Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ата-әсәнең ризалығы — бәрәкәткә юл

Ата-әсәгә һүҙең, эшең аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, уларға ҡарата изгелекле булыу, ҡәнәғәтһеҙлек белдермәү — балаларҙың төп кешелек бурысы.
Үҙеңде тыуҙырып үҫтергән өлкәндәргә һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө булырға кәрәк. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирер.
“Ҡөрьән Кәрим”дә ата-әсә хаҡы түбәндәге әмерҙәр аша белдерелә: “Ғибәҙәтте Аллаһ Тәғәләгә ҡылығыҙ һәм ата-әсәгә изгелек итегеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”.

Юҡҡа үпкәләшмәгеҙ

Туғандарыңа ихтирамлы булыу, уларҙы онотмау, күңелдәрен күреү һәр кем өсөн әхлаҡи бурыс һанала.
Яҡындарын һөймәгән әҙәм балаһы яҡшы кеше була алмаҫ. Төптө юҡҡа үпкәләп, бер-береңдең күңелен төшөрөү Исламға хас түгел. Ғаилә усағы туған-тыумаса менән ҡеүәтле. “Атаһы булмаған бала өсөн ағаһы яуаплы, апай иһә әсәй урынында булыр”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр өйөндә хеҙмәтселәр тота. Улар өсөн дә динебеҙ хаҡ билдәләгән. Ялланған кешеләрҙе үҙең ни ашайһың шуның менән туҡландырыу, ғаиләнең бер өлөшө итеп ҡарау, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеү, һаулығына, рухи тәрбиәһенә иғтибар итеү мөһим.

“Ҡурҡаҡлыҡтан Һиңә һыйынам!”

Берәй эште, алдын-артын уйламайынса, тиҙ генә башҡарырға атлығыу — ҙур хата. Был үҙеңә генә түгел, башҡаларға ла насар йоғонто яһар.
Әйтергә кәрәк, тормоштағы барлыҡ ҡәбәхәтлек, енәйәт ошо сәбәпле яһала. Асыу ҡабарған саҡта, шулай уҡ ғазапланған мәлдә аҡыл һәләте эшләүҙән туҡтай, кеше үҙенең ни ҡылғанын да һиҙмәй ҡала.
Быларҙың тап киреһе булған артыҡ ҡурҡаҡлыҡ та — яман ғәҙәт. Был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Аллаһ Тәғәләм! Ҡурҡаҡлыҡтан Һиңә һыйынам”, — тигән.

Тиҫкәрелек һәм ихтыярһыҙлыҡ

Тиҫкәрелек, ҡарарыңда ҡалырға, уны һис кемдең фекеренә ҡарамайынса үтәргә тырышыу Исламға хас түгел.
Был — ихтыяр аҙғынлығы. Ундай кешеләр тирә-йүндәгеләргә зарар килтерә, хата яһай, гонаһ була.
Шул уҡ ваҡытта үҙ фекереңдә тора белмәү ҙә — ихтыяр зәғифлегенән. Бындай әҙәм балалары үҙ һүҙен әйтә алмай, һәр саҡ башҡаларға эйәрә. Тимәк, ҡол кеүек була, Аллаһ Тәғәлә алдындағы бурыстарын дөрөҫ үтәмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә