Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдәрҙә өмөт уята
Күңелдәрҙә өмөт уята
Бөгөнгө тормошобоҙға баҡһаң, хайран ҡалырлыҡ: иртәнән алып кискә тиклемге ваҡыт арауығы, үкенескә ҡаршы, донъя артынан ҡыуыуға ҡоролған һымаҡ. Мал, аҡса, затлы әйбер, “текә” машина... Тик бына һаулығыбыҙ хаҡында ғына ҡайғыртырға ваҡыт юҡ.
Әммә сәләмәтлегең булмаһа, байлығың да, хатта икмәгең дә күҙгә күренмәй шул. Был хәҡиҡәтте яҡшы аңлайбыҙ ҙа ул, ә һаман да сәләмәт тормош алып барыуҙы, спорт менән шөғөлләнеүҙе, ял ваҡытын дөрөҫ ойоштороуҙы артҡы планға ҡалдыра киләбеҙ. Йәшерен-батырын түгел, бар өмөтөбөҙ, күҙ төбәп торғаныбыҙ – табиптар. Шуға күрә һүҙ сәләмәтлеккә ҡағылғанда медицина өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр хаҡында яҙыуыбыҙ һис осраҡлы түгел. Шуларҙың береһе – ҡаланың билдәле табип-онкологы Раил Ғарифуллиндың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләмәксемен.


…Яҙ етеү менән Әрмет йылғаһының туғайҙары гөж килә башлай. Бер ерҙә сыр-сыу килгән бала-саға футбол типһә, икенсе урында егет һәм ҡыҙҙар лапта уйнай. Улар араһында Раил ғына юҡ, ул өйөндә “бикләнгән”. Таганрог хәрби-медицина академияһының әҙерлек курсында уҡып йөрөгән үҫмер химия, физика фәндәренән мәсьәлә сисеү менән мәшғүл. Бына шулай мәктәп йылдарынан уҡ медицинаға әҙерләнеп килә Раил Фәйзулла улы. Хатта ҡайһы саҡта тиҫтерҙәре менән бергә уйнар ваҡытын да “ҡорбан” итеп, мәктәптә алған белем менән генә сикләнмәйенсә, көнө-төнө төрлө сығанаҡтарҙы үҙләштерә. Тырышлыҡ, әлбиттә, бушҡа китмәй: мәктәпте тамамлағас, тыуған төйәге Ишембай районының Үрге Әрмет ауылын ҡалдырып, Башҡортостан дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә.
Дәрестәрҙән һуң бер нисә урында эшләү, ваҡыт тығыҙлығы юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлауға ҡамасаулай алмай. Йәш белгес, диплом алып, Стәрлетамаҡҡа эшкә ҡайта.
Хеҙмәт юлын амбулаторияла башлай Раил Ғарифуллин. Кескәйҙәргә диагноз ҡуя, бәләкәй операциялар яһай. Алты йыл эшләгәндән һуң уны ҡаланың 1-се клиник дауаханаһына – онкология бүлексәһенә – өлкән пациенттарҙы дауаларға саҡыралар. Бына 13 йыл инде ошо бүлексәлә операциялар яһау менән мәшғүл табип.
– Йылына 200-ҙән ашыу ҡатмарлы операция эшләргә тура килә, вағыраҡтары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Шуныһы бигерәк тә үкенесле: онкологик сирҙәр йылдан-йыл күбәйә, – тип әсенә Раил Фәйзулла улы. – Әлбиттә, хәҙер заманса технологиялар ауырыу хаҡында күберәк мәғлүмәт бирә, төплөрәк иҫкәртә. Әммә сәбәп бында ғына түгел: экологик хәл, мәшәҡәтле тормошта йәшәү, дөрөҫ туҡланмау сирҙәрҙең артыуына килтерә. Уйлап ҡарағыҙ: ҡышын ниндәй емеш-еләк, йәшелсә булыуы мөмкин? “Магазин кәштәләрендә, баҙарҙарҙа тулып ята бит!” – тиерһегеҙ. Бындай йәшелсәнең файҙаһы бик самалы. Өҫтәүенә көн тәртибе нисек ҡоролған беҙҙең: йорт – эш – йорт... Телевизор, компьютер… Ғөмүмән, һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең йәшәү рәүешенә ныҡ бәйле, әммә был хаҡта һуңлап ҡына аңлайбыҙ.
Табиптың бурысы – ауырыуҙы, һаулығына ниндәй мөнәсәбәттә булыуына ҡарамаҫтан, аяҡҡа баҫтырыу. Раил Ғарифуллин өсөн ҡатмарлы операциялар, дежурға ҡалыу, ял көндәрендә лә пациенттарҙың хәлен белешеү – береһе лә ят түгел. Юғары категориялы табип тигән дәрәжәле исеменә рәхмәт һүҙҙәре лә йыш өҫтәлә икән, тимәк, ул халыҡ һөйөүен яулаған тигән һүҙ. Хәйер, ауырыуҙарҙың: “Операцияны Раил Фәйзулла улының яһауын теләйбеҙ”, – тип әйтеүе – үҙе үк юғары баһа.
Баһа, тигәндән, тормошта төрлө хәл тыуып ҡына тора. Дүрт аяҡлы аттың да ҡайсаҡ абынып китеүе ихтимал. Табиптың бер хатаһы арҡаһында бөтә медицинаны күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткәндәр ҙә юҡ түгел. Бына нимә ти был хаҡта хирург:
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, һәр диагноз, операция – табип өсөн ҙур яуаплылыҡ. Кеше ғүмере уйын түгел. Шуға күрә беҙҙең өлкәлә һәр аҙымды ҡырҡ ҡат үлсәп баҫыу зарур. Шулай ҙа телеэкрандарҙағы мәғлүмәткә таянып, бер яуапһыҙ белгестең хатаһын иҫтә тотоп, дөйөм медицина хаҡында кире фекер тыуҙырғандарҙы аңламайым. Бәлки, шуғалыр ҙа арабыҙҙа йәш быуын вәкилдәре һирәгәйә. Һүҙ ҙә юҡ, ауыр операция яһауға ҡарағанда ҙур ҡалаларҙа дарыуханала эшләүе табышлыраҡ та, еңелерәк тә. Ғөмүмән, медицинаны камиллаштырыу, яҡшыртыу йәһәтенән башҡараһы бурыстар күп әле. Финанслауҙан тыш, йәмғиәттең һаулыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртегә кәрәк, минеңсә.
Яман шеш ауырыуына ҡаршы көрәште көндәлек бурысына әүерелдергән онкологтарға уңыш юлдаш булыуын һәр кем теләйҙер. Ныҡлы һаулыҡ һеҙгә, Раил Фәйзулла улы, күңелдәргә өмөт биреп, эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ әле!




Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 0

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4

Республикала БПЛА осороу сикләнә

Республикала БПЛА осороу сикләнә 27.04.2026 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә