Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сал Уралдың ике нуры
Сал Уралдың ике нуры
Республиканың ике яғында урынлашҡан Баймаҡ менән Илеш араһында Урал һырттары, мең километрҙан ашыу ара ята. Шулай ҙа был төбәктәрҙе берләштергән бер сифат бар: ике район бына инде илле йыл бер-береһе менән дуҫ һәм татыу йәшәй, аралаша, ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре менән уртаҡлаша, эш тәжрибәләре менән бүлешә. Ғөмүмән, туғандаш райондар халҡы үҙ-ара дуҫлыҡҡа тиҫтә йылдар буйына тоғро ҡала. Йырлы Баймаҡ, моңло Илеш яҡтарының тәбиғәте һәм халҡы төрлө булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың яҙмыштарында ла уртаҡлыҡ бар: Баймаҡ ерен сит ил сәнәғәтселәре талаған, Илеш далаларын алпауыт көтөүҙәре тапаған. Ике төбәк тә, берҙәй ауырлыҡ кисереүгә ҡарамаҫтан, төрлө йылдарҙа ауыл хужалығын күтәрә, мул иген үҫтерә, күпләп мал аҫрай. Ҡасандыр көрәш майҙанына сыҡҡан ике батыр һымаҡ, социалистик ярышҡа күтәрелгән Баймаҡ менән Илеш халҡы бөгөн дуҫлыҡҡа дан йырлай, тоғролоҡ өлгөһө күрһәтә. Ике туғандаш райондың уртаҡ байрамы, уны билдәләү, ғөмүмән, Баймаҡ-Илеш дуҫлығы тураһында һорашып Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат СИТДЫҠОВҠА мөрәжәғәт иттек.


— Илшат Хәмит улы, Баймаҡ-Илеш дуҫлығының тарихына күҙ һалғанда...
— Ул, әлбиттә, тәрәнгә барып тоташа. 1964 йылда ауыл хужалығы буйынса республиканың төрлө райондары араһында социалистик ярыш ойошторола. Баймаҡҡа Илеш тура килә. Ул саҡта ике район да игенселек буйынса дан тотҡан була. Мәҫәлән, 1978 йылда Башҡортостан ил бураларына юғары сифатлы 2 миллион 802 тонна иген һалһа, шуның 110 мең тоннанан ашыуы — Илештеке, 115 тонна самаһы Баймаҡтыҡы булып сыға. Төрлө йылдарҙа ике район көсөргәнешле хеҙмәттә, көрәш дәртендә, ярыш сәмендә үҙ-ара майҙан тотто.
— Белеүебеҙсә, ул йылдарҙа барлыҡ райондар ҙа үҙ-ара туғандаштарға әйләнгән. Әммә бөгөн Баймаҡ-Илеш дуҫлығы ғына йәшәй. Сәбәбе ниҙә?
— Ҡайһы бер йылдарҙа дуҫлыҡтың өҙөлгән саҡтары ла булды. Был урындағы етәкселеккә бәйле. Мәҫәлән, беҙҙең оҙаҡҡа һуҙылған дуҫлыҡтың бөгөнгә тиклем йәшәүендә уҙған быуат аҙаҡтарында Баймаҡ районына етәкселек иткән Әкрәм Ниғмәтуллиндың роле ҙур. Әкрәм Әғзәм улы Баймаҡ-Илеш дуҫлығын тергеҙҙе, уға яңы һулыш өрҙө. Тап уның башланғысы менән илештәр баймаҡтарҙың һабантуйына килһә, беҙ уларға йөрөй башланыҡ. Өҙөлгән дуҫлыҡ ептәре нығынды, ике район халҡы мәҙәниәт, мәғариф, ауыл хужалығы буйынса тығыҙ хеҙмәттәшлек итте, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
— Шулай ҙа илештәр баймаҡтарҙан ни яғы менән айырыла?
— Ниндәй айырма булһын инде? Күптән туғанлашып бөттөк бит (көлә)! Иң төп айырма тәбиғәт шарттарындалыр: унда яҙ иртәрәк килә, тәбиғәт тә мәрхәмәтлерәк. Һәр төбәккә үҙ йолалары хас, йәшәү рәүеше лә башҡасараҡ. Әммә илештәрҙе беҙҙең район тәбиғәтенең хозурлығы, саф һыулы Талҡаҫ күле, баймаҡтарҙың ҡунаҡсыллығы һәм йыр-моң яратыуы һоҡландыра. Улар баҫыуҙарҙың иркенлегенә, йылҡының күплегенә, далаларҙың йәйрәп ятыуына хайран ҡала. Илештәрҙең Өфөгө яҡын булыуы, район биләмәһе аша федераль трассаның үтеүе, әлбиттә, иҡтисади яҡтан ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра.
— 50 йыл аҙ ғүмер түгел. Ошо йылдар эсендә Баймаҡ-Илеш дуҫлығын сағылдырған ниндәй сараларҙы иң мөһиме тип һанайһығыҙ?
— Йыл һайын ике район ҙур делегация менән бер-береһенең һабантуйҙарына йөрөй – дуҫлыҡтың иң матур өлгөһө был. Беҙ унда осрашып ҡына ҡалмайбыҙ, пландарыбыҙ, эштәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ, артабанғы хеҙмәттәшлек юлдарын барлайбыҙ. Ике төбәктең хеҙмәт алдынғыларын, уңған һәм егәрле халҡын сағылдырған “Баймаҡ — Илеш” тигән китаптың сығыуын да ошо дуҫлыҡтың емеше, мәңгелек һәйкәле тип атар инем. Тиҫтәләп йыл элек ике район хакимиәте ярҙамы менән “Баймаҡ — Илеш” исемле гәзит тә сыға ине. Ә Илеш ҡыҙҙарының Баймаҡҡа килен булып төшөүе, беҙҙекеләрҙең уларҙың егеттәренә кейәүгә сығып, матур донъя көтөүе лә ошо дуҫлыҡтың тәрән тамырлы икәненә дәлил түгелме һуң?! Быуындар бәйләнеше менән бергә Баймаҡ-Илеш дуҫлығы ла дауам итәсәк.
— Байрам уңайынан үткәреләсәк сараларға килгәндә...
— Уны ҙурлап билдәләү ҡаралған. Иртәгә беҙ уларҙың һабантуйына барып, Илеш төбәгендә дуҫлығыбыҙҙың ярты быуатлыҡ юбилейы сараларында ҡатнашһаҡ, 12 июндә илештәр Баймаҡҡа килә. Ике райондың йәштәрен ошо рухта тәрбиәләү, уларға әлегәсә йәшәп килгән матур йола өлгөләрен күрһәтеү, дауам итеү маҡсатында көҙ Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында Баймаҡ-Илеш дуҫлығына арналған саралар дауам итәсәк. Баш ҡалабыҙҙа йәшәгән Баймаҡ һәм Илеш халҡы, студенттарыбыҙ менән осрашыуҙар, төрлө кисәләр үтәсәк. Ғөмүмән, юбилей саралары йыл буйына бара.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Баймаҡ-Илеш дуҫлығы артабан да оҙаҡ йылдар дауам итһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә