Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғәткә тоҡһоҙ сыҡмағыҙ…
Тәбиғәткә тоҡһоҙ сыҡмағыҙ…
Ҡояшлы май айының күркәм бер көнөн «Лидер» инициатив төркөмө Ашҡаҙар йылғаһы ярын сүп-сарҙан таҙартыуға бағышланы. Бер нисә сәғәт эсендә генә йылға буйынан байтаҡ ҡый йыйылды. Ниҙәр генә юҡ бында: ватыҡ шешәләр, пластик һауыттар, аяҡ кейемдәре, машина тәгәрмәстәре. Бигерәк тә араҡы шешәһенең күплеге хайран итте. Тәү ҡарауға көн буйы йөрөһәң дә йыйып бөтә алмаҫһың кеүек. Әммә “күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй” тип тырышҡан ирекмәндәр тиҙ арала әллә күпме юл үтеп, әллә нисәмә тоҡ сүп-сар йыйып та ҡуйҙы.


Нисек кенә булмаһын кеше үҙе йәшәгән ерҙе бысратырға түгел, ә таҙартырға, биҙәргә тейештер. Экологик өмәлә ҡатнашыусылар ҙа ҙур энтузиазм, оптимизм һәм хеҙмәт емештәренең бушҡа булмауына ышаныс һәм өмөт менән таҙартты тирә-яҡты. Төрлө йәштәге (араларында күптән ата-әсә булғандар ҙа, яңы ғына уҡыу йорто тамамлаусылар ҙа бар) ҡала кешеләре эштән һуң ваҡыттарын йәлләмәй тәбиғәтте һаҡлауға сығып, изге һәм файҙалы шөғөл менән башҡаларға өлгө күрһәтте. Хатта яр буйына ял итергә килгән ҡайһы бер кешеләр уларға ҡушылып сүп-сар йыйырға тотоноп китте. Ашҡаҙар буйында йәшәгән халыҡ һәм ял итеүселәр акцияла ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтенә битараф ҡалмаҫ һәм яңынан ҡый ташларға батырсылыҡ итмәҫ тип ышанғы килә.
Әле йәй башланып ҡына тора. Эсәр ҡоҙоғоңа төкөрмә, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Ял итергә сыҡҡанда сүп-сар өсөн махсус тоҡ алығыҙ. Бушаған шешә, консерва һауыттарын йылға-күл буйҙарына ташламайыҡ. Юғиһә көнкүреш ҡалдыҡтарының тәбиғи ысул менән тарҡалыуы бик оҙаҡ, шуға ла ул ер өҫтөндә зарар сығарып ятасаҡ.



Тәмәке төпсөгө 10-12 йыл, күндән тегелгән аяҡ кейеме — 25 — 40, пенопласт стакандар — 50, автомобиль покрышкаһы — 50 — 80, пластик контейнерҙар 50 — 80, алюмин банкалар 200 — 500 йыл, пластик шешәләр — 450, бер ҡулланылған подгузник — 500, пластик пакеттар 200 — 1000 йыл эсендә саҡ сереп юҡҡа сыға.




Һүҙ — акцияла ҡатнашыусыларға

Марат ХАФИЗОВ, яҙыусы:
— Был төркөм өс ай элек кенә барлыҡҡа килде. Яңы дуҫтар менән тәүге тапҡыр уҡытыу үҙәгендә ойошторолған «Шәхси үҫеш» тренингында таныштым. Әлеге ваҡытта беҙҙә туғыҙ кеше иҫәпләнә. Ҡалала иң яҡын йылғаларыбыҙҙың береһе – Ашҡаҙар. Шуға изге эштәребеҙҙең иң тәүгеһен күп кеше ял иткән урындан — ҡала пляжы эрәгәһенән башланыҡ.

Винера ТӘМЕРБӘКОВА, страховкалау агенты:
— Беҙҙе туплаған төркөм экологик акциялар менән генә сикләнеп ҡалмай. Төрлө яҡтан ярҙамға мохтаж кешеләргә ярҙам итергә теләйбеҙ. Яңыраҡ ҡына Шахтау ҡасабаһында Церебраль паралич ауырыуы менән яфаланған балалар өсөн реабилитация үҙәге асыласағын ишетеп ҡалдыҡ та төҙөлөшкә ярҙам итергә булдыҡ. Бөгөнгө өмә тураһында ҡала хакимиәтенә хәбәр иткәс, унда ла беҙҙе аңлау менән ҡабул иттеләр һәм бирсәткәләр, тоҡтар бүлеп бирҙеләр. Шулай уҡ йыйылған ҡалдыҡтарҙы сығарырға вәғәҙә иттеләр.


Автор: Эльдар ФӘТТӘХОВ. Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә