Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хоҡуҡтарҙы ваҡытында дауларға кәрәк!
Хоҡуҡтарҙы ваҡытында дауларға кәрәк!
Башҡорт теленә республиканың дәүләт статусы байтаҡ йыл элек бирелгәнен күҙ уңында тотҡанда, уға ҡараш төбәктә күптән нығынған булырға тейеш ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫеш бик әкрен бара. Телебеҙгә ҡануниәт тарафынан бирелгән хоҡуҡтарҙы һаман да тейешенсә файҙалана алмайбыҙ, быға ынтылған хәлдә лә, юлға кәртә ҡорорға әҙер торалар кеүек. Сираттағы ҡатмарлы хәлдең нигеҙендә лә үҙ-ара аңлашып эшләмәү, шул уҡ ваҡытта, бәлки, закон талаптарын үтәп еткермәү ята.


Үҙеңсә өйрән дә урыҫса тапшыр...

Мәсьәләнең асылы шунда: 2013 йылдың аҙағында Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан положение сығарылып, төбәктәргә бойороҡ төшөрөлгән. Документта һағайырға дусар иткән мәсьәләләр бар. Мәҫәлән, туған телдән һынауҙы баланың теләген иҫәпкә алып ҡына ойоштороу.
Ҡырҡыу мәсьәлә менән ризаһыҙлыҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында ҙур кәңәшмә уҙғарыуға нигеҙ булды. Һөйләшеүҙә ойошманың Совет ағзалары, Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан, Мәғарифты үҫтереү институтынан вәкилдәр, уҡыу йорттары етәкселәре, урындағы милли йәмәғәт берекмәләре рәйестәре, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
— Мәктәпте тамамлаған башҡорт балаһы мотлаҡ туған теленән имтихан тапшырырға тейеш, — тип башланы һүҙен Башҡарма комитет рәйесенең милли мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Буранбай Күсәбаев. — Был һынау йәш кешенең үҙ телендә фекер йөрөтәме, әйтергә теләгәнен аңлата аламы, ғөмүмән, тормошҡа әҙер кешеме ул, әллә түгелме икәнлеген асыҡ күрһәтә. Тап ошо мәсьәлә — йәш милләттәштәребеҙҙең байтағының, айырыуса ҡалала үҫкәндәрҙең, башҡортса уҡый-яҙа, аралаша белмәүе — беҙҙе ҙур хафаға һала. Хәҙер килеп, уҡыусыларҙың белемен тикшереүҙең юлын ябырға маташалар икән, быға ҡаршы, хоҡуҡи документтарға таянып, протест белдерергә тейешбеҙ.
Быйылғы дәүләт аттестацияһында федераль ведомствоның талабына буйһоноп торорға тура киләсәк. Артабан инде, эшкә ныҡлы тотоноп, хоҡуҡтарҙы дауларға бурыслыбыҙ. Буранбай Күсәбаев был йәһәттән тәү сиратта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты исеменән Башҡортостан Президентына, республиканың Мәғариф министрлығына, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығына, Конституция Судына, ил башлығына хат әҙерләнәсәге хаҡында белдерҙе.

Башҡа төбәктәрҙең уй-ниәтен беләйек

Федераль үҙәктең яңы талабы илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған. Улар был мәсьәләнән үҙҙәренсә сығыу юлын эҙләй.
— "Айырылғанды айыу ашар", ти халыҡ. Был яңғыҙ хәл итә торған эш түгел — күмәкләп фекер алышып, дөрөҫ юлды табырға тейешбеҙ, — тине кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. — Ғөмүмән, уларҙағы милли уҡытыу алымдарын өйрәнеп, тәжрибә уртаҡлашып эшләү, ҡатмарлы һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләү мөһим.
Республиканың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева әйтеүенсә, беҙҙең һәм башҡа төбәктәрҙең ведомстволары араһында бәйләнеш булдырылған. Мәҫәлән, уларҙан татар, сыуаш, удмурт, мордва һәм башҡа халыҡ уҡыусылары өсөн туған телдән дәүләт имтиханы һорауҙары, диктант, изложение текстары алына.
— Күп милләтле Башҡортостанда төрлө халыҡтың йәш вәкилдәренә туған телен өйрәнеү мөмкинлеге бирелә. Тимәк, улар был предметтан имтиханды мотлаҡ тапшырырға тейеш, — тине Венера Фәрит ҡыҙы. — Әгәр Ҡоролтай башҡорт мәктәптәрендә туған телдән һынауҙы мәжбүри эшләү хаҡында ҡарар ҡабул итә икән, быны хуплайбыҙ.
Быйылғы һөҙөмтәләргә күҙ һалғанда, башҡорт теленән дәүләт имтиханы тапшырырға 900-гә яҡын IX класс һәм 200 тирәһе XI класс уҡыусыһы теләк белдергән. Өҫтәүенә һуңғылары араһынан 300 самаһы үҫмер туған әҙәбиәтте һайлаған.
"Федераль министрлыҡтың телдән имтиханды теләк буйынса тапшыртырға бойороуы белем биреүҙең сифатын күҙ уңында тотоп башҡарылмаймы икән?" тигән шик белдерелде кәңәшмәлә. Шулай ҙа күпселек был фекер менән килешеп етмәне, хәлде милли телдең функцияларын ҡыҫҡартырға тырышыуға бәйләне.
— Барлыҡ ғәйепте уҡытыусыға өйһәк, ҙур хата яһаясаҡбыҙ, — тине Башҡарма комитеттың мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе Фәнзил Санъяров. — Сәбәп бөтөнләй икенселә. Берҙәм дәүләт имтиханы мотлаҡ бирелгән предметтарға ҡамасаулай тигән һымаҡ, телдәрҙе сикләү бара. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек Һамар өлкәһендә башланған хәл хәҙер үҙебеҙҙең ҡайһы бер райондарға килеп етте: дәрестәр теҙмәһендә башҡорт теле янына йәйәләр эсенә "и" хәрефен яҙып ҡуялар. Йәғни, "индивидуально": бала предметты өйрәнергә теләһә, инә, теләмәһә — юҡ. Ил, республика кимәлендә уҡыусының туған телендә уҡыуын, уны белеүен гарантиялаған бер нисә хоҡуҡи документ булыуына ҡарамаҫтан, был йәһәттән сикләү бара. Әгәр ошолай дауам итһә, бер нисә йылдан йәш быуынға милли предметты көсләп тә уҡыта алмаясаҡбыҙ.
Әйткәндәй, күрше Татарстанда барлыҡ уҡыусылар, татармы ул, түгелме, IX кластан һуң татар теле һәм әҙәбиәтенән тест формаһында имтихан тапшыра. Был — мотлаҡ шарт, теләк буйынса түгел. Саха (Яҡут) Республикаһында әлегә аныҡ талап юҡ, әммә унда ла сығарылыш кластары өсөн тест формаһында һынау ойоштора башларға әҙерләнәләр.
— Туған телдән һынауҙа белемде изложение йә инша ғына дөрөҫ күрһәтә ала, — тип билдәләне педагогик хеҙмәт ветераны Вәкил Хажин. — Тест формаһында үткәрергә кәрәкмәй. Башҡорт телен уҡытыуҙың төп маҡсаты теорияны, грамматиканы өйрәтеү түгел, ә балала милли һыҙаттар тәрбиәләү. Беҙҙең йәш быуын еңел аралашырға, шәжәрәһен төҙөргә өйрәнергә, милли йыр-моңдо күңеленә һеңдереп, рухлы булып үҫергә тейеш. Шуға күрә башҡорт теле дәресенең нисә сәғәт түгел, ә нисек уҡытылыуы мөһим. Эш исем өсөн генә башҡарылмаһын ине. Был йәһәттән тағы шуны ҡабатларға тура килә: дәреслектәрҙе үҙгәртергә, еңелләштерергә, аралашыу алымдарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
— Элек баланың әҙәби әҫәрҙе нисек аңлағанын билдәләү маҡсатында әңгәмә үткәрелә торғайны, шул ысулды кире ҡайтарырға кәрәк, — тип алдағы фекерҙе йөпләп ҡуйҙы Республика уҡыу ғилми-методик үҙәге директоры урынбаҫары Миңлебай Юлмөхәмәтов.

Өфө мәктәптәре өсөн закон юҡмы ни?

Республиканың ҙур милли мәктәптәренә килгәндә, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Менәүәрә Мәҡсүтова уҡыу йортонда IX класс уҡыусыларының сығарылыш мәлендә башҡорт теленән изложение яҙыуы, ә XI класты тамамлағандарҙың билет һорауҙарына яуап биреүе хаҡында һөйләне. Был һынауҙар — һәр кем өсөн мотлаҡ.
— Милли мәктәптә уҡыған баланың туған телен нисек белгәнен тикшермәү мөмкин түгел. Кире осраҡта, был түгелгән хеҙмәтеңә, халҡыңдың киләсәгенә битарафлыҡҡа тиң, — тине Менәүәрә Ғәбделхәй ҡыҙы. — Эште дөрөҫ ойоштороу мәктәп етәкселәренә бәйле — әле ҡаралған кеүек ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бергәләп кәңәшләшеп, фекер алышып хәл итһәк, һөҙөмтә булмай ҡалмаҫ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфө мәктәптәренең барыһы ла эшмәкәрлекте тейешле кимәлдә алып бармай. Мәҫәлән, Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәрфуға Мостафина әйтеүенсә, күп кенә маҡтаулы уҡыу йорттарында башҡорт теле исем өсөн генә уҡытыла. Шул уҡ ваҡытта предметҡа бөтөнләй битарафлыҡ күрһәткәндәр ҙә байтаҡ.
— Мәҫәлән, бер мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһына аҙнаһына 36 сәғәт дәрес бүленгән, әммә һөҙөмтә юҡ: балалар предметты бөтөнләй белмәй тиерлек, аралашыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел, — тине Мәрфуға Мостафина. — Шундай мөмкинлек бирелгәс (үҙемдең, мәҫәлән, аҙнаһына 36 сәғәтте ғүмерҙә лә күргәнем булманы), ниңә инде сифатлы итеп, кинәнеп уҡытмаҫҡа?! Тағы ла шуны хәтергә төшөрмәйенсә булдыра алмайым: иҫегеҙҙәлер, бер малайҙың башҡорт теле дәрестәренә бөтөнләй йөрөмәгәне асыҡланғайны. Был хаҡта һөйләнек-һөйләнек тә оноттоҡ. Ниндәйҙер сара күрелмәгәс, бындай хәлдәр ҡабатланмаҫ тип кем ышаныс менән әйтә ала? Башҡорт телен бөтөнләй ситкә тибергә тырышҡан, беҙҙең дәғүәләрҙе ведомстволарҙан ебәрелгән бойороҡтар менән кире ҡаҡҡан директорҙар ҙа юҡ түгел. Ғөмүмән, ҡала мәктәптәре — иң "ауыртҡан" урыныбыҙ. Уларға Мәғариф министрлығы, Ҡоролтай вәкилдәре тарафынан ныҡлы контроль кәрәк. Беҙ, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, башҡорт телен һаҡлау маҡсатында янып эшләп йөрөйбөҙ ҙә ул, әммә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә көсөбөҙ етмәй. Райондарға рейдтар ойошторола бит, шуның шикелле Мәғариф министрлығы, Ҡоролтай вәкилдәре ҡала мәктәптәрендәге уҡытыу торошон да даими тикшереп торһон ине.
Дим районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Наилә Буранғолова был һүҙҙәрҙе хуплап сығыш яһаны. "Милли белем усаҡтарында туған телдән дәүләт аттестацияһы мотлаҡ үткәрелергә тейеш, ә урыҫ мәктәптәрендә был һынау теләк буйынса тапшырылһын", — тине ул.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар балалар баҡсалары эшмәкәрлегенә лә иғтибарҙы көсәйтеү мөһимлеген билдәләне. "Төрлө программа төҙөп, шаулап-гөрләп эшләгән саҡтар булды, — тип иҫкә алды Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты белгесе Зәкиә Нафиҡова. — Эште шул юҫыҡта дауам итергә кәрәк. Башҡорт мәктәптәренә нигеҙ ғаилә менән бер рәттән балалар баҡсаһында ла һалына бит".
Ошо мәсьәләне тикшергәндә баш ҡаланың Орджоникидзе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәрфуға Мостафина Өфө районындағы башҡорттар күпләп йәшәгән Шамонин ауылының кескәйҙәр учреждениеһын телгә алды. Билдәле булыуынса, унда милли төркөм юҡ.
— Был ауылда тиҙҙән икенсе балалар баҡсаһы асыла, — тине Мәрфуға Мостафина. — Унда башҡорт төркөмдәрен булдырыу мәсьәләһен алдан уҡ күтәрергә кәрәк.
Башҡарма комитеттың сектор мөдире Рәйсә Күзбәкова иһә Федераль үҙәктән урыҫса килгән контроль эштәрҙе башҡорт мәктәптәренә тәржемә итеп ебәреү мөһимлеген билдәләне. "Был алым милли телдә уҡыған балаларға белем сифатын асыҡ күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк", — тине ул.

* * *
Кеше киләсәккә ҡарап йәшәй: заман ниндәй талаптар ҡуя, ҡайһы йүнәлештә нығыраҡ эшләргә кәрәк, нимәне өйрәнеү мөһим... Ошо тормош ысынбарлығынан сығып фекер йөрөткәндә, республикала башҡорт телен өйрәнеүҙең "ғүмере" мәктәп һуңында өҙөлөп ҡала кеүек. Унда ла әле төрлө яҡтан ҡыҫып, көсләп, "ҡулынан һөйрәп" тиерлек уҡыталар. Мәктәптән һуң иһә күптәргә башҡорт теле кәрәкмәй: юғары уҡыу йорттарында бит был предметты өйрәнеү талап ителмәй. Һәр нәмә етәксегә бәйле шул. Миҫал өсөн, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һәр факультетында башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Ә башҡалар үҙҙәре иңендә был бурысты тоймаймы икән ни?
Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгескә лә, әгәр ул милли ойошмаға килмәһә, башҡорт теле кәрәкмәй. Эш шулай системаға һалынмағас, даирәһе тар булғас, "мәктәптәрҙә башҡорт телен тейешле кимәлдә уҡытайыҡ" тигән һүҙҙәр ҡоро саҡырыу ғына булып ҡалмаҫмы?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872