Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайҙар ҙа миҙалға лайыҡ!
Атайҙар ҙа миҙалға лайыҡ!
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Лилиә Ғүмәрова күп балалы ҡатындарға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.


– Иң мөһиме — балалар шатландырһын, ә матди мәсьәләләр тиҙерәк хәл ителһен ине. Һеҙҙең кеүек уңған ҡатын-ҡыҙ үҙ ауылында, ҡалаһында барыһына ла өлгө булырға тейеш. Шул саҡта татыу ғаиләләр артыр, етемдәр кәмер, балалар йорттарына мохтажлыҡ ҡалмаѕ ине, – тине вице-премьер.
Тантана был юлы айырыуса йылы шарттарҙа үтте. Бер нисә әсә үҙҙәре ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Улар, әлбиттә, әсәлек бәхетенә, ғәзиз балаларға бағышланғайны. Сығыштарҙы барыһы ла тулҡынланып тыңланы, ә вице-премьер матур тәҡдим әйтте.
– Беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бала үѕтереп һәм төрлө урында эшләп кенә ҡалмай, ижад итергә лә ваҡыт таба. Әйҙәгеҙ, күп балалы әсәләрҙең шиғырҙарын йыйынтыҡ итеп нәшерләйек, – тине ул.
Ҡатындар, әлбиттә, шатланып ризалашты, күптәрҙең йөҙөндә ижади ҡомар сатҡылары балҡыны. Әйткәндәй, бүләкләнеүселәр республиканың төрлө төбәгенән килгән. Туймазы, Ишембай, Иглин, Ҡырмыѕҡалы райондарынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан вәкилдәр байтаҡ булды. Әсәләр етәкселеккә рәхмәт әйтте, бер-береһен ҡотланы. Ә Стәрлетамаҡтан килгән Сәйҙә Мирзаева иренә һәм уның йөҙөндә барлыҡ ир-атҡа рәхмәтен әйтте.
– Әгәр яныбыҙҙа аңлап, һәр саҡ ярҙам итеп, ғаиләһен ҡарап торған ирҙәребеҙ булмаһа, был тиклем бала тәрбиәләп тә булмаѕ ине. Шуға күрә уларҙы ла онотмайыҡ, атайҙар ҙа миҙалға лайыҡ, – тине ул. – Мин уҡытыусы инем, тик кейәүгә сығып декрет ялына туҡтағас педагогик эшмәкәрлегем онотолдо. Балаларымда “иренем” тип әйтә алам һәм ошоноң менән бик бәхетлемен.
Ишембай ҡалаһынан Гөлназ Абыҙгилдина ла иғтибарҙы йәлеп итте. Ипле, нәзәкәтле генә ханым яуаплы урында эшләй – суд белгесе. Ире Зиннур менән Сабир, Ләйсән, Азамат, Самат, Алмас исемле балаларға ғүмер бүләк иткәндәр. Ире – юрист.
– Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашҡым килә, былтыр дәүләт беҙгә торлаҡҡа сертификат бирҙе. Беҙҙең хәҙер Ишембайҙа биш бүлмәле, ике ҡатлы иркен, матур йортобоҙ бар. Әле балалар менән бергәләп ремонт яһайбыҙ, оҙаҡламай инербеҙ тип торабыҙ. Етәкселек күп балалы ғаиләләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай, шөкөр, шатланып, дәртләнеп йәшәйбеҙ, – тине ул.


Автор: Ә. МИҢҒӘЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә