе реабилитациялау буйынса ла махсуслашҡан. Башҡортостанда бындай йүнәлештә эшләгән шифаханалар башҡаса юҡ. Бында, әлбиттә, белгестәрҙең юғары квалификациялы булыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Рәмил Рафаэль улы пациенттарҙы иң яҡшы табиптар ҡабул итеүен билдәләне:
– Беҙҙә көслө белгестәр эшләй. Уларҙың өсәүһе – медицина фәндәре докторы, бишәүһе – фән кандидаты. Ике йылдан ашыу элек бында минең менән бергә “Янғантау” шифаханаһынан юғары квалификациялы кадрҙар килде. Сирлеләрҙе бит биналар дауаламай, барыһын да профессиональ белгестәр хәл итә. Был йәһәттән хеҙмәткәрҙәремдән уңдым, бындай көслө команда башҡа һаулыҡ йорттарында юҡ тиерлек. Ял итеүселәр, дауаланыусылар һәр ваҡыт ҡәнәғәт ҡала, рәхмәттәр әйтеп хушлаша.
Пациенттар шифахана-курорт дауалауҙың 14 стандарты һәм лицензияланған медицина эшмәкәрлегенең 46 төрө буйынса һауыҡтырыла, егерменән ашыу өҫтәмә дауалау-сәләмәтләндереү программаһы ҡулланыла. 2013 йылда “Йәшел сауҡалыҡ” тарихында тәүгә ГОСТ ИСО 9001-2011 (халыҡ-ара стандарт) буйынса сифат менеджменты системаһы индерелде. Белгестәрҙән кардиолог, невролог, гастроэнтеролог, диетолог, колопроктолог, гинеколог, уролог, озонотерапевт, гирудотерапевт, физиотерапевт, рефлексотерапевт, дерматовенеролог, пульмонолог, педиатр, трансфузиолог, эндоскопист, косметолог эшләй. Һуңғыһы мине, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Хәйер, матурлыҡ булдырыусы белгестәр хаҡында – бер аҙ һуңыраҡ.

Йәшәү көсө бүләк итә “Йәшел сауҡалыҡ”Иң мөһиме – хеҙмәтләндереү сифаты

Республиканың иң ҙур күп профилле бальнеология шифаханаларының береһе йыл әйләнәһенә эшләй. Бында бер юлы 700-ҙән ашыу кеше дауалана ала, улар барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған дүрт йоҡо корпусында бер, ике урынлы, “люкс” бүлмәләрендә урынлаштырыла.
– Ике йыл элек бында дауалау-диагностика комплексы булдырылды, унлаған яңы бүлек асылды, – тип һүҙен дауам итте етәксе. – Унда тар белгеслек хеҙмәткәрҙәре эшләй. Бығаса бинала бассейн һәм спорт залынан башҡа бер нәмә лә юҡ ине. Шулай уҡ спорт-сәләмәтләндереү комплексы, “GREEN PALACE” эстетик медицина һәм косметология үҙәге, ике ҙур ашхана, ял итеү һәм сервис үҙәге, балалар ҡаласығы, ресторандар, кафе, магазиндар эшләй. Шифахана биләмәһен йәшелләндереү (быйыл ғына 300-ҙән ашыу шыршы, ҡарағай үҫентеһе ултыртылған. – Авт.), корпустарҙы төҙөкләндереү, инженерлыҡ коммуникацияларын алмаштырыу, заманса технологиялар урынлаштырыу, яңы дауалау ысулдарын үҙләштереү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы: йылдан-йыл бында килеүселәр һаны арта. 2010 йылда 8254 кеше сәләмәтлеген нығытһа, 2011-ҙә – 9108, 2012-лә – 9858, үткән йылда 9947 кеше дауаланды. Билдәле һаулыҡ йортоноң географияһы ла киңәйә: Башҡортостандан тыш, “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Төмән, Ульяновск өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, сит илдәрҙән киләләр.
Директорҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, беҙгә алыҫ Себер яҡтарынан килгән ял итеүсе тап булды. Дауалау корпустары менән танышып, береһенән икенсеһенә йөрөгәндә иғтибарымды парктағы эскәмйәлә урынлашҡан бер төркөм йәлеп итте. Ир кеше, үҙен уратып алған ҡатындарҙы ауыҙына ҡаратып, көлдөрә-көлдөрә ниҙер һөйләй ине. Йәнле әңгәмәләрен бүлдергән өсөн ғәфү үтенеп, төп һөйләүсенән шифахана тураһында тәьҫораттары менән бүлешеүен һораным. Үҙен Б.А. Кан тип танытҡан ир Ханты-Манси автономиялы округынан килгән икән:
– Нисәмә шифаханала ял иткәнем бар, әммә бындай хеҙмәтләндереүҙе бер ерҙә лә күргәнем булманы. Дауалау процедураларының юғары сифаты, хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарлы, инсафлы мөғәләмәһе, биналарҙың таҙалығы, тәбиғәттең матурлығы, сафлығы, бешерелгән аштарҙың тәмлелеге иҫ китмәле. Киләһе йылға тағы ла килергә уйлайым, бөтә таныштарыма ла кәңәш итәсәкмен. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта бында Себерҙән унлаған кеше дауалана.
Эйе, был “ожмах утрауы” бөтә Рәсәйгә киң билдәле. Ҡасандыр бында Михаил Калашников, Игорь Волк, Лев Лещенко, Иосиф Кобзон, Людмила Гурченко, Алексей Баталов, Константин Хабенский һәм башҡа бик күп билдәле кеше ял иткән. Улар барыһы ла – шифахананың почетлы ҡунаҡтары исемлегендә. Әйткәндәй, Константин Хабенский үткән йылда үҙенең Бөтә Рәсәй ижади үҫеш фестивален тап бында үткәрҙе.
Эйе, яңыртылған биналар, хеҙмәтләндереү сифаты юғары талаптарға, халыҡ-ара стандарттарға яуап бирерлек шул! VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар ҙа “Йәшел сауҡалыҡ”та урынлаштырылғайны. Учреждение хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, улар бик ҡәнәғәт ҡалған. Баһа биреү китабында Монголия командаһы спортсылары түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырған: “Ҡаршы алыусылар, уларҙың беҙгә мөнәсәбәте бик оҡшаны. Һеҙҙең төбәк менән танышыуыбыҙға ифрат шатбыҙ”.
2015 йылда һаулыҡ йорто ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Бында 700-ҙән ашыу кешене урынлаштырыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта төп иғтибар ошо мөһим сәйәси ваҡиғаға әҙерләнеүгә йүнәлтелгән: ремонт, биләмәне төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре дауам итә.

Йәшәү көсө бүләк итә “Йәшел сауҡалыҡ”Сәләмәтлекте нығытыу – төп маҡсатыбыҙ

Шифахана менән танышыуҙы дауам итеп, ниһайәт, матурлыҡ үҙәгенә лә килеп еттек. Бында профессиональ косметологтар бит һәм тән буйынса бөтә төр дауалау-косметология процедураларын үткәрә. “Баллы терапия” башҡорт линияһы, “Эрбет менән дауаланыу” мини-саунаһы, ылымыҡҡа төрөнөү, солярий, сауна, парафин терапияһы клиенттарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Процедуралар Израиль, Франция, Испания аппараттары ярҙамында башҡарыла. Үҙәктә шулай уҡ туғыҙ төрлө массаж яһайҙар. Был хеҙмәттәрҙән ял итеүсе генә түгел, ситтән килгән гүзәл зат та файҙалана ала. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре: косметология үҙәгенән тыш, ҡала халҡы өсөн спорт-сәләмәтләндереү комплексы, ял итеү һәм сервис үҙәге ишектәре лә һәр ваҡыт асыҡ. Мәҫәлән, теләгән һәр кем бассейнға аквааэробика буйынса дәрестәргә йөрөй ала.
Бындағы етәкселек шифахана мөмкинлектәренән һәр яҡлап файҙаланырға тырыша: ҡышын һаулыҡ йорто биләмәһендә һырғалаҡ һәм бер километр ярымлыҡ саңғы трассаһы әҙерләнә. Спорт инвентары прокатҡа бирелә. Йәй көнө велосипедта йөрөргә була. Ҡаланан ситкә сыҡмайынса, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләүселәр йылдан-йыл күбәйә.
Үҙенең “курорт”лығын юғалтҡан ерҙән, һуңғы йылдарҙа был йәһәттән байтаҡ эш башҡарылып, учреждение йәнә матур ял итеү үҙәгенә әүерелде. Әммә, Рәмил Бәҙретдинов билдәләүенсә, төп тәғәйенләнеште юғалтырға ярамай:
– Беҙҙең өсөн кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу, сирлеләрҙе дауалау төп маҡсат булып ҡала. Шифалы тәбиғәт факторҙарынан, уңайлы климаттан файҙаланып, мөмкин тиклем күберәк кешенең тормошон яҡшыртырға теләйбеҙ. Беҙҙә дауаланғандар физик яҡтан ғына түгел, психологик, рухи йәһәттән дә нығына, көс йыя. Профессиональ команда, тейешле мөхит, тәбиғәт шарттары – барыһы ла быға булышлыҡ итә.
Осрашыу һуңында “Нурлы” минераль һыуы фонтаны янына килеп баҫтыҡ. Һыу менән дауаланыу процедураһы яңы башланып тора ине. Пациенттар берәм-берәм һауыттарын тултырып китте. Йөҙҙәрендә – шат йылмайыу, телдәренән маҡтау һүҙе китмәй. Улар ҙа, ҡартатайым кеүек, бында үткәргән көндәрен иң матур осор тип иҫләп ҡалыр, моғайын, тигән уй йүгереп үтте башымдан...
Рәмил Рафаэль улы беҙҙе ныҡлы сәләмәтлек теләп оҙатып ҡалды.


Автор: Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20