Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫеш баҫҡыстары
Үҫеш баҫҡыстарыРәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына – 70 йыл

К емдәр һуң ул беренсе быуын уҡытыусылары? Һүҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте мөғәллимдәренән башлайыҡ. Бына улар — үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте, кешелеклелеге, балаларға иғтибары менән уларҙа тәрән ихтирам яулаған Нәфисә Илһамова, Ләйлә Ваһапова, Сажиҙә Зайлалова һәм Мәрйәм Ғималова. Был исемлектән икәүһе республикабыҙҙың башҡорт мәктәптәре өсөн әҙәбиәт дәреслеге авторҙары булып китте.
Уҡытыусылар дәрес үткәреү, бала менән айырым эшләү менән бер рәттән, мәктәпкә даими рәүештә әҙиптәрҙе саҡыралар. Кирәй Мәргән, Сәйфи Ҡудаш, Сәғит Агиш, Мостай Кәрим, Ғариф Ғүмәр, Зәйнәб Биишева, Рәшит Ниғмәти, Кәтибә Кинйәбулатова менән осрашыуҙарҙы көтөп ала ине балалар. 1957 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Фәнис Исхаҡов бына нимә ти: "Ошо шәхестәр йоғонтоһо һәм уҡытыусыбыҙ Мәрйәм Ғималованың ҙур тырышлығы арҡаһында беҙҙең быуын араһынан әҙәбиәткә бер юлы өс шағир килде — Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин һәм Рәйес Низамов".
1950 йылдың 20 ғинуарында Мәскәү әҙәбиәт институтынан уҡытыусыһы Мәрйәм Ғималоваға Рәмиҙең яҙған хатынан бер юл: "Мәрйәм апай! Минең вуздағы беренсе йылымдың уңыштары өсөн һеҙгә бөтә йөрәктән рәхмәт әйтәм..."
Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән дә бик һәләтле уҡытыусылар уҡытты: Э. Әхмәрова, М. Хәйруллина, Р. Ниғмәтуллина, Ә. Йыһаншина, А. Сухобай, Л. Хәсәнова һәм Л. Ғәлимова.
1954 йылда тарих факультетын тамамланым, 1-се республика интернат-мәктәбенә эшкә килдем. Институт дипломы бар, ләкин бер генә көн дә мәктәптә эш тәжрибәм юҡ, ә үҙем бик көслө коллективҡа килеп эләктем. Барлыҡ фәндәрҙән дә бик тәжрибәле һәм көслө уҡытыусылар эшләй, шул саҡ минең башта шундай уй йөрөнө: бер ваҡыт ошо уҡытыусылар кеүек дәрес биреп булырмы икән? Шуға күрә методик яҡтан үҫер өсөн төндәрен йоҡламай күп эшләргә, өҫтәмә материал уҡырға тура килде. Шуныһына шатлана инем: һәр тәжрибәле уҡытыусы йәш уҡытыусыларға ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер ине. Беренсе быуын уҡытыусыһы Мәхмүзә Мөхәмәҙиеваға рәхмәтлемен, ул географиянан уҡытты.
9-сы мәктәптә ул йылдарҙа бер уҡытыусыға ла эшләү еңел булмағандыр. Был мәктәп алдында торған мөһим бурыстарға, шул уҡ ваҡытта ҡабул ителгән балаларҙың контингентына бәйле. Бына немец теле уҡытыусылары Рәйсә Еникееваға (Ғафарова) һәм С. Ҡудашеваға балалар менән эшләү икеләтә, бәлки, өсләтә ауырға тура килгән, сөнки ауыл мәктәптәренең күбеһендә сит телдәр, уҡытыусылар етешмәү арҡаһында, бөтөнләй уҡытылмаған. Бында ошондай әҙерлекһеҙ килгән балаларҙы ике-өс йыл эсендә юғары уҡыу йорттарына әҙерләп өлгөрөргә кәрәк. Рәйсә Ғимал ҡыҙы һәм С. Ҡудашева көстәрен йәлләмәй, дәрестәрҙә балалар менән махсус программа буйынса эшләй, дәрестән һуң да улар менән өҫтәмә шөғөлләнә.
Урыҫ теле уҡытыусылары араһынан Әминә Йыһаншина бик нескә күңелле булды, фәне, уҡыу методикаһы буйынса әҙерлеге юғары ине. Әлбиттә, уҡытыусыларға балалар йорттарынан килгәндәр менән эшләү күпкә ауыр ине. Шуға ҡарамаҫтан, Әминә Йыһаншина ошо кластарҙы үҙе һорап ала торғайны, уларға иҫ киткес йылы ҡарашта булды, шуға балалар уға туған әсәләренә ҡараған кеүек ҡараны.
Был йылдарҙа тәжрибәле урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р. Ниғмәтуллина, Л. Хәсәнова һәм Л. Ғәлимовалар үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән уҡыусыларҙың оло ихтирамын яуланы. Барыһы ла алдынғы, тәжрибәле уҡытыусы-методист булараҡ республикала танылыу яуланы.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Хәлимә Ҡорбанаеваның исеме мәктәп тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды. Уның тураһында «Интернатым – пар ҡанатым» исемле китапта түбәндәге йылы һүҙҙәр әйтелгән:
«Республикабыҙҙың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның апаһы, талантлы педагог Хәлимә Абдулла ҡыҙы бөтә ғүмерен ошо мәктәпкә бирҙе. Ул мәктәп тормошо менән йәшәне, һәр баланың яратҡан тәрбиәсеһе була алды. Абруйлы уҡытыусы, оҫта методист булараҡ бик күп асыҡ дәрес үткәрҙе, үҙенең педагогик һәм тәрбиә алымдарын иптәштәре менән ысын күңелдән уртаҡлашты, һәр кемгә ярҙамға ынтылды. Хәлимә Абдулла ҡыҙы бигерәк тә арифметика, туған тел дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп үткәрә торғайны. Х. Ҡорбанаева, М. Ғималова менән берлектә ғилми-методик эштәрҙә лә ҡатнашты. Башланғыс мәктәп өсөн программа һәм диктанттар йыйынтығында М. Ғималованың авторҙашы булды. Мәғариф, уҡытыу өлкәһендәге уңыштары өсөн Х. Ҡорбанаева Ленин ордены менән бүләкләнде. 1950 – 1954 йылдарҙа СССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайланды».
Мәктәптең оло быуын уҡытыусылары тураһындағы һүҙҙе мәктәп тарихында намыҫлы хеҙмәте менән тәрән эҙ ҡалдырған Нәжибә апай Исмәғилева менән тамамлап ҡуяйыҡ. Ул – заманында институттың химия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған бик яҡшы белгес, мәктәп асылған көндән эшләй. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күргән уҡытыусы балаларға ихтирамлы, бик йылы ҡарашта ине, уларҙың күптәрендә үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләй алды, уның йоғонтоһонда ҡайһы бер уҡыусылары (Нәғимә Хафизова, Таһир Дәүләтбаев һ. б.) фән юлын һайланы, химия фәне кандидаттары булып китте.
Хеҙмәт тәрбиәһе тураһында. Иң тәүҙә интернат үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндерергә өйрәтә, өҫ-баш, аяҡ кейемен һәр кем таҙа йөрөтөргә тырыша, карауатты, бүлмәне тәртиптә тотоу ҙа — һәр кемдең бурысы. Мәктәптә һәм интернатта аҙна аҙағында барлыҡ урындар, майҙандар тәртипкә килтерелә. Ашханала ваҡыты-ваҡыты менән дежурлыҡ ойошторола. Ғайса Хөсәйенов әйтеүенсә, был — тамаҡ туйып ҡалған көндәр. Һуғыштың һуңғы йылдарында Сиған яланында мәктәптең картуф баҫыуы булған, утау, күмеү, һуңынан сығарыу, ашханаға алып ҡайтыу — быларҙың барыһы ла юғары класс уҡыусылары елкәһенә төшә.
9-сы мәктәптең беренсе ун йылғы эшенә йомғаҡ яһап, түбәндәгеләрҙе әйтергә мөмкин.
Беренсенән, республикабыҙҙың ул замандағы етәкселегенең, ҙур миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек күрһәтеп, етем балалар өсөн махсус уҡыу йорто асыуы бик ваҡытлы, ифрат мөһим аҙым булды. Бының бит сәйәси яғы ла бар. Өҫтө бөтөн, тамағы туҡ баланың дәүләт тураһындағы фекере лә үҙгәрә. «Бына беҙ ниндәй илдә йәшәйбеҙ икән. Дәүләтебеҙ етем балалар тураһында уйлай, ҡайғырта бит» тигән фекергә килә балалар. Икенсенән, уҡыу йорто тиҙҙән республикабыҙҙың милли кадрҙарын, милли интеллигенцияһын әҙерләү үҙәгенә әйләнгән.

1-се мәктәп-интернат
(1956–1990 йылдар)


Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы һәм партияның Өлкә комитеты 1956 йылдың 8 авгусында ошондай ҡарар ҡабул иткән: 9-сы Өфө башҡорт мәктәбе һәм интернаты базаһында яңы уҡыу йортон асырға.
Гимназия архивында мәктәп-интернаттың беренсе директоры Исмәғил Ғафаровтың хәтирәләре һаҡланған, унда ул үҙ коллективы тураһында бына нимәләр яҙа:
«Мин юл ярып барған ветерандарға рәхмәтлемен. Был кешеләр — гвардеецтар, сөнки улар ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалманы. Барыһына ла рәхмәтлемен".
«Мәктәп-интернат 1956 йылда властар тарафынан яңы типтағы белем усағы булараҡ, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен юғарыраҡ кимәлдә хәл итерлек уҡыу йорто итеп асылды. Әйтергә кәрәк, мәктәптә был яуаплы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырырлыҡ барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар ине. Мәктәп етәкселәре (И. Ғафаров һәм Р. Әхтәмова) юғары мәҙәниәтле, ҙур әҙерлекле, талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле, ғәҙел ине, уҡытыусының эшенә объектив баһа бирҙе, уҡытыусыларға, уҡыусыларға иғтибарлы, ихтирамлы булды. Шуғалыр ҙа уҡытыусылар араһында мөнәсәбәттәр асыҡ, эскерһеҙ, эшкә килге килеп тора ине», – тип яҙа ул йылдарҙа эшләгән М. Яхина, Л. Хәсәнова.
Мәктәп-интернатҡа әйләнеү менән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы тулыланды: 1956–1958 йылдарҙа тарих уҡытыусыһы булып мин, Әнүәр Әсфәндиәров һәм Ғәли Вәлиев, хеҙмәт уҡытыусылары Мәүлим Нурғәлиев һәм Василий Назаров, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Буранғолова, һыҙма, рәсем уҡытыусыһы Әмин Хәсәнов, физкультура уҡытыусыһы Виктор Клавдиев, тәрбиәсе Наилә Рәхмәтуллина эшкә ҡабул ителде. Улар килгәс, уҡыу йортонда эш һиҙелерлек йәнләнде.
Мәктәптең матди-техник базаһы ла уҡытыу эштәре алдында торған яуаплы бурыстарҙы үтәрлек ине. Дүрт ҡатлы заманса бинаның (Красин урамы, 33-сө йорт) беренсе ҡатында ашхана, хужалыҡ блогы, ике оҫтахана, хакимиәт бүлмәләре, ә ҡалған ҡаттарҙа дөйөм ятаҡ һәм уҡыу бүлектәре урынлашты. Мөдирҙәренең тырышлығы арҡаһында физика (М. Яхина), химия (Н. Исмәғилева), биология (Р. Ибраһимова) кабинеттары йыһазландырылды.
Бынан тыш, уҡыусылар оҫтаханаларҙа ла күп файҙалы эштәр башҡарҙы. Шуны әйтергә кәрәк: 1959 – 1960 уҡыу йылында ғына уларҙа, мәктәп һәм башҡа учреждениелар заказдарын үтәп, 30 мең һумлыҡ эш башҡарылды. Уҡыусылар тәжрибә хужалығында институт менән килешеү нигеҙендә эшләне. Ул ике яҡ өсөн дә отошло булып сыҡты: институт уҡыусылар йөҙөндә эшсе көс тапты, ә беҙҙең уҡыусылар көнөнә 4 сәғәт тейешле практика үтте, ғалимдарҙан ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, белем алды, аҙмы-күпме аҡса ла эшләне.
Уҡыусылар йәй буйы палаткаларҙан торған комсомол-йәштәр лагерында йәшәне. Лагерҙың тормошона тулыһынса бригадирҙар советы (үҙидаралыҡ) етәкселек итте. Беренсе йәй уҡыусылар 32 мең һум, икенсе йәй – 40 мең һум, ә 1959 йылда 46 мең һум аҡса эшләне. Был аҡсаны файҙаланыу мәсьәләһен бригадирҙар советы үҙе хәл итә торғайны.
Республика һәм ҡала властарына Өфөлә 1-се мәктәп-интернат кеүек башҡорт мәктәбенең булыуы бик уңайлы ине, сөнки теләгән ваҡытта, теләгән сараға, бигерәк тә ситтән оло ҡунаҡтар килгәндә башҡортса кисәләр, башҡортса сығыштар менән саҡырып алып була, ул бер матур йолаға әйләнеп китте, был традиция бөгөн дә дауам итә. Мәктәп-интернат уҡыусылары барлыҡ ҡала һәм республика сараларында ҡатнашты. 1959 йылда Өфөлә баш ҡаланы Колчак ғәскәрҙәренән ҡотҡарыуҙың 40 йыллығына арналған тантаналар үтте. Төп саралар Өфөнән алыҫ түгел Ҡыҙыл Яр ауылында ойошторолдо, сөнки 1919 йылдың 9 июнендә В. Чапаев дивизияһы ҡаты бәрелештәрҙә Ағиҙел йылғаһын ошо урында кисә һәм Өфөнө ҡотҡара. Ошо тантанаға мәктәп-интернаттан юғары класс уҡыусылары ла саҡырылды, беҙҙең 50–60 уҡыусыға мәктәптең хәрби әҙерлек етәксеһе Кәшфи Мөхәмәтйәнов етәкселек итте.
Театрлаштырылған хәрби тамаша бик уңышлы булды, унда алған тәьҫораттар балалар күңелендә мәңгегә ҡалғандыр.
1959-1960 йылдың ҡышында мәктәп-интернат ҡаланың Рәсәй урамында урынлашҡан яңы бинаға күсә. Был урын бик уңайлы булып сыға: баш ҡаланың ҡап уртаһы, мәктәптә эшләйәсәк уҡытыусыларға эшкә йөрөү еңелерәк, тирә-яҡта буш ятҡан ерҙәр ҙә бар, унда дөйөм ятаҡтар төҙөргә мөмкин буласаҡ, спорт майҙансығы өсөн дә урын етерлек, бер нисә гектар майҙанда баҡсаһы ла бар.
Республикала ҙур абруй ҡаҙанған, бар урында ла һүҙе үткән министр Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина республика етәкселеген үҙ яғына ауҙара алған. Ҡала властары мәктәп бинаһын мәктәп-интернатҡа бирергә риза булған, һуңынан министр мәктәп янында ике ятаҡ төҙөткән. Өс ҡатлы уҡыу корпусында кабинеттар, беренсе ҡатта иркен оҫтаханалар, бынан тыш, икенсе ҡатта – ҙур спорт залы, ә өсөнсөлә тамаша залы урынлашҡан. Уҡыу кабинеттарынан лабораториялы химия һәм физика кабинеттары йыһазландырылды. Кабинет системаһына әле тулы мәғәнәһендә күселмәгәйне, сөнки балалар һаны 600-ҙән артып китеү сәбәпле, бүлмәләр етешмәне.
Мәктәп эргәһендә өсәр йөҙ урынлы ике ятаҡта 600 бала йәшәне, ятаҡтар араһында 300 урынлыҡ ашхана эшләне, ул йылы аралыҡ менән тоташтырылып, балаларға ятаҡтан ашханаға инеп йөрөү бик уңайлы ине.

Марат Хафизов,
мәғариф ветераны.
Өфө ҡалаһы.



(Дауамы. Башы 96-сы һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872